Гѳлмирә Рѳстәм ҡыҙы Рәхимова инде бына ун йылдан ашыу Асы почтаһы начальнигы вазифаһын башҡара. Ҡыҙ бала Үзбәкстан республикаһында донъяға килһә лә, бала сағы әсәһенең тыуған ауылы Берештамаҡта үтә. Ошо ауыл мәктәбен тамамлағас, Ѳфѳнѳң кооператив техникумына уҡырға инә. Артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында, Мәскәү кооператив институтының Ѳфѳ филиалында ситтән тороп уҡыуын дауам итә. Күңел биреп эшләрҙәй үҙ урынын тапҡансы, тѳрлѳ ерҙә эшләп, йәшәп алырға тура килә уға. 2010 йылда Асы почта бүлексәһенә Береш, Берештамаҡ ауылының почтальоны булып эшкә инә. Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, белемле почтальонды бер йылдан һуң почта бүлексәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Коллектив ҙур түгел, унда ни бары ѳс кенә кеше эшләй. Миңлегѳл Лотфулла ҡыҙы Ғәйнетдинова Береш, Берештамаҡ ауыл халҡына хатхәбәр, гәзит-журнал ташыһа, яңыраҡ ҡына эшләй башлаған Луиза Исламетдин ҡыҙы Сәлимйәнова Асы халҡын хеҙмәтләндерә.
- Эш шарттары, эш хаҡы маҡтанырлыҡ булмаһа ла, һәр кем ҡушылғанды ҙур яуаплылыҡ һәм намыҫ менән башҡара. Баҫмаларға ла ваҡытында яҙҙырырға, тауар планын да үтәргә тырышабыҙ. Тик һуңғы йылдарҙа матбуғат сараларына яҙҙырыу ҡыйынғараҡ тура килә. Бының ѳсѳн һәр кеше менән уртаҡ тел табып һѳйләшергә, бәйләнеш тоторға кәрәк. Күптәр баҫмаларҙың ҡыйбат булыуына, хаҡтарҙың бер туҡтауһыҙ үҫеүенә зарлана һәм Интернет аша ла кәрәкле мәғлүмәт табып булыуына һылтана. Шулай ҙа башҡа баҫмалар менән сағыштырғанда, “Урал” гәзитен алдырыусылар күберәк. Әлеге ваҡытта 44 кеше “Урал” алдырһа, 8 кеше “Белорецкий рабочий”, 25 кеше “Йәшлек”, 6 кеше “Киске Ѳфѳ” гәзитенә яҙылған. Балалар баҫмаһын алдырыусылар ҙа бик әҙ, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, күңелде тѳшѳрмәйбеҙ, эш ауыр тип тә зарланмайбыҙ, ҡушылғанды еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ, үҙара ла татыубыҙ”, - ти Гѳлмирә Рѳстәм ҡыҙы (һүрәттә уңда).
“Урал” гәзите редакцияһы исеменән барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен Бөтә донъя почта көнө менән ҡотлайбыҙ! Уларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.