Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы быға тиклем дә заманса ҡорамалдар, аппараттар менән йыш йыһазландырылды. Мәҫәлән, пациенттың ҡанын ашығыс таҙартыу аппараты менән эшләү, лапараскопик тикшереүҙәр һәм операциялар яһау урындағы медицинаның бер урында ғына тормауын күрһәтә. Заман техникаһы менән эшләү ѳсѳн аҡ халатлылар үҙҙәре бер туҡтауһыҙ белемен камиллаштыра, оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле табиптар ҙа тѳрлѳ курстар үтә, Интернет селтәре аша республика белгестәре менән кәңәшләшеп, уларҙың тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Белорет перинаталь үҙәгендә быйыл ғына 1 800 буласаҡ әсә ҡабул ителеүен (был һан былтырғынан 150 кешегә күберәк) һәм беҙгә сит райондарҙан да килеп бала табырға теләүселәрҙең күплеген иҫәпкә алһаҡ, эксперт класлы УЗИ аппаратын ҡайтарыу ҡатын-ҡыҙҙар өсөн айырыуса ҡыуаныслы ваҡиға булды. Яңы аппарат буласаҡ баланың енесен генә билдәләп ҡалмай, ә ҡарындағы баланың үҫешен, сәләмәтлеген, ниндәйҙер тайпылыштарын күрергә лә ярҙам итә. УЗИ һөҙөмтәһенә ҡарап, ата-әсә баланы табырғамы йә иһә алдырырғамы икәнен үҙе хәл итә. Врачтар иһә, үҙ сиратында, үҙенсәлекле үҫештәге баланы нисек таптырыу һәм ярҙам итеү юлдарын һайлай. Быға тиклем ауырлы ҡатындар планлы скрининг үтеү өсөн күрше Магнитогорск йә иһә Өфө ҡалаларына түләүле тикшереү үтергә йөрөй ине. Сит ҡалала ошондай аппарат аша үҙ сабыйының 3D һүрәтен эшләтеп алыусылар ҙа күп булды. Заманса аппарат ҡарындағы баланың йөрәк үҫеше, ҡан тамырҙары, ашҡаҙан-эсәк тракты, терәкхәрәкәт аппараты, баш мейеһе һәм башҡа органдарының аномалияларын юғары теүәллектә асыҡлай. Юғары технологиялы тикшереү кимәле менән тәьмин итеү өсөн техникаға ҡиммәтле программалар пакеты һалынған. Был иһә органдар, ҡан тамырҙары һәм туҡымалар структураһындағы үҙгәрештәрҙең иң нескә деталдәрен дә күрергә ярҙам итә. Заманса һанлы аппарат 3D-4D (HD) режимында эшләй. Үтә ҡыйбат булыуы сәбәпле, бындай аппаратҡа илдәге бик һирәк кенә поликлиникалар эйә. Үҙәк район клиник дауаханаһы һәм перинаталь үҙәк етәкселегенең һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә яңы технологиялар индерергә тырышыуы арҡаһында белореттар ошондай бәхеткә эйә булды ла инде.