

Ике юғары белемле ғаилә башлығы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты структураһына ҡараған Инйәр янғын часында эшләй. Ашнаҡсы һөнәренә эйә булған хужабикә балалар тәрбиәләүҙән тыш, йорт-ҡураны тәртиптә тоторға, йәшелсә-емеш үҫтерергә лә өлгөрә. Динә ханым - “Әсәлек даны”, Рөстәм Рим улы “Атайлыҡ даны” наградаларына лайыҡ тырыш һәм өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Диндар ғаиләнең өлкәндәре ислам институттары шәкерттәре булһа, мәктәп йәшендәгеләре Асы мәктәбендә белем ала, өс бәләкәйе менән Динә Раяз ҡыҙы өйҙә ултыра.
Ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр Белорет районы өсөн генә түгел, ә Башҡортостан өсөн дә һирәк күренеш. Был статистикала ла, дәүләт ярҙамы системаһында ла үҙенең раҫлауын тапҡан. Иҙрисов-
тар ғаиләһендә 10-ынсы сабыйҙың донъяға ауаз һалыуы ла ошо үҙенсәлекте раҫлаған сағыу миҫал булды. Төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, “юбилей”лы бала табыуҙар һирәк осрай һәм медицина персоналы тарафынан һәр ваҡыт иғтибарға лайыҡ. Был миҫал - ҡағиҙәнән ситләшеү һәм ул бындай ваҡиғаларҙың республиканың иң ҙур райондарының береһендә лә йыш күҙәтелмәүен асыҡ күрһәтә.
Әгәр статистикаға күҙ һалһаҡ, дөйөм тенденцияны күрергә мөмкин. Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һанының артыуы күҙәтелә. Һуңғы биш йылда улар 23,6 процентҡа артҡан, хәҙер рес-
публикала өс һәм унан күберәк балаһы булған 72 898 ғаилә иҫәпләнә. Әммә был һан өс бала тәрбиәләгән бөтә ғаиләләрҙе лә үҙ эсенә ала. Ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк, статистика шул тиклем түбәнерәк. 10 балалы ғаиләләр ошо дөйөм һандан бик аҙ өлөштө тәшкил итә. Рәсәйҙә күп балалы ата-әсәләр өсөн күләмле дәртләндереү системаһы эшләй. Унынсы һәм унан күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәгә (кинйә балаға бер йәш булырға тейеш) "Герой-әсә" исеме тапшырыла. Был - әсә батырлығын таныуҙың юғары дәрәжәһе. Был исем тапшырылғанда бер тапҡыр бирелә торған түләү ҙә ҡаралған. Бынан тыш, айлыҡ аҡсалата түләү тәғәйенләнә йәки социаль ташламаларҙың киңәйтелгән пакеты бирелә (бушлай дауаланыу, дарыуҙар, коммуналь хеҙмәттәр һәм башҡалар). Шулай итеп, ун балалы ғаиләләр - үҙенсәлекле социаль феномен. Дәүләт бындай ғаиләләрҙе айырым категорияға бүлә, уларға мөмкин тиклем күберәк ярҙам саралары күрһәтә.
Әйткәндәй, Рөстәм Рим улының ата-әсәһе лә 11-12 балалы ишле ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән. Элек бындай осраҡтар ғәҙәти күренеш һаналһа ла, һуңғы бер нисә тиҫтә йыл өсөн түгел. Йәштәр 1-2 бала тәрбиәләү менән генә сикләнеп, күп балалы ғаиләләр һаны йылдан-йыл кәмеһә, һуңғы бер нисә йылда ишле ғаиләләрҙең үҫеш тенденцияһы ярайһы уҡ һиҙелә башланы.
- Ишле ғаиләле булыу теләге һәр ваҡыт булды. Ата-бабаларым өлгөһөндә йолаларыбыҙҙы дауам итеп, дин юлында булып, ғаиләм менән матур йәшәргә теләй инем. Аллаһҡа шөкөр, бар ниәттәрем дә тормошҡа ашты тиерлек. Өй тулы балаларың, ҡураң тулы малың, ҡош-ҡортоң булмаһа, йәшәүҙең ниндәй мәғәнәһе бар?! Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар бер-береһенә, ата-әсәһенә ярҙам итергә, хеҙмәткә, олоно - ололарға, кесегә кеселекле булырға, хәстәрлек күрергә өйрәнә. Ҡыҙғанысҡа күрә, йәштәр 1-2 бала тәрбиәләү менән генә сикләнә, шуға ла демографик хәл республикала ғына түгел, илдә лә тотороҡло булып ҡала. Был йәһәттән, ҡатын-ҡыҙҙың уйланылмаған аҙымға барыуы ла, төп сәбәптәрҙең береһе булып тора, - ти Рөстәм Иҙрисов.
Бөгөн Башҡортостанда 74 меңдән ашыу ишле ғаилә йәшәй. Республикала 200 меңдән ашыу балалы ғаилә 50-гә яҡын ярҙам сараһы ала. 2026 йылдың апрелендә Евразия ғилми-белем биреү вуз-
ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә республика хөкүмәтенең һәм Стратегик башланғыстар агентлығының “Башҡортостанда ғаиләгә, тыуымға һәм күп балалыҡҡа булышлыҡ итеү, демография сәйәсәтен камиллаштырыу” проект-аналитик сессияһы үткән ине. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров сессияны асып, республикала демография өлкәһендә даими пропагандалау, эш системаһын булдырыу буйынса әүҙем эш башланыуы тураһында әйтте.
- Республикабыҙҙа тыуым һәм үлем кимәлен сағылдырған күрһәткестәрҙең мөһимлеген аңлайбыҙ. Улар төбәк менән идара итеү һөҙөмтәлелегенең төп индекаторҙары булып тора. Беҙҙә демографик хәл ҡатмарлы. Ҡайһы бер күрһәткестәр бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар араһында тыуым кимәленең кәмеүен күрһәтә. Был проблема етди иғтибар һәм ҡарарҙар талап итә. Хәлгә йоғонто яһаған меңәрләгән сәбәп бар, әммә мөһимдәренең береһе - тыуымдың кәмеүе.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда 4 миллион 42 мең 337 кеше йәшәгән. 2024 йылда был һан 22 мең кешегә, ә 2023 йылда 35 меңгә күберәк ине. Был динамика ҡыуаныслы түгел, әммә уның сәбәбе нимәлә? Был нимәгә килтерергә мөмкин?
Оҙайлы һәм индивидуаль эш көтөлә. Кешеләр нормаль ғаиләләрҙә, уңайлы мөхиттә йәшәргә теләй. Иҡтисади тотороҡлолоҡ, эш булыуы, социаль инфраструктура - мәктәп, балалар баҡсаһы, һаулыҡ һаҡлау - быларҙың барыһы ла халыҡты үҫтереү өсөн төп шарттар булдыра. Әүҙем йәштәр йәшәү һәм үҫеш өсөн төп шарттар булдырылған төбәктәрҙә ҡала, - тине Радий Фәрит улы.
Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларының инфраструктураһына ла иғтибар итергә кәрәк. Һуңғы ике йылда республикала 15 ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары асылды. “Ғаилә” милли проекты ярҙамында төбәктә перинаталь үҙәктәр яңыртылды. Яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡарау буйынса алдынғы технологиялар индерелде.
- Һәр учреждениеның яҙмышын өс нәмә хәл итә: кадрҙар, ошо кадрҙарҙың эш процесы һәм уларҙың пациенттар менән аралашыуы. Перинаталь үҙәктәр яҡшы эш башҡара, был сабыйҙар үлеме күрһәткестәрендә лә сағылыш таба. Хәҙер элеккегә ҡарағанда ул дүрт тапҡырға кәмерәк, - тине төбәк етәксеһе.
Әммә аҡ халат һәм поликлиникаларҙағы таҙалыҡ - миҙалдың бер яғы ғына. Республика Башлығы демография өлкәһендә даими пропаганда һәм эш итеү системаһын булдырыу тураһында ла әйтте. Был бер үткәрелгән акция түгел, ә кешеләр менән оҙаҡ ваҡыт индивидуаль эш алып барыу, уларҙы тыуған республикаһында бала табыу ҡурҡыныс түгел, ә абруйлы икәненә инандырыу. Бөгөнгө көндә балалы ғаиләләргә 50-ләп ярҙам төрө иҫәпләнһә лә, был саралар етерлек түгел кеүек.
Ысынлап та, хәҙерле йәш быуын фәҡирлектән түгел, ә йәшәү сифатын юғалтыуҙан ҡурҡа. Улар бер бала - сыҙамлыҡҡа һынау, ике-өс бала - батырлыҡ, тип иҫәпләй. Шуға күрә ярҙам саралары, консультациялар төҙөү генә етерлек түгел. Мәҙәни кодты үҙгәртергә, булдыра алмаҫмын тигән шиктән арындырырға, шул уҡ ваҡытта системалы проблемаларҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Төбәкте иң әүҙем йәштәр ташлап китә. Әгәр эш урындары һәм балаларҙы илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә йә иһә Ҡытайҙа (һуңғы йылдарҙа йәштәр сит илдәргә күпләп китә) түгел, ә бында, республикала, үҫтерергә мөмкинлек биргән уңайлы мөхит, торлаҡ менән тәьмин итмәһәк, бер ниндәй ҙә пропаганда ярҙам итмәйәсәк. Хатта әсә менән сабыйҙың бала табыу йортонан сыҡҡанда тапшырыла торған бүләктең, “Һөт кухняһы”ның ассортименты ла башҡа төбәктәргә ҡарағанда, шул уҡ Мәскәү, республиканыҡы ҡайтышыраҡ булыуы ла йәштәр иғтибарын йәлеп итә һәм һайлау алдына ҡуя. Бәлки, үҙебеҙҙә етештерелгәне сифатлыраҡтыр ҙа. Әммә шулай ҙа...
Табиптар шулай уҡ медицина күҙлегенән алға китеш булыуын билдәләй. Хәҙер тән ауырлығы экстремаль түбән булған сабыйҙарҙы “терелтеп” алалар. Әммә проблема икенселә: ҡатын-ҡыҙҙар бала табыу-
ҙан медицина насар булғанға түгел, ә белгестәргә һуңлап мөрәжәғәт иткәнгә туҡтай.
Тәүге балаһын тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса йәше 30 йәшкә яҡынлаша. Буласаҡ әсәнең репродуктив сәләмәтлеге лә ҡаҡшай. Күптәр бала табыуҙы фатир мәсьәләһе, карьера хәл ителгәнсегә тиклем ҡалдыра. Белгестәр ағымдағы демографик ауырлыҡтарҙы объектив сәбәптәр менән бәйләй: әүҙем репродуктив йәшкә 1990 йылдарҙа тыуған ҡатын-ҡыҙҙарҙың аҙ һанлы быуыны ингән. Был фактор бөтә Рәсәйгә хас һәм Башҡортостан статистикаһына ҙур йоғонто яһай.
- Радий Фәрит улы ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары инфраструктураһы тураһында һөйләгәндә тулыһынса хаҡлы. Унда ҡатын-ҡыҙ ҡурҡыу менән түгел, ә ышаныс менән килергә тейеш. Хәҙер беҙ прегравидар әҙерлек программаларын әүҙем индерәбеҙ, әммә был етерлек түгел. Әгәр беҙ 18-20 йәшлек ҡыҙҙар менән эшләй башламаһаҡ, биш йылдан һуң тағы ла көрсөк кисерәсәкбеҙ, - ти политолог Арсен Шәйәхмәтов.
Әммә хәҙер үк асыҡ: ставка аҡсаға ғына түгел, ә кешеләрҙең аңдарына ла ҡуйылған. Ҡатын-ҡыҙҙы мәжбүри түгел, ә Башҡортостанда әсә булыуҙың заманса, ышаныслы икәнлегенә ышандырыр өсөн властың сабырлығы етерме икән?!
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте 2027 йылға тиклем иҫәпләнгән тыуымды арттырыу буйынса төбәк программаһын 2030 йылға тиклем оҙайтты. Документтан күренеүенсә, 2025-2026 йылдарға программаны финанслауҙың дөйөм күләме 13,84 млрд һум, шуларҙың 2,4 млрд һумы 2026 йылда, тәшкил итәсәк. Йылына тыуым һанын 36 038-гә (2024 йылда - 32 968) тиклем арттырырға, бер ҡатынға тыуым коэффициентын/балалар 1,6 (әле - 1,35) үҫтерергә, мең ҡатын-ҡыҙға ҡарата аборттар һанын 10-ға тиклем кәметергә - 2030 йылға маҡсатлы күрһәткестәр. Яңы өйләнешкәндәр өсөн репродуктив сәләмәтлекте диспансерлаштырыу-
ға сертификаттар, йөклө ҡатындарҙың яңыртылған алмаш картаһы, студент ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтеү, юғары уҡыу йорттарында әсә һәм бала бүлмәләре, эш биреүселәрҙе демографик стандартҡа йәлеп итеү - был инде 2030 йылға тиклемге яңы башланғыстар.
Шулай итеп, демографик проблемалар бик етди, сөнки илдең һәм төбәктең киләсәге тураһында һүҙ бара. Хәлде яҡшыртыу өсөн комплекслы ҡараш һәм бөтә яҡтарҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу мөһим.
Кешеләр уңайлы шарттарҙа балалар үҫтерергә, ял итергә һәм профессиональ үҫеш алырға теләй. Ҡала һәм ауылдың инфраструктураһын үҫтереү мөһим. Ғаилә бала үҫеүен һәм үҫешен күҙаллаһа, тыуым үҙе үк арта.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, милләттең сәләмәтлеге күп нәмәгә бәйле. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең сифатын яҡшыртыу, квалификациялы медицина ярҙамы алыу, иҫкәртеү саралары һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау үлем кимәлен кәметә һәм халыҡтың ғүмер оҙонлоғон оҙайта. Белем алыу яңы мөмкинлектәргә ишек аса. Йәштәргә сифатлы белем алыуҙа, уларға лайыҡлы эш табырға ярҙам итеп, беҙ тотороҡло киләсәккә нигеҙ һалабыҙ. Иртәгәһе көнгә ышаныс - тыуымды арттырыуҙың мөһим факторы.
Эльвира ХӘМЗИНА әҙерләне.