

Ноҡат ауылынан Солтановтар лайыҡлы тормош алып барып ҡына ҡалмай, берҙәмлек һәм үҙ-ара ярҙам өлгөһө булып та тора. Ғаилә башлығы Вил Рәсүл улына ауыл старостаһы йөкләмәһе ышанып тапшырылған. Ул ун йылдан ашыу ауылдаштары мәнфәғәтенә эшләй һәм хеҙмәт итә. Хужабикә лә ишле ғаилә тураһындағы хәстәрлекте әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге менән берләштерә. Ауылдың уңған һәм тырыш гүзәл заттарының береһе ул Ләйсән Фәйзәм ҡыҙы. Ғаилә башлығы ла тормош иптәшенең бөтмөрлөгөнә, тырышлығына, ауылда үткән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнауына һоҡланыуын һәм ғорурланыуын йәшермәй. Балаларының яратҡан әсәйҙәре генә түгел, йәмәғәт башланғысында алдан йөрөүсе йәмәғәтсе итеп тә күрһәтеп өлгөрҙө. Ләйсән Солтанованың ҡул эштәренә маһирлығы бигерәк тә махсус хәрби операция башланғас асыҡланды. Ноҡат ауылының башҡа уңған ҡатын-ҡыҙҙары ярҙамында ике тапҡыр яугирҙарға ит быҡтырып һәм банкаларға тултырып, махсус хәрби операция зонаһына оҙаттылар. Ауылдың брендына әйләнгән ыҫланған ҡорот та хәрби операциялағыларға оҡшап ҡалды. Бынан тыш, тыуған иле һағында тороусыларға бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам оҙатыу ҙа ойошторолдо. Вил Солтанов коляскалы “Урал” мотоциклы һәм башҡа ярҙам ебәрҙе.
Шулай ҙа Ләйсән Солтанованың махсус хәрби операцияға ебәрелгән шәхси өлөшө - 72 квадрат метрҙы тәшкил иткән маскировка селтәре. Бер үҙе 6х3 метрлыҡ 4 маскировка селтәре үреп тапшырған уңған ханым. Шулай бер нисә ай дауамында ябай ептәрҙән, оҫта, бөтмөр ҡулдарҙан һәм өмөт, ышаныс тулы йөрәктән яугирҙарыбыҙҙы һаҡлаусы япмалар барлыҡҡа килә.
- Инйәргә барып, маскировка селтәрен үреүгә төшөнөп ҡайтҡандан һуң ауылдаштар менән материал өсөн дәррәү генә аҡса йыйҙыҡ. Материалды иһә кәрәгенсә маркетплейстарҙан яҙҙырып алдыҡ. Башлауы ғына көс. Эште яйға һалып алһаң, үҙенән-үҙе китә ул. Мин дә буш ваҡытым килеп сыҡҡан һайын, үрергә тырыштым. Унан кинәнес алдым, үҙенә күрә релакс та булды. Хеҙмәтеңдең һөҙөмтәһен күрһәң, тағы ла ҡанатланып китәһең икән. Шулай бер нисә айҙа 4 маскировка селтәре үреп тә ҡуйҙым. Һәр элмәк - ул доға. Һәр ептең ишелеүе - берҙәмлек билдәһе, - ти тырыш хужабикә эшенән ҡәнәғәтлек кисереп.
Белорет ҡалаһында тыуған, Ноҡат ауылында үҫкән Ләйсән Фәйзәм ҡыҙы Белорет медицина колледжын тамамлаған. Бер нисә йыл ауыл китапханаһында ла эшләп ала. Әле йәш ярымлыҡ Муса менән декрет ялында ултыра. Ауылдаштары ла медицина хеҙмәткәренең эшкә сығыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Бала ҡарауҙан тыш, Ләйсән ҡул эштәре менән булышырға ла өлгөрә. Балалар өсөн кейемдәр, төрлө кәрәк-яраҡтар бәйләй һәм тегә. Күңел йылыһы һалып эшләнгән хеҙмәт ҡыуаныс та, ғаилә ҡаҙнаһына күпмелер килем дә килтерә.
Вил Рәсүл улы староста булып тәғәйенләнгәндән һуң тәүге эше ауыл уртаһында урын алған обелиск була. Ауылдаштары менән бергәләп Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыны яңыртып ҡуя. 2023 йылда иһә тағы ла тулыландырылған, бер нисә ансамбл-
дән торған, бәләкәй ауылға йәм биреп торған мемориал комплекс ҡалҡып сыға. Был да ауыл старостаһының һәм актив ноҡаттарҙың берҙәм эше.
Ауылда "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!", балалар һабантуйы, спорт ярыштары, Яңы йыл байрамы, 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө кеүек саралар даими үткәрелеп килде. Ноҡаттар әруахтар йортон да кәртәләп ҡуйҙы. Әлбиттә, бина булмау сәбәпле күп кенә сараларҙы кисектерергә тура килә, тиҙәр дәртле ауылдаштар. Ауыл старостаһы ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостандың "Ил терәге" миҙалы менән дә билдәләнгән.
Ишле ғаиләлә дүрт бала тәрбиәләнә. Солтановтарҙың өлкән улдары - Вилнур Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты курсанты. Буласаҡ офицер уҡыу йортоноң II курсында уҡый. Инйәрҙең 2-се мәктәбендә белем алған ҡыҙҙары Азалия ҙур һынау алдында тора. Алда Берҙәм дәүләт имтихандары, уҡыу йорто, студент тормошо. Ете йәшен тултырған Вилдан да быйыл тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асасаҡ. Ул да ағай-апайҙары кеүек тырышып уҡыр әле.
Бындай гражданлыҡ позицияһының, илһөйәрлектең, изге ғәмәлдәрҙең башланғысы үткәндәргә барып тоташа. Солтановтар ғаиләһенең атай-олатайҙары ла Ватаны, ере, ғаиләһе өсөн фашис-
тарға ҡаршы һуғышһа, хәҙер Ләйсән Фәйзәм ҡыҙының ҡустылары, Вил Рәсүл улының улы, башҡа ир туғандары әлеге мәлдә махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурысын үтәй. Шулай изге ғәмәл, традициялар аша быуындар араһында өҙлөкһөҙ бәйләнеш һаҡлана. Уларҙың фиҙаҡәрлеге һәм хеҙмәте барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.
Фотолар: ғаилә архивынан.