

Тиҙҙән улар араһында дуҫлыҡ һәм татыулыҡ ептәре барлыҡҡа килә. Улар бергәләп уҡыу ауырлыҡтарын еңеп сыға, бер-береһе менән күп ваҡыт үткәрә, ҡала урамдары буйлап йөрөй һәм яңы киңлектәр аса. Үҙ-үҙҙәрен камиллаштырыуға ынтылышы һәм бер-береһенә ярҙам итеүе уңыштарының нигеҙе булып тора.
2023 йылда IV курсты тамамлаған егет армияға саҡырыу ҡағыҙы ала. Өсөнсө курста уҡыған ҡыҙ уның ҡарарын аңлап ҡабул итә. Йәштәр киләсәккә пландар төҙөүен дауам итә, бер структурала эшләү тураһында хыяллана. Улар карьера үҫеше һәм тотороҡлолоҡ перспективаларын асҡан хоҡуҡ һаҡлау органдарын һайлай.
2024 йылдың йәйендә егет армиянан ҡайта һәм йәштәр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенә эшкә урынлашыу процесын башлай. Документтар йыйыу һәм комиссия үтеү уларҙың дөйөм маҡсатына табан мөһим аҙым була. 2024 йылдың 22 сентябрендә егет ҡыҙға тәҡдим яһай. Тиҙҙән йәш белгес бүлеккә стажировкаға сыға. 24 октябрҙә улар мөхәббәт һәм берҙәмлеген символлаштырған никах уҡыта.
2024 йылдың ноябрендә егет дежур часта стажировка үтә. Декабрь аҙағында пар загсҡа ғариза бирә. 2025 йыл башында полиция хеҙмәткәрҙәренең ғаиләһе Эске эштәр министрлығының Профессиональ әҙерлек үҙәгендә башланғыс әҙерлек үтеү өсөн Өфөгә юллана. Был ваҡыт ысын һынау була: уларға яңы хеҙмәт шарттарына яраҡлашырға, үҙ-үҙен яҡлау һәм ҡорал менән эш итеү күнекмәләрен үҙләштерергә тура килә. Кесе сержанттар ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар бер-береһенә ярҙам итә һәм уңышҡа ынтыла.
2025 йылдың йәйендә йәштәр уҡыуҙан ҡайта һәм тулы аттестацияланған полиция хеҙмәткәрҙәре булып китә. 2025 йылдың 25 июлендә хыялдарындағы туйын үткәрҙе. Был көн уларҙың мөхәббәт һәм берҙәмлек символына әүерелә.
Егет бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлегенә испектор булып күсерелә, ә ҡыҙ дежур часта оператив дежур ярҙамсыһы булып эшләүен дауам итә. 2025 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре ғаиләһе үҙҙәренең йортон бергәләп төҙөй башлай - ныҡлы ғаилә ҡороуға тағы ла бер аҙым. Уларҙың тарихы - мөхәббәт тураһында ғына түгел, ә йәмғиәткә хеҙмәт итеү, үҙ-ара аңлашыу һәм ихтирам нигеҙендә нисек итеп тормошто төҙөргә мөмкинлеге тураһында ла.
Полиция хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре күптәрҙе үҙҙәренең өлгөһө менән илһамландыра: улар уртаҡ хыялдар, бер-береңә ярҙам итеү һәм үҫешкә ынтылыу гармонияға һәм бәхеткә килтерә алыуын күрһәтә. Уларҙың тарихы Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өсөн өлгө булып хеҙмәт итә, мөхәббәт һәм профессионализмдың ҡулға-ҡул тотоношоп, ныҡлы ғаиләләр һәм уңышлы карьералар булдырыу мөмкинлеген раҫлай.
Евгения Лисовская,
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге
Евгения Лисовская фотоһы.