Юлиә Йомабай ҡыҙы Әзекәй ауылынан. IX класты тамамлағас, ҡала педагогия колледжының “Башланғыс кластар уҡытыусыһы” бүлегенә уҡырға инә һәм ҡулына диплом алғас, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында һөнәре буйынса эш башлай. Шул арала ситтән тороп Халыҡ‑ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтының ҡалалағы филиалында “Дәүләт хоҡуғы” факультетында уҡып, юғары белем ала.
Ғаилә башлығы Денис Марс улы Межгорье ҡалаһынан. Ишле мәктәбен тамамлағас, Белорет металлургия колледжында уҡый. Байтаҡ йылдар Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ситтән тороп Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Урал Дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте институтының Екатеринбург ҡалаһындағы филиалында “Янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусы” һөнәрен үҙләштерә. Бөгөнгө көндә Межгорье ҡалаһындағы Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең 103-сө махсус идаралығында газ һәм төтөндән һаҡлау хеҙмәтендә өлкән инструктор булып эшләй, эске хеҙмәт прапорщигы званиеһына эйә.
Тимерғазиндар өс бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Данилға 7 йәш, ул оло тормош этабының тупһаһында тора - быйыл Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына I класҡа уҡырға барырға әҙерләнә.
- Данил - “Салауат Юлаев” хоккей клубының ысын фанаты. Ул клуб уйынсыларының исемдәрен яттан белә һәм бер генә матчты ла ҡалдырмай ҡарай, яратҡан командабыҙ өсөн борсола, уйынға комментарий бирә, ҡыҫҡаһы, хоккей булған көндө йортобоҙ “осоп” барғандай. Өйҙә лә хоккей уйнарға ярата, был уйын менән бәйле төрлө уйынсыҡтар, шайбалар, клюшкалар менән донъябыҙ тулы. Былтыр атаһы менән Өфөгә “Салауат Юлаев” хоккей клубының ареналағы матчына барыуы уның өсөн оло ҡыуаныс булды. Ул кисте Данил ысын мөғжизә, тип иҫенә төшөрә. Биш йәшлек Илдан һәм өс йәшлек Имилия һеңлеһен дә ҡарарға ярҙамлаша, уларға күҙ-ҡолаҡ булып тора.
Илдан да ағайынан ҡалышмай, беҙгә ярҙам итергә тырыша. Ул лего менән уйнарға ярата, уларҙан иҫ киткес ярыш машинаһы йәки тотош футуристик ҡаласыҡтар төҙөй. Уның ҡулында пластик “кирбестәр” төҙөлөш материалына әйләнә, ул шул тиклем бай фантазияға эйә бала. Кем белә, бәлки, киләсәктә архитектор йәки инженер-конструктор һөнәрен үҙ итер.
Ике улдан һуң тыуған Имилиябыҙ беҙҙең өсөн тормош сәскәһе, ғаиләбеҙ ҡояшы кеүек. Декрет ялымдағы һәр көнөм бәләкәстәрҙең һорауҙарына яуап биреүҙән башлана, уларға үләндең ни өсөн йәшел булыуы, аталарының шөрөп борғосо нисек эшләүен, юлбарыҫмы, әллә айыу көслөрәкме икәлеген белергә кәрәк, - ти Юлиә йылмайып.
Тимерғазиндар икенсе улдары тыуғансы Межгорье ҡалаһында йәшәй. Белоретҡа күсергә ҡарар иткәс, ҡыйығы һәм стеналары ғына булған өйҙө ике ай эсендә эшләп сығалар. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигән халыҡ мәҡәле Денисҡа тап килә - өйгә һыу, йылытыу системаһы үткәрә, монтажлау эштәрен атҡара. Ҡыҫҡаһы, был йорттағы барлыҡ ремонт эштәрен үҙ ҡулдары менән эшләй, инженер ҙа, төҙөүсе лә, дизайнер ҙа була.
Йәшелсә-емешен дә сәсәләр, гөл-сәскәләр ҙә үҫтерәләр Тимерғазиндар. Тәбиғәттә ял итергә яраталар, тауҙарға, урмандарға сәйәхәт ҡылалар.
Юлиә һәм Денисҡа, уларҙың өс балаһына ҡарап, ябай бер хәҡиҡәтте аңлайһың: ысын йорт ул квадрат метрҙар ҙа, идеаль тигеҙ стеналар ҙа, яңы сантехника ла, хатта “йылы иҙән” системаһы ла түгел. Уларҙың мөхәббәт һәм бәхеттән төҙөлгән йортонда һәр көн балалар көлөүе яңғырай, кистәрен әкиәттәр уҡыла, ә иртән тәмле бәлеш еҫе килә... Иҙәндәге уйынсыҡ йөк машинаһының эҙҙәре, стеналағы балалар һүрәте - улар өсөн иң ҡиммәтле биҙәктәр булып тора.