Баҙар иҡтисадының ҡаты ҡанундары ошоға тиклем гөрләп эшләп килгән комбинат өҫтөнә лә ҡанаттарын йәйҙе. Урал аръяғы райондары араһында һөт продукциялары етештергән иң ҙур предприятиеларҙың береһе ни өсөн банкротлыҡ хәленә етте һуң? Шуныһын айырып әйтергә кәрәк, комбинаттағы ҡатмарлы хәл бер көн эсендә генә килеп сыҡманы. Уның сәбәптәре лә төрлө. Мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа илгә ситтән күпләп һөт аҙыҡтары индерелеүе берәүгә лә сер түгел. Аҡсаға етешмәгән халыҡ сифатҡа түгел, тәү сиратта осһоҙло хаҡҡа өҫтөнлөк бирҙе. Көслө конкуренттар арҡаһында ҡайһы бер етештереүселәр үҙ тауарына хаҡты төшөрөргә мәжбүр булды. Ә инде бары тик тәбиғи сеймал менән генә эш иткән май-сыр комбинатына бындай юлға барыу көрсөккә илткән тәүге аҙым булыры билдәле ине. Аҡса мәсьәләһе тәү урында торғанлыҡтан, элекке кеүек бер юлы икешәр пакет һөт алыусылар ҙа кәмене, ә инде сифатына ҡарамай осһоҙораҡ тауар алыуҙы хуп күреүселәр, киреһенсә, күбәйҙе. Комбинат директоры Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин белдереүенсә, йыл башынан етештереү кимәле 20 процентҡа төшә. Һалым, кредит түләүҙәре өсөн киткән 25 млн. һум аҡса ла кеҫәгә һиҙелерлек йоғонто яһай. Йәйгеһен, кеүәҫ һатып, күп кенә сығымдарҙы ҡаплауға өлгәшһәләр, миҙгел бөтөү менән сентябрь башында был мөмкинлек тә юғала. Кредит өҫтөнә кредит алып ҡына проблеманы хәл итеп булмауы ла асыҡлана. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, Белорет металлургия комбинатының 16-сы ҡаҙанлығын ябып, электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу технологияларына күсеүе лә килеп сыҡҡан хәлде киҫкенләштерә генә.
- Комбинаттың был ҡаҙанлығы беҙҙең предприятиены ла хеҙмәтләндерә ине. Уның ябылыуы сәбәпле, үҙебеҙҙең ҡаҙанлыҡты төҙөргә мәжбүр булдыҡ, был иһә тағы ла 20 млн. һум тигәнде аңлата. Ярҙам һорап, Республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итергә тура килде. Бөгөн предприятиены һаҡлап алып ҡалыу өсөн күмәкләп инвесторҙар эҙләү менән мәшғүлбеҙ, аҙна һайын тиерлек беҙҙең ҡатнашлыҡта кәңәшмәләр үткәрелә. Әлегә комбинат эшмәкәрлеген, яңы ҡаҙанлыҡты сафҡа индергәнсе генә тип, туҡтатып торҙоҡ. Шулай ҙа хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла ҡыҫҡартыу тураһында белдереү ҡағыҙы бирергә тура килде. Хәл яйланып киткән осраҡта уларҙы кире ҡайтарыу ҡыйын булмаясаҡ. Комбинаттың эшмәкәрлеген туҡтатыу аҙмыкүпме эш урындарының юғалыуына ла килтерәсәк. Әлегә тиклем йәйге көндәрҙә 200- ләп, ҡышҡыһын 100-ҙән ашыу кеше эшләй ине. Килеп сыҡҡан көрсөктән сығыу өсөн төрлө юлдар эҙләйбеҙ, - ти май-сыр комбинаты директоры Нәзиф Солтан улы Фәйзуллин.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав МИРОНОВ та май-сыр комбинатында килеп сыҡҡан ҡатмарлы хәлгә борсолоу белдерә.
- Комбинаттың ауыр финанс хәлендә ҡалыуы етештереү күләменең кәмеүенә лә килтерҙе. Предприятиеның сеймал һатып алыуға әйләнештәге аҡсаһы юҡ. Был хәл энергия менән файҙаланған өсөн түләргә лә мөмкинлек бирмәй. Фермерҙар һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр быға тиклем дә һатып алған һөт өсөн ваҡытында түләмәгәндәренә ризаһыҙлыҡ белдерә ине. Май-сыр комбинаты шәхси предприятие, килеп сыҡҡан хәл өсөн дә тулыһынса улар яуаплы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, муниципаль район хакимиәте был мәсьәләнән ситтә ҡала алмай. Проблеманы хәл итеү юлы - уңышлы инвесторҙар табыу. Әлеге ваҡытта беҙ ҙә комбинатты һаҡлап ҡалыуҙың төрлө юлдарын эҙләйбеҙ. Урал аръяғында һөт продукциялары етештергән иң эре предприятие булараҡ, комбинаттың үҙ эшмәкәрлеген дауам итеүе бөтә район-ҡала өсөн мөһим мәсьәлә.
Эйе, үҙ ереңдә үҫкән һәм етештерелгән ризыҡтың ғына сәләмәтлек өсөн шифалы, файҙалы булыуы ғалимдар тарафынан күптән иҫбат ителгән инде. Шуға күрә май-сыр комбинаты ла был көрсөктө уңышлы үткәреп, иҡтисади тотороҡлоҡ һаҡлай алыр тип ышанайыҡ. 70-кә яҡын сифатлы продукция сығарған предприятие етештереү ҡеүәтен яйға һалып, уңышлы эшләп китер, ә һатып алыусылар артабан да экологик яҡтан таҙа, тәбиғи продукция менән генә ризыҡланыр тигән ышаныс бар әле.