Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Октябрь 2018, 10:39

Абҙаҡтар уңайлы, матур тормош яҡлы

Бѳгѳн барыһы ла лайыҡлы, уңайлы тормошта йәшәргә, балалар үҫтерергә тырыша. Был йәһәттән ҡала халҡы ғына түгел, ауылдыҡылар ҙа берҙәй әүҙемлек күрһәтә. Күңелендә ғәме, сәме булғандар үҙҙәренең мәнфәғәтен генә ҡайғыртмай, ә ауылға ҡағылышлы дѳйѳм проблемалар уртаһында ла ҡайнап йәшәй. Был йәһәттән уларға уртаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү ѳсѳн тѳрлѳ дәүләт программалары ярҙамға килә. “Урал” гәзите лә “Реаль эштәр”, “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программалары буйынса проблемаларын хәл иткән ауылдаштар тураһында йыш яҙа.

Быйыл Абҙаҡ ауылы биләмәһе лә “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” республика программаһына ҡушылды. Тәүге тапҡыр булһа ла, ауылдаштар һынатманы һәм уртаҡ ҡарарға килеп, ауыл ѳсѳн тағылмалары менән МТЗ 82.1 тракторы һатып алыуға иреште. Техника һатып алыу 1 млн. 700 мең һумға тѳштѳ. Уның 230 меңен ауыл халҡы үҙе, 270 меңен бағыусылар йыйһа, 1 млн. һум республика, 200 мең һум муниципаль район бюджетынан бүленде.
Абҙаҡтар был мөһим ваҡиғаны байрам ойоштороп билдәләп үтте. Ҡунаҡтарҙы тышта, тѳрлѳ тѳҫтәге шарҙар менән биҙәлгән трактор янында ҡаршы алғас, барыһы ла клубҡа ағылды. Ауыл хакимиәте башлығы Хәмзә Салауат улы Мѳхәмәҙиев ҡыҫҡаса дѳйѳм мәсьәләләр менән таныштырғас, тракторға аҡса йыйыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм артабан да дѳйѳм мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, бергәләп хәл итергә саҡырҙы. Хакимиәт башлығы киләһе йылда ла дәүләт программаһында ҡатнашып, ауылда балалар майҙансығы эшләргә тәҡдим итте. Был тәҡдим буйынса тѳрлѳ фекерҙәр ишетелде. Кемдер ауылда йәйәүлеләр һуҡмағы булдырайыҡ тиһә, икенсе берҙәре балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да дѳйѳм ҡулланылыштағы әйберҙәргә һаҡсыл булмауын белдерҙе. Балалар майҙансығы тѳҙѳү ѳсѳн кәмендә 800 мең һум тирәһе аҡса кәрәк. Йыйылышҡа килгән халыҡ ҡиммәтерәк хаҡҡа яҡшыраҡ, сифатлыраҡ майҙансыҡ эшләргә тип тәҡдим итте. Ауылдаштарҙың был теләге бер тауыштан хупланып, нығытылды һәм, эште оҙаҡҡа һуҙмай, шунда уҡ инициатив тѳркѳм тѳҙѳлдѳ. Хакимиәт ошо кѳндәрҙә үк ауылда 1 млн. һумлыҡ балалар майҙансығы тѳҙѳү буйынса конкурста ҡатнашыу ѳсѳн документтар әҙерләй башлаясаҡ. Программа талаптарына ярашлы, ғәҙәттәгесә, сумманың бер ѳлѳшѳн халыҡ һәм бағыусылар йыйһа, икенсе ѳлѳшѳ республика һәм муниципаль район бюджетынан бүленәсәк. Конкурсты уңышлы үтеп, ниәттәр тормошҡа ашһа, ауылдың амбулаторияһы һәм хоккей коробкаһы янындағы 14,00 кв. метрлыҡ участкала заманса балалар майҙансығы сафҡа индереләсәк. Был участка балалар майҙансығы тѳҙѳү ѳсѳн рәсмиләштерелгән дә инде. Йыйылыштың тәүге ѳлѳшѳ тамамланғас, ауылдың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары концерт күрһәтте.
Абҙаҡтарҙы тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр кѳтә: быйыл ауылда 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла тѳҙѳлә башлаясаҡ. Балалар учреждениеһы “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” республика программаһына ярашлы тѳҙѳләсәк. 96 млн. һумға иҫәпләнгән тѳҙѳлѳштѳ бер йылда тамамлау планлаштырыла. Балалар ѳсѳн шундай уңайлыҡтар булдырылғанда, йәштәр ҙә һынатмаҫ, демография мәсьәләһе лә ыңғай, ауыл киләсәге лә яҡты булыр тигән ышаныс арта.
Читайте нас: