Мулдаҡай район үҙәгенән 150 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауыл Силәбе өлкәһе менән сиктәш. ҠатауИвановскийға ла 47 саҡрым ҡала. Мулдаҡайҙа 55 хужалыҡ иҫәпләнә. Заманында тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов һәм Премьер-министр Рафаэль Байдәүләтов тырышлығы менән һалынған социаль-мәҙәни үҙәктә мәктәп, ауыл китапханаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, ауыл клубы (уныһы бер бүлмәне генә тәшкил итә) урынлашҡан. Ауыл халҡының да шул күҙ терәп торғаны үҙәктә урынлашҡан социаль тәғәйенләнешле учреждениелар. Улар ябылһа, ауыл бөтә тигән һүҙ, ти ауылдаштар.
Мәктәп коллективына килгәндә иһә, уға Тимур Ғәли улы Зәйнетдинов етәкселек итә. Учреждениела 8 педагог эшләй. Әле тулы булмаған урта мәктәптә 37 уҡыусы белем ала. Исҡушты ауылынан 15 бала көн дә мәктәп автобусында йөрөп уҡый. Оҙаҡ йылдар мәғариф системаһында эшләгән Сәүиә Ғилфан ҡыҙы Фәйрүзова, Люциә Сабирйән ҡыҙы Юламанова кеүек тәжрибәле уҡытыусылар менән бергә хеҙмәт юлын бер нисә йыл элек башлаған инглиз теле уҡытыусыһы Айзилә Илгиз ҡыҙы Зәйнетдинова ла үтә.
Мәктәптә балаларға төплө белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, шулай ҙа директорҙы борсоған мәсьәләләр етерлек әле. Мулдаҡай яҡтарында ҡыш ҡырыҫ килә. Өйөрмә ҡар-бурандары мәктәп коллективына ғына түгел, ауыл халҡына ла әллә күпме мәшәҡәт тыуҙыра. Ауылға тиклем юлды Инйәр ПУЖКХ-һы хеҙмәтләндерһә, ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу Асы ауыл хакимиәте өҫтөндә. Һуңғы көндәрҙә ҡар күп яуыу сәбәпле, Инйәр хужалығы таҙартып өлгөрә алмай. Шуға ла Исҡушты балаларын ваҡытында һәм көн дә мәктәпкә йөрөтөүҙә мәшәҡәттәр килеп сығып ҡына тора. Балаларҙы именаман, ваҡытында мәктәпкә йөрөтөү өсөн учреждениеға тулы приводлы автобус, ябайса әйткәндә “вездеход” талап ителә. 2011 йылда алынған мәктәп автобусы ла ваҡыты-ваҡыты менән сафтан сығып тора. “Республикала яңы мәктәп автобустары тапшырыла башланы, исемлектә Мулдаҡай мәктәбе лә бар. Шундай уҡ автобус алыу менән үҙгәрештәр әллә ни булмаясаҡ”, - тип борсола мәктәп директоры.
Тулы материалды гәзиттең 97-се һанында уҡығыҙ.