Был көндө баш врачҡа район һәм ҡаланан 30-ға яҡын кеше төрлө шәхси һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Көндөҙгө сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем дауам иткән аралашыу ҡыҙыу барҙы. Шылтыратыусыларҙың күбеһе участка терапевтарының етешмәүенә, ташламаға эйә булып та бушлай дарыуҙар алып булмауына зарланды. Ике шылтыратыусы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында гинекологик креслоның төҙөк булмауына дәғүә белдерһә, өсөнсөһө район үҙәк клиник дауаханаһындағы бәҙрәфкә сумкалар өсөн элгестәр ҡуйыуҙы һәм балалар поликлиникаһы янында автобус туҡталҡаһы булдырыуҙы һораны. Шулай уҡ тире ауырыуҙары бүлегендә барған ремонт эштәренә бәйле килеп сыҡҡан уңайһыҙлыҡтарға, ошо бүлек белгестәренә эләгеү өсөн сираттың оҙаҡ үтеүенә һәм шул арҡала ҡабул итеү ваҡыты үтеп, врачҡа эләгә алмай, түләүле врачҡа барырға мәжбүр булыуҙарына ла зарланыусылар булды. Уҡшуҡ ауылынан шылтыратыусы пациент иһә офтальмолог кабинетында күҙ баҫымын һаман да элекке аппарат менән тикшереүҙәренә дәғүә белдерҙе. Ул Уҡшуҡ ауылындағы врачҡа тиклемге кабинетта эшләгән шәфҡәт туташы оло йәштәгеләргә өйгә йөрөп ярҙам күрһәтергә тейешме, тип тә ҡыҙыҡһынды. Был шылтыратыусы Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай ойошмаһы шәфҡәт туташтары өлгөһөндә беҙҙең ҡала һәм районда ла бушлай медицина ярҙамы ойошторорға ине, тигән тәҡдим дә индерҙе. Нура фермаһында йәшәгән һәм бөгөн хаҡлы ялда булған Фатима Иҫәнғәлина тормош иптәше менән үҙенең ғүмер буйы маҡтаулы хеҙмәткәр булыуҙары, бөгөн, оло йәшкә еткәс, врачтар тарафынан иғтибар кәмеүенә үпкә белдерҙе. Йәшебеҙ үтеп, дөйөм эшкә кәрәгебеҙ бөткәйне, ҡәҙеребеҙ ҡалманы, өйгә врач саҡыртһаҡ, беҙгә бының өсөн түләнмәй тип, килеүҙән баш тарталар, тине ул. Тимер юл ауылынан шылтыратыусы ауылдарындағы ФАП-ҡа капиталь ремонт кәрәклеге, был мәсьәләнең 3 йыл буйы хәл ителмәүенә зарланды. Евгений Владимирович ФАП урынлашҡан бинаның РЖД ойошмаһыныҡы булыуы һәм уның ҡуртымға алыныуы хаҡында белдереп, ремонт мәсьәләһенең контролдә булыуын, мөмкинлектән сығып, уны үҙ көстәренә ремонтлау юлдарын табырға вәғәҙә бирҙе. МРТ аппараты аша медицина тикшеренеүе үтеүҙең үтә ҡыйбат булыуын белдереп, берәй ҡасан беҙҙең ҡалала бындай тикшеренеүҙәр бушлай булырмы, тип тә ҡыҙыҡһындылар. Райондан килеүселәрҙең бер көндә диспансеризация үтеп өлгөрә алмауына һәм унда тар йүнәлештәге белгестәрҙең тикшермәүенә лә ризаһыҙлыҡ күрһәттеләр. Киләсәктә балаһын Башҡорт медицина университетында уҡытырға теләгән ата-әсәләр Евгений Владимирович Кустовтан маҡсатлы йүнәлтмә алып буламы, бының өсөн ниндәй документтар кәрәк тип һорашты.
Ә инде ҡайһы бер һорауҙар буйынса, йәғни төрлө диагноздар, ауырыу сәбәптәре буйынса шылтыратыусыларға, ауырыу тарихын ныҡлап өйрәнгәс, аныҡ ваҡыт билдәләп, айырым ҡабул итәсәген белдерҙе, баш врач.