Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Октябрь 2018, 19:52

Уйнарға урын булды

Майҙансыҡта сыр-сыу килеп уйнап йөрөгән малай-ҡыҙҙарға һоҡланып та, күҙҙәре ҡыҙып та: “Күңелле, бошонмаҫ саҡтары. Оло апай-ағайҙары ниндәй матур мөғжизә бүләк итте уларға. Хәҙер иң мөһиме - майҙансыҡ бер ваҡытта ла буш тормаһын, балаларҙың шат тауышы тынмаһын, күркәм башланғыстың бер кем дә йәмен ебәрмәһен ине”, - тип уйлағандыр сараны асыу тантанаһына йыйылғандар.

Айырыуса күмәк бала тәрбиәләгән әсәләрҙең шатлығының сиге юҡ. Ниһайәт, Инйәрҙә заман талаптарына тап килгән уйын урыны барлыҡҡа килде. Балаларҙың матур ялы, моғайын да, ошо күнелле, матур майҙансыҡта үтер. Ауыл хакимиәте, урындағы Совет депутаттары һәм халыҡтың ҡарары менән төҙөлгән был майҙансыҡта кескәйҙәргә рәхәтләнеп уйнар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Ғөмүмән, Инйәр ауыл хакимиәте төрлө программаларҙа - “Урындағы инициативаларҙы яҡлау”, ”Реаль эштәр”, “Уңайлы мөхит” проекттарында ҡатнашырға тырыша. Ауыл хакимиәте үткән йылда ла “Урындағы инициативаларҙы яҡлау” проектында көсөн һынап ҡарағайны. Берҙәм көс менән Манышты ауылында балалар майҙансығы эшләй башланы. Хәҙер инде ул да балаларҙың ғына түгел, ата-әсәләрҙең дә яратҡан урынына әйләнгән. Быйыл да ошо программала ҡатнашып, инйәрҙәр һис тә яңылышманы, отто ғына. Кәрәкле, файҙалы һәм ваҡытлы проекттың ауылды артабан үҫтереүҙә өлөшө баһалап бөткөһөҙ, әлбиттә. Балалар майҙансығының дөйөм хаҡы 725 мең һум тәшкил итә. Урындағы башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн 500 мең һум - республика ҡаҙнаһынан, 75 мең һум урындағы бюджеттан күсерелгән. Ҡалған өлөшө, 75-әр мең һумы, халыҡ һәм бағыусылар иҫәбенән тулыландырыла.
Инйәрҙең Баҙар урамында төҙөлгән балалар майҙансығын асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов, Совет депутаттары, ауыл халҡы һәм балалар ҡатнашты. Майҙансыҡты асыу тантанаһы Республика көнөнә лә тап килде. Проект кураторы Әминә Тимербай ҡыҙы инйәрҙәрҙе Республика көнө һәм проектта еңеп, ҙур эш атҡарып сығыуҙары менән ҡотланы. Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы: «Был проекттар халыҡты бергә туплай, берләштерә. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыусыларға, ярҙам итеүселәргә рәхмәтлебеҙ», - тине.
Эйе, ярҙам ҡулы һуҙырға тороусылар күп булды. «Асы» шифаханаһы (Б. Ямалов), “4Аи Ко” (А. Акатьев, А. Арляпов), Белорет производство кооперативы (М. Мортазин), “Далар” (И. Залилов) йәмғиәттәре, шәхси эшҡыуарҙар - Н.Кузнецова, О. Бабак, М. Йомағолов, Н. Климова, М. Качанова, Ф. Дауытов, С. Дубенчук, Э. Ильясов, А. Дубинец, Л. Гәрәева, Р. Исхаков, Т. Хамадиева, В. Дмитриева, В. Талменев, Б. Байбурин, Р. Бәхретдинов, М. Ғәйнетдинов, Т. Ғүмәрова, В. Хәлилова, И. Ясакова, Д. Исмәғилева, И. Казанцев, Л. Ғөбәйҙуллина, Р. Исҡаков, П. Максимов, Х. Бәхретдинов, Инйәр урман хужалығы (А. Хәмәҙиев), ауыл Советы депутаты Н. Лапенков, “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексы (М. Селихов), Инйәр ПУЖКХ-һы коллективы (Т. Огнева) төрлө яҡлап та ярҙам итергә тырышты. Бер нисә ай эсендә матур, сағыу уйын урыны сафҡа инде. Хәҙер ул күп йылдарға балаларҙың яратҡан урыны буласағына шик юҡ.
Читайте нас: