Шуға ла муниципаль район хакимиәте вәкиле, ауыл хакимиәте башлығы һәм хеҙмәткәре юлдарҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, Механизатор, Дауытов, Исмәғилев һәм Заһиҙуллин урамдарына ҡырсынташ түгергә кәрәклеге билдәләнде. Юл фондына йыйылған 99 420 һум аҡсаға эшҡыуар Рәүф Хәлитов барлыҡ эштәрҙе башҡарҙы. Водителдәр Хәкимйән Зарипов, Рәсүл Сафин, тракторҙа Илсур Ғаззалов тәғәйенләнгән эштәрҙе тиҙ генә атҡарып та ҡуйҙылар. Рәис Әүбәкиров бульдозерҙа түшәләһе урындарҙы тигеҙләп сыҡты.
Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, тиҙәр бит халыҡта. Булған аҡсаға арыу ғына эштәр атҡарылды. Ауылыбыҙҙың һәр башланғысында алда йөрөгән Вәкил Канафин да урамында машиналыларҙан аҡса йыйып, махсус аҡ таш һатып алып, соҡорҙарҙы тигеҙләп сыҡтылар. Уға “афарин”дан башҡа ни әйтәһең инде.
60-сы йылдарҙа Үҙәк урамға түшәлгән асфальт та боҙолдо. Барлыҡҡа килгән соҡорҙарҙы йыл да ямауҙың файҙаһы ла булманы. Быйыл 1 саҡрым 550 метр оҙонлоғондағы Калинин урамы юлына капиталь ремонт эшләнде. Күләмле эшкә барлығы 5 668 826 һум аҡса сарыф ителде. Шуның 5 583 794 һумы - республика, 85 мең һумы район ҡаҙнаһынан бүленде. Ремонт эштәрен юл ремонтлау-төҙөлөш идаралығы башҡарҙы.
- Киләһе йылда йыйылған аҡсаға башҡа урам юлдарын да ремонтларбыҙ, - тине ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтова.