Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Ноябрь 2018, 16:17

Ниәт иткән - теләгенә еткән

2014 йылдан тормошҡа ашырыла башлаған программа буйынса районда бик күп эштәр башҡарыла. Йәмәғәтселектең «Урындағы инициативаларға ярҙам итеү» программаһына ышанысы ла арта. Проектта ҡатнашырға теләгән ауыл хакимиәттәренең дә йылданйыл артыуы күҙәтелә, улар үҙ проекттарын тәҡдим итеп, еңеүгә өлгәшә. Халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп сығып, урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп, республика хөкүмәтенең ярҙамын алыуға ирешә. Проектты тормошҡа ашырыуҙа эшҡыуарҙар ҙа, ерле халыҡ та үҙ өлөшөн индерә. Хатта ошо ерҙә тыуып үҫеп, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа финанс ярҙамы күрһәтә.

Алға ҡуйылған маҡсаттар ҙур, әлбиттә. Иң элек “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” программаһы буйынса еңеп сыҡҡан хакимиәттәрҙең былтырғы эштәрен теүәлләп ҡуйыу бурыстары тора. Ауыл хакимиәттәренең барыһы ла тиерлек уларҙы тейешенсә атҡарып сыҡҡандан һуң, урындарҙа йыйылыштар үтеп, киләһе йылға пландар, бурыстар ҡуйыла. Ә 2019 йылдың май айында быйыл программала ҡатнашыусылар араһындағы еңеүселәр иғлан ителәсәк. Йәй ремонт эштәре менән үтһә, көҙгә яңыртылған, төҙөкләнгән объекттар бер-бер артлы сафҡа инә, техника һатып алына. Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған был эш ауылдарҙың тормош-көнкүрешен тағы ла яҡшыртасаҡ. Халыҡ был программаларҙың файҙаһын хәҙер яҡшы аңлай. Үҙебеҙ өсөн бит, тип башланғысты ихлас хуплап сыға, документтар ҙа ваҡытында әҙерләнә, аҡса ла ваҡытында йыйыла. Ә һөҙөмтәләр үҙҙәре үк әйтеп тора.
Урамдар яҡтырҙы, артабан...
Сосновка ауыл хакимиәте лә бына бер нисә йыл инде “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү”, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Реаль эштәр” проекттарында дәррәү ҡатнаша. Был проекттар халыҡтың проблемаларын уртаға һалып, ыңғай хәл итергә булышлыҡ итә. Бер нисә йыл элек “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проекты сиктәрендә оҙаҡ йылдар буш торған элекке “Заря” колхозы бинаһы ремонтланып, ауыл хакимиәтенә, Сосновка амбулаторияһына тапшырылды. Арский ташы халҡы ла программалар файҙаһын ярайһы уҡ күрә. “Реаль эштәр” программаһында ҡатнашып, быйыл ауылдың Үрге, Үҙәк, Түбәнге урамдарына яҡтыртҡыстар ҡуйылды. Ут бағаналары 2015 йылда алыштырылһа, быйыл иһә 53 диодлы лампалары, иҫәпләү приборы үткәрелде. Проект 500 мең һумға төшкән. Лампалар ҙа артып ҡалған, уларҙың киләсәктә лә кәрәге тейәсәк әле. Эштәрҙе Алексей Павлович Талалаев етәкселегендәге “Энерготехсервис” йәмғиәте атҡарып сыҡҡан. Хәҙер Арский ташында йәшәүселәргә киске сәғәттәрҙә урамға сығыу ҙа ҡурҡыныс та, хәүефле лә түгел.
Икенсе көнүҙәк мәсьәлә - Арский ташы халҡын һыу үткәргес, һыу менән тәьмин итеү. Ауыл халҡы быға тиклем “Арский ташы” туристик базаһы скважинаһы менән файҙаланды. Был мәсьәләне лә көйләп булыуын күҙ уңында тотоп, урындағы хакимиәт скважина төҙөргә ҡарар итте һәм “Реаль эштәр” проектына заявка бирҙе. Проект 500 мең һумға иҫәпләнгән. Оҙаҡламай ауыл халҡыла скважиналы буласаҡ. Ведомствоара комиссия ла үҙенең ыңғай яуабын биргән, хәҙер пландарҙы тормошҡа ашыраһы ғына ҡалған.
Мәҙәни саралар - йылы мәҙәниәт усағында
Былтыр рысыҡайҙар ауыл клубында ремонт эштәре башҡарыу өсөн тауыш биргәйне һәм был йүнәлештә эш тамамланды тиерлек. Конкурстан финалға үтеү мөмкинлеге ҙурыраҡ булһын өсөн халыҡ был изге эштән ситтә ҡалмай аҡсалата ярҙам итте. Бағыусы - “Строй-минерал” йәмғиәте лә (генераль директоры - Сергей Алексеевич Рожков) тос өлөш индерҙе. Төҙөкләндереү эштәре программа ярҙамында башҡарылды. Шулай итеп, капиталь ремонт өсөн ауыл халҡынан, бағыусыларҙан һәм урындағы ҡаҙнанан 49-шар мең һум, 248 мең һум республика ҡаҙнаһынан бүленде.
Подрядсылар бина нигеҙенең бер өлөшөн һүтеп, яңыһын бетондан ҡойған, тулыһынса иҙәнен алыштырған, сәхнәһен тигеҙләгән, серегән ағас тәҙрәләр, ишектәр тулыһынса яңыртылған, мейес тә икенсе бүлмәгә күсерелгән. Ғөмүмән, 1977 йылда төҙөлгән бинала ремонт эштәре тамамланған.
Рысыҡай ауылының һәүәҫкәр артистары ла мәҙәни усаҡты асыу тантанаһына күптән әҙер һәм түҙемһеҙлек менән көтә. Ә ауыл ағинәйҙәренең, клуб хеҙмәткәрҙәренең йылы бинала тағы ла илһамланып эшләргә дәрттәре лә, дармандары ла етерлек. Ауыл клубында 7 түңәрәк эшләп килә һәм унда төрлө йәштәге 44 кеше шөғөлләнә. Артабан ауыл һәүәҫкәрҙәре ойошторған матур сараларҙы рысыҡайҙар ҙа йылы, яҡты бинала ҡарау мөмкинлегенә эйә булды.
Икенсе йылға ауыл клубының тышын буяу эштәре ҡалған, ә кәртәһен ауылдың уңған ир-егеттәре эшләп, апайҙары буяп ҡуйған да инде. Әйткәндәй, рысыҡайҙар буш ятырға яратмай: ир-егеттәр үҙ көстәре менән медпунктты кәртәләгән, зыяратты ла тәртипкә килтергән, таҙартҡан.
Тулы материалды гәзиттең 93-ө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: