Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Ноябрь 2018, 17:24

Йәмәғәт палатаһы кәңәшмә үткәрҙе

Республиканың Йәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй. Уның төп бурысы - бөтә төр мәсьәләләр буйынса, бигерәк тә социаль һорауҙарға ҡағылышлы эштәрҙә халыҡҡа ярҙам күрһәтеү. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаларының кәңәшмәһе булып үтте.

Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина район-ҡаланың Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ирина Реусҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина район-ҡаланың Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ирина Реусҡа Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.
Унда шулай уҡ республиканың Аҡһаҡалдар советы, муниципаль райондың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында Йәмәғәт палатаһы эше, халыҡҡа социаль мәсьәләләрҙә ярҙам күрһәтеү, киләсәккә ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләштеләр.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина сығышында Йәмәғәт палатаһының эше менән халыҡты таныштырыу өсөн урындағы Йәмәғәт палатаһы, муниципаль район сайттарына башҡарылған эштәрҙе күрһәтеп, мәғлүмәттәр ҡуйып барырға тәҡдим итте. Шулай уҡ урындағы Йәмәғәт палатаһының эше, ҡабул итеү көндәрендә кешеләрҙең ниндәй һорауҙар менән килеүе тураһында ла белеште. Ул элекке Халыҡ контролен тергеҙеү ҙә яҡшы һөҙөмтәләр бирер ине, тине. Йәмәғәт контроле, йәмәғәт мониторингы, йәмәғәт тикшереүе, йәмәғәт экспертизаһы булдырыу тураһында ла фекерҙәре менән уртаҡлашты. Республиканың Аҡһаҡалдар советы рәйесе Рәис Ямалетдинов республикала оло быуын кешеләренә бөтә төр һорауҙар буйынса ла ярҙам бик ныҡ кәрәк, тине. Әлеге ваҡытта аҙ ғына пенсия алған ололар бөтә яҡтан да ауырлыҡ кисерә. Ауыр тормош шарттарына Йәмәғәт палатаһы кәңәшмә үткәрҙе тарыған граждандарға ярҙам итеүселәр һаны бик аҙ, тип килеште йәмәғәтселәр. Оло йәштәге кешеләргә хоҡуҡи яҡтан, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү өсөн йәмәғәт ойошмалары менән генә түгел, ә дәүләт ойошмалары, коммерция менән шөғөлләнгән предприятиелар менән дә эш алып барыу мөһим.
Әлбиттә, хәл ителмәгән мәсьәләләр бик күп. Халыҡ мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән дәүләт ойошмалары ла аҡсаға наҡыҫлыҡ кисерә. Муниципалитеттар ҙа дотацияға йәшәй. Бар нәмәне лә бер юлы эшләп булмай. Шуға ҡарамаҫтан, республикала ыңғай күренештәр күп. Юлдар һалына, объекттар төҙөлә, шәхси йорттар һалына. Төрлө өлкәләр буйынса халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн күп нәмә эшләнә.
Сығыш яһаусылар дәүләттән грант алыу өсөн проекттарҙы уңышлы ғәмәлгә ашырыу юлдары менән дә уртаҡлашты, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар ҡуйҙы.
Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина район-ҡаланың Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ирина Реусҡа Маҡтау ҡағыҙы, Йәмәғәт фонды сығарған “Башҡортостандың 100 иң яҡшы социаль проекты" исемле китап бүләк итте. Унда Башҡортостан буйынса киң таралған һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырған ойошмалар һәм лидерҙар тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Китапҡа район-ҡаланың Инвалидтар ойошмаһы проекты ла ингән.
Махсус әҙәбиәт һәм китаптар урындағы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Миләүшә Фәхретдиноваға ла тапшырылды.
Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡабул итеүгә килеүселәрҙе тыңланы. Унда урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу, Косогорный биҫтәһендә юл булмау, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр, торлаҡ, ағас бүлеү, ер участкаларын рәсмиләштереү, Тирлән һәм Йөйәк ауылдарында клубтарҙың авария хәлендә булыуына ҡағылышлы һорауҙар яңғыраны. Ҡайһы бер һорауҙарға яуап шунда уҡ бирелде, ә ҡайһылары контролгә алынды.
Читайте нас: