Ауыл ерендә халыҡтың социаль хәле шәхси хужалыҡтарындағы мал һаны менән билдәләнә, тиергә була. Күптәрҙең күҙ терәп торғаны шул мал. Ошондай тырыштар ауылға ҡот һәм йәм өҫтәй. Тап шул уңғандар ауылды тотоп тора ла инде. Балалар үҫтерә, йорт төҙөй, күпләп мал аҫрай. Тик малы, ҡош-ҡорто ихатаһында тулып йөрөгән халыҡтың төп проблемаларының береһе - үҙе үҫтергән, экологик яҡтан таҙа, сифатлы ит продукцияһын һатыу.
2018 йылдан илебеҙҙә сертификация системаһы эшләй башланы. Артабан малдан алынған продукция - ит, һөт һәм ит продукттарына ветеринар хеҙмәттәрҙән белешмә электрон формала ғына биреләсәк. Был фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар малын махсус һуйыу цехтарында, пункттарында һуйған осраҡта ғына һатыуға сығара ала тигәнде аңлата.
Мал һуйыу цивилизациялы процесс булырға тейешлеген бер нисә йыл элек федераль кимәлдә тәҡдим иткәйнеләр инде. Таможня союзының техник регламентына ярашлы, 2014 йылда эре мөгөҙлө малды һуйып һатыусылар өсөн яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Талаптар буйынса, эре мөгөҙлө малды йәки сусҡаны һатыу өсөн үҫтерәһең икән, тимәк, малды махсус цехтарҙа айырым хаҡҡа һуйҙырырға тейешһең. Ул ваҡытта уҡ яңы талаптар фермерҙар араһында ғына түгел, ауыл халҡында ла ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Был турала дүрт йыл дауамында һөйләнек, тик уның нисек тормошҡа ашырыласағы тураһында алдан аныҡ ҡына бер нәмә лә әйтеп булманы. Һуйыу ҡағиҙәләре лә әллә ни ҡәтғиләштерелмәне. Ул Рәсәй Президенты ҡарары менән кисектерелеп килде. 2018 йылдан хәл тулыһынса үҙгәрҙе. Бынан һуң махсус урында, нормаға ярашлы шарттарҙа һуйылған итте генә сауҙаға сығарырға рөхсәт ителә. Был, әлбиттә, тик һатыласаҡ иткә генә ҡағыла. Итте һатыу нөктәләренә, билмән цехтарына тапшырырға теләйһеңме, баҙарға сығарып һатырға йыйынаһыңмы - айырмаһы юҡ. Элеккесә малыңды ихатаңда һуйып, йәрминкәгә килтереп һатып, аҡса эшләп булмай хәҙер.
Властар Рәсәй биләмәһендә эпизоотик хәлде контролдә тотоу, мал менән бер рәттән, кешеләргә лә хәүеф менән янаған ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында, халыҡ өсөн эшләнелә тиһәләр ҙә, ябай ауыл халҡы ла, һуйыу цехтары ла әлегә уның файҙаһын күрмәй. Предприятиелар ит һәм ит продукттарын эшкәртеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған: заман талаптарына тап килгән эшкәртеү цехтары, төрлө температураларға ҡуйыу мөмкинлеге булған бер нисә ҙур һыуытҡыс камералар. Шулай уҡ, иттең, әҙер продукцияның сифатын билдәләгән лабораториялары ла булыуы мөһим. Бына ошондай булырға тейеш хәҙерге мал һуйыу пункттары.
Мәҡәләне “Урал” гәзитендә (26.10.18) уҡығыҙ.