Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Ноябрь 2018, 16:19

Төҙөк юлдар - социаль-иҡтисади үҫеш нигеҙе

Бөгөн “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда юл тармағы өлкәһендәге иң алдынғы предприятиеларҙың береһе булып һанала. Уның тарихы республиканың бөтә транспорт селтәре үҫеше менән тығыҙ бәйле. Транспорт тармағы алға киткән һайын юлсыларға ла яуаплылыҡ артып, эш һәм бурыстар күбәйә бара. Белорет районы юлдарын “Башкиравтодор” йәмғиәтенең филиалы булған Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы хеҙмәтләндерә.

Бөгөн муниципаль районда 930 саҡрым автомобиль юлы бар тип иҫәпләнә. Ошо юлдың 402,6 саҡрымына - асфальт-бетон, 527,3 саҡрымына ҡырсынташ түшәлгән. Район һәм ҡала юлдарын тәртиптә тотоу өсөн 240 кеше көс түгә. Нәҡ ошо кешеләр ярҙамында райондың иң өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе хәл ителә лә инде. Уларҙың хеҙмәт сифаты социаль-иҡтисади үҫеш һәм лайыҡлы тормош нигеҙен булдыра. Шул арҡала был тармаҡтың тотороҡло эшләүе, яҡшы һөҙөмтә булдырыу өсөн федераль, республика һәм урындағы бюджеттан ҙур финанс ярҙамы бүленә.
Ошо көндәрҙә Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Юбилей сараһына килгән ҡунаҡ тар тантаналы йыйылыш алдынан идаралыҡ ихатаһына ҡуйылған техника күргәҙмәһе менән танышты. Бөгөн техниканың барыһы ла ҡышҡы юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн әҙер, был йәһәттән проблемалар юҡ. Юл тармағы өлкәһендәге талаптарҙы тейешле кимәлдә үтәү өсөн барлыҡ саралар ҙа күрелә. Шулай ҙа талаптарҙың һәм бурыстарҙың йылдан-йыл ҡәтғиләшә, етдиләнә барыуын иҫәпкә алғанда, идаралыҡтағы күп кенә техниканы яңыртыу мәсьәләһе лә бар, тип белдерә етәкселәр.
Юбилей сараһына арналған тантаналы йыйылыш тамаша залында дауам итте. Унда “Башкиравтодор” йәмғиәтенең генераль директор урынбаҫары Эдуард Ғәйнуллин, профсоюз ойошмаһы рәйесе Сергей Камнев, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы начальнигы Александр Калинин, “РОБ РОСПРОФТРАНСДОР” йәмғиәте рәйесе Марат Дәүләтшин, юл тармағы хеҙмәткәрҙәре, ветерандары ҡатнашты. Йыйылыш Белорет юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы хеҙмәтенә арналған фильм менән башланып китте. Предприятие начальнигы Александр Калинин предприятиеның тарихы тураһында һөйләне, эшмәкәрлек һөҙөмтәләре, киләсәккә пландар менән таныштырҙы. Артабан сығыш яһаусылар тармаҡтың бөгөнгө көндәге әһәмиәтен билдәләп, юлсыларға еңел булмаған эштәрендә уңыштар, үҫештәр теләп, байрам менән ҡотланы. Сара барышында күп кенә хеҙмәткәрҙәр һәм ветерандар юл тармағы үҫешенә индергән өлөшө, ошо өлкәләге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙҙарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Александр Шунин, Андрей Акатьев, Николай Серегин, Владимир Калинин, Рәшит Ғәбделмәнов, Вәсилә Абдрафиҡова һәм Марина Кожевникова - «Башкиравтодор» йәмғиәтенең, Александр Аверьянов, Александр Колесов, Геннадий Шишкин, Павел Ионов, Николай Сысоев, Алексей Точилкин, Тәлғәт Шәйхитдинов һәм Раян Хаиров - Белорет ҡала Советының, Рәмис Бәҙретдинов, Владимир Бочков, Валерий Королев, Игорь Тараканов һәм Александр Калинин Бөтә Рәсәй Автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика ойошмаһы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Читайте нас: