Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө айҡанлы, Сермән социаль-мәҙәни үҙәгендә хәтер кисәһе уҙҙы. Кисәгә Рәсәй тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған сәйәси “таҙартыу” ҡорбандарының нәҫелен дауам итеүсе туғандары, ауыл активы, ауылдаштары йыйылды. Йыйылыусылар золом ҡорбандарына ҡуйылған мемориал таҡтаға венок һалғандан һуң, “Тарихтың аҡ таптары” тип аталған хәтер кисәһен ауыл музейы директоры Рәмзиә Мамедова башлап ебәрҙе. “Ауыл ерендә хәлле йәшәгән кешеләргә “кулак” мөһөрө тағылып, интеллигенция вәкилдәре нахаҡҡа ғәйепләнеп һөргөнгә ебәрелә, төрмәгә ябыла һәм күптәре атыла. 1937 йылдың көҙөндә генә Сермәндән бер ғәйепһеҙ 29 ябай хеҙмәтсән аяуһыҙ эшләгән репрессия тирмәненә эләгә. Күптәр бала саҡтарында мөһөр тағылып, яҙмыш әсеһен үҙ иңендә татыған. Сермәндәр генә түгел, Өфөлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ, өс нарком - Шаһиәхмәт Дауытов, Ибраһим Абызбаев, Кинйәбай Ишмөхәмәтов, Белорет район Советының яуаплы секретары Айытбай Хәлилов репрессия ҡорбаны була. Уларҙың ғаиләләре, балалары ауыр тормошта юғалып ҡалмай, белем ала, тормош ҡора, лайыҡлы граждандар булып Автор фотоһы. үҫеп, илебеҙгә хеҙмәт итә”, - тине музей етәксеһе һәм һүҙҙе Сермән мәктәбенең IX класс уҡыусыларына, класс етәкселәре Раушания Хамматоваға бирҙе. Яҡындарының иңенә төшкән лагерь михнәттәре, ғәйепһеҙ “халыҡ дошманы”, “кулак” булып ҡан илауҙары, артабанғы яҙмыштары тураһында бәйән итте йәш быуын. Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтова хәтер кисәһендә ҡатнашҡан егет-ҡыҙҙарға ҡанлы тарихты артабан да онотмаҫҡа, ололарҙың әйтеп ҡалдырғандарын хәтерҙә һаҡларға саҡырҙы һәм Раушания Хамматоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Хәтер кисәһендә хеҙмәт ветераны, абруйлы аҡһаҡал Солтан Сиражетдинов, хөрмәтле ҡунаҡ, атаһы сығышы менән ошо ауылдан булған Зәлифә Әғләмова, “Урал” гәзите мөхәррире Сатура Минһажитдинова ҡанлы-шаңлы йылдарға тағы ла бер тапҡыр әйләнеп ҡайттылар. Сығыштарҙан һуң, Сермән ауыл Советы исеменән ауылдаштарына һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер Зәлифә Әхмәҙи ҡыҙына, ауыл хакимиәтенең йәмәғәт тормошон актив яҡтыртып барған “Урал” гәзите мөхәрририәтенә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Сатура Жәүәт ҡыҙы хәтер кисәһен ойоштороусыларға, йыйылыусыларға изге теләктәрен еткереп, берҙән-бер район гәзитен дә онотмаҫҡа, яҙылырға һәм уҡырға өндәне.
Сермән модель китапханаһы ла үҙ күргәҙмәһен әҙерләгән. Китапханасы Гөлнур Мусина золом ҡорбандары тураһында яҙылған китаптарға, ауыр юл аша үткән ауылдаштарына бағышланған буклеттарға, золом ҡорбаны булған яҙыусылар әҫәрҙәренә байҡау яһаны.
Хәтер кисәһе сәй табыны артында дауам итте. Имам Йомағол Абдрахманов аят уҡыны. Ололар хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Сермәндәр үҙ тарихын ҡәҙерләп һаҡлай. Кисәләр, осрашыуҙар үткәреп, яҡты киләсәк, өмөт биргән һәр көнөн, кешеләрен иҫкә алып тора. Тарихыбыҙҙағы ҡара биттәр бынан һуң бер ваҡытта ла ҡабатланмауын теләне Сермән халҡы хәтер кисәһендә.