Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Октябрь 2018, 17:17

Диплом бар - эш юҡ, эш бар - күңелгә ятмай

Бер нисә тиҫтә йыл элек медицина, педагогия, нефть һәм ауыл хужалығы институттары иң абруйлы юғары уҡыу йорттары булды. Ә инде мәктәп тамамлаусыларға унда уҡып, һѳнәр алыу ҙур мәртәбә һаналды. Бѳгѳн иһә һѳнәрҙәрҙең ниндәйе генә юҡ. Хеҙмәт баҙарында 50 меңдән ашыу һөнәр бар тип белдерә белгестәр. Уларҙың күптәренең ниндәй йүнәлештә эшләүен тѳбѳнә тѳшѳп аңлап та етмәйбеҙ, заман һѳнәрҙәрен белеү ѳсѳн айырым мәғлүмәткә эйә булырға кәрәк. Элегерәк урта белемең, эшкә һәләтең булһа, бар ерҙә лә ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар һәм бер урында ғына күпме теләйһең, шунса эшләү мѳмкинлеге бар ине.

Бѳгѳн иһә замана башҡасараҡ. Ҡайҙалыр эшләүеңде эш биреүсеңдең кем булыуынан, ниндәй шарттарҙа нисә һумға тир түгеүеңдән сығып хәл итәһең. Кеҫәңдә мотлаҡ юғары белемең булыуын раҫлаған диплом булыуы ла мѳһим. Тик шуныһы, бѳгѳн ошо ҡатырға хужалары ла һѳнәре буйынса эшләп, уның мәнфәғәтен күрә алмай. Бының сәбәптәрен тѳрлѳсә аңлаталар. Тәү сиратта, йәш белгестең эшкә маһирлығы юҡ, һѳнәрҙе ниндәйҙер юғары белем кәрәк булғанға ғына алған. Икенсенән, хеҙмәт баҙары нәҡ һин һайлаған һѳнәр эйәләре менән тулған, ѳсѳнсѳнән, күп осраҡта эш биреүсе дипломыңа ѳҫтәп, 3 йыл хеҙмәт стажы талап итә. Бынан тыш, ғүмер буйы бер ерҙә эшләп, урынында ныҡлы тамыр йәйгән, әллә күпме тәжрибә туплаған бер хеҙмәткәр ҙә үҙ урынын "мә", тип тоттороп ҡуймай. Шулай ҙа, ниндәй генә юғары белемең булмаһын, тауар, хеҙмәт сифатын эшсе ҡулдарһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Әйе, бер генә ата-әсә лә балаһын ябай эшсе булһын тип үҫтермәй. Бар тапҡан-таянғанын тотоноп, уны уҡытырға, юғары белем бирергә тырыша, сѳнки донъя кѳтѳү ѳсѳн, тәү сиратта, ниндәйҙер һѳнәргә эйә булыуың мотлаҡ. Тик шуныһы, арабыҙҙа юғары белем алырға мѳмкинселеге йә иһә һәләте булмағандар ҙа бар бит әле. Мәктәпте бѳткәс, улар ҡайҙа барырға, нимә эшләргә тейеш? Шуға күрә, нимә генә тимәһендәр, тегенсе, ашнаҡсы, электрик, балта оҫтаһы, тракторсы, бульдозерсы кеүек һәр саҡта ла кәрәкле эшселәр әҙерләгән уҡыу йорттарының да баһаһын тѳшѳрѳргә ярамайҙыр. Нәҡ улар вуз белеменә эйә була алмаған йәштәрҙе оло тормош юлына әҙерләп сығара ла инде. Бѳгѳн илебеҙ эшсе ҡулдар етешмәй тип саң ҡаҡҡанда, бындай уҡыу йорттарының статусын үҫтереү ҙә бер ҙә артыҡ булмаҫ ине.
Бынан 5-6 йыл самаһы элек Премьерминистр Дмитрий Медведев илебеҙҙә үҙ урынын тапмаған юғары белемле белгестәрҙең, бигерәк тә юрист һәм иҡтисадсыларҙың кәрәгенән артыҡ күп булыуын билдәләп, Мәғариф министрлығына был мәсьәләне яйға һалырға ҡушҡайны. Тик йылдар үтһә лә, әлегә был йүнәлештә алға китеш һиҙелмәй. Шул арҡала, һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала, тигән мәҡәл актуалгә әйләнеп бара ла иде. Киләсәктә кем икмәк үҫтерер ҙә, кем картуф сәсеп, халыҡты ит-һѳт менән туйындырыр һуң?
Торнаға ынтылып, турғайҙы ысҡындырабыҙ
Ҡыҙыҡмы, әллә инде ҡыҙғанысмылыр, бѳгѳн исем, һүҙ ѳсѳн генә юғары белем алғандар ҙа күбәйҙе. Ундайҙар ҡулына диплом алғас, үҙ йүнәлеше буйынса бер кѳн дә эшләп ҡарамай, уларға ниндәй булһа ла берәй юғары уҡыу йортон тамамлау тураһында һүҙ мөһимерәк. Эшләмәүенең сәбәбен һѳнәрен оҡшатмауы, эш хаҡының әҙ булыуы менән аңлатырға тырыша улар. Әммә, күптәр был турала һѳнәр алырҙан алда уҡ уйланырға кәрәклеген башына ла индермәй. Шул сәбәпле, дипломлы, әммә файҙаһыҙ, эшһеҙ белгестәр күбәйә лә инде. Бер кѳн дә эшләмәйенсә, кеҫәлә бушҡа ятҡан диплом менән генә эре сирттереп хәбәр һөйләп булмай шул. Күберәк аҡса алып, икенсе көнгә ышанып йәшәү өсөн диплом менән бергә ҡалын елкә лә талап ителә бит әле ул. Тик бөгөнгө йәштәрҙең күбеһенең сыҙамлығы ла самалы ғына. Уларға тиҙ һәм күп булһын. Шул арҡала элек-электән иң абруйлы һаналған уҡытыусы һѳнәренең дә бәҫе тѳшә бѳгѳн. Быны Бөтə Рəсəй йəмəғəт фекерен өйрəнеү үҙəгенең социологтары тикшергән. Рəсəй халҡының 40 проценттан күберəге уҡытыусы булып етерлек аҡса эшлəп булмай, тигəн фекерҙə. Педагог һөнəренең абруйына килгəндə иһә, 40 процент самаһы респондент был эштең абруйы юҡ тигəн, 20 проценттан күберəге уҡытыусы əле лə абруйлы тиһә, ҡалғандары уны ғəҙəти һөнəр тип баһалай. Шулай ҙа һəр өсөнсө кеше педагогтарҙың килеме сағыштырмаса һəйбəт тип уйлай, ә 15 проценты уҡытыусы булып та, финанс уңышҡа ирешергə мөмкин тип белдерә.
Республикала йыл башынан рәсми теркәлгән 18 мең эшһеҙҙе иҫәпкә алғанда, ҡайһы берәүҙәр һөнәр һайлағанда ҡайһы ере менән уйлай икән тип тә ғәжәп итәһең. Алған белемең файҙа килтермәгәс, уның өсөн әллә нисәмә йыл сабата туҙҙырыуҙың кәрәге бармы икән һуң? Тик, үкенескә ҡаршы, бѳгѳн күптәр ата-әсәһенең үҙен уҡытыуға түккән сығымдарын да ҡаплай алмай. Кеҫәләге әлеңге ҡатырға арҡаһында күптәр ябай эшсе булып эшләргә лә тартына. Шул арҡала юғары белемле белгес булып ѳйҙә ятыусылар күбәйә. Юғары иҡтисад мəктəбе эксперттары бушты-бушҡа ауҙарыусы йəштəр һанын иҫəплəгəн. Бѳгѳн Рəсəйҙə 15 йəштəн 24 йəшкəсə егет һəм ҡыҙҙарҙың 15 проценты бер ҡайҙа ла уҡымай ҙа, эшлəмəй ҙә икəн. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был 2 миллиондан ашыу кеше тигəн һүҙ. Анализ һѳҙѳмтәһендә Рəсəйҙəн тыш, йəштəр араһында файҙалы шөғөлө булмағандар һаны Польшала, Эстония һəм Бельгияла күп булыуы асыҡланған. Дипломлы белгестәр менән донъя тулған, ә эшһеҙҙәр һаны кәмемәй, киреһенсә, арта ғына бара. Бѳгѳн республикала рəсми эшһеҙҙəр һаны 18 мең булһа, буш эш урындары 46300-гə еткəн. Был иһә, эшсе ҡулдарҙың һәр саҡта ла кәрәк һәм уларға ихтыяж ҙур булыуын аңларға теләмәйенсә, булдыра алмағанға үрелеүҙе, йәғни һауалағы торнаға алданып, ҡулыңдағы турғайҙы ысҡындырыуға бәрәбәр.
Тулы материалды гәзиттең 82-се һанында (12.10.2018) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: