Оло йәштәгеләр менән эшләү ауыр ҙа, яуаплы ла, сөнки һин ҡарауһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалғандарҙың тормошон нисек тә еңеләйтергә, уларға терәктаяныс, серҙәш булырға тейешһең. Ҡартлыҡ бер кемде лә ситләп үтмәй. Һәр кем үҙенең ҡартлығы тураһында уйланырға, хәстәрләргә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтәһе лә беҙ уйлағанса бармай шул. Ҡарттарыбыҙҙың йәшәү рәүешен еңеләйтеү маҡсатында эшләгән ойошмабыҙҙың бик кәрәк булыуына үҙ тәжрибәмдә ышандым. Мин үҙем был ойошмала икенсе йыл ғына эшләйем, ә бына ошо еңел булмаған эштә 10 йыл намыҫлы хеҙмәт иткән Сәкинә Михаил ҡыҙы Сәғәҙәтованы изге күңелле фәрештә менән сағыштырыр инем. Беҙ икәүләп 39 кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Оло йөрәкле, бай күңелле, алсаҡ хеҙмәттәшемде бөтәһе лә үҙ ҡыҙҙарылай күрә, ярата, сикһеҙ рәхмәттәрен еткерә.
Ошо көндәрҙә ойошмабыҙҙың етәксеһе Эльвира Рауил ҡыҙы Сәкинә Сәғәҙәтованы Почет грамотаһы менән бүләкләп, һаулыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләне. Ололарҙы ололаған, ихтирам иткән кеше генә бәхетле ҡартлыҡҡа өмөт итә ала. Ҡарауһыҙ ҡалғандарҙың тормошон еңеләйтеүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән хеҙмәттәшем һәм әхирәтем менән сикһеҙ ғорурланам һәм һоҡланам. Башҡаларға ҡылған изгелектәрең үҙеңә икеләтә артып әйләнеп ҡайтһын. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тиҙәр бит. Ә һиңә булған рәхмәттәрҙең иге-сиге юҡ.