Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
11 Декабрь 2018, 17:32

Оло өйгә ни кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк...

Белорет районының көнбайыштағы ситендә ята Йөйәк ауылы Советы биләмәһе. Уға ике ауыл - Йөйәк һәм Ғәбдөк инә.

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙҙән ишеген асыр
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙҙән ишеген асыр
Власть алмашынды
Ноябрҙең тәүге ун көнлөгөндә Йөйәк ауыл Cоветы биләмәһе депутаттарының сессияһы өс кандидатура араһынан иң күп тауыш алған Салауатов Радим Ғариф улын хакимиәт башлығы итеп һайланы. Быға тиклем үткән сессия Шәүҡәт Ғариф улы Салауатовтың ауыл хакимиәте башлығы вазифаһынан бушатыуҙарын һорап яҙған ғаризаһын ҡәнәғәтләндергәйне.
Был ваҡиғаның тарихын күҙ алдына баҫтырайыҡ. Шәүҡәт Ғариф улының үҙенә һүҙ бирәйек:
“Мине 1990 йылдың 2 апреленән бирле әлегә тиклем депутат итеп халыҡ һайланы. Тәүҙә ауыл Советы рәйесе ярҙамсыһы булдым. Ул эште төп эшемдән айырылып башҡарҙым, унан һуң башҡарма комитет рәйесе, ә 1992 йылдан ауыл Советы биләмәһе башлығы булдым. Бер саҡырылышты иҫәпләмәгәндә, хәҙерге көнгә тиклем ошо вазифаны башҡарҙым. Ошо осорҙа ауыл биләмәһе территорияһында байтаҡ эштәр башҡарылды, күбеһен тик ныҡышмалылыҡ, төрлө ишектәрҙе асып инеп, хәлде аңлатып ирешә алдым, Йөйәктә электр линияларын алмаштырыу, уға хужа табыу, Йөйәк станцияһындағы өйҙәрҙе йылытыу проблемаһын хәл итеү, һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә ярҙам алыуға өлгәшеү һәм башҡа эштәрҙе район хакимиәтенән үтеп, туранан-тура бәйләнешкә инеп атҡарырға мөмкин булды. Ауыл ветерандарының ФАП мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мѳрәжәғәт итеүе лә һѳҙѳмтәһеҙ ҡалманы. Бына ошо көндәрҙә ФАП ишеген асасаҡ. Оҙаҡ йылдар Социаль-мәҙәни үҙәк төҙөүҙе хәл итеп булмай. Хатта республика етәкселәренең вәғәҙәһен дә ала алдым, тик гел ҡаршылыҡҡа осрап торолдо.”
Яңы хакимиәт башлығына кандидаттар һайлау ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Сөнки 9 депутаттың бишәүһе пенсия йәшендә, береһе әле тәжрибәһеҙ, йәш, белемен дә күтәреү талап ителә. Һөйләшеүҙәр барышында район хакимиәте был вазифаға барырлыҡ бер генә кандидатура барлығы менән ризалашты һәм сессияла беренсе кандидатура - Салауатов Радим Ғариф улы - тәҡдим ителде. Ғәбдѳк депутаттары Ғәбдѳк ауылынан булһын башлыҡ тип, Ғилманов Рифат Хәлит улы кандидатураһын тәҡдим итте. Алдан ҡул күтәреп раҫланған регламент буйынса, асыҡ тауыш биреү юлы менән икенсе турҙа иң күп тауыш йыйған Салауатов Радим Ғариф улы хакимиәт башлығы итеп һайланды.
Сессия эшендә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Сафый улы Теләүбаев һәм район Советы секретары Олеся Хафиз ҡыҙы Иҙрисова ҡатнашты. Депутаттар Шәүҡәт Ғариф улына эшенә намыҫлы ҡарағаны, оҙаҡ йылдар ауылдар халҡы мәнфәғәтенә тырышҡаны өсөн рәхмәт әйтте. Район хакимиәте Шәүҡәт Ғариф улының эшен лайыҡлы баһаланы, уға район Советының иң ҙур наградаһы - Почет грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләк тапшырылды. Депутаттар һәм район хакимиәте вәкилдәре яңы етәксегә эшендә уңыштар теләне.
Ә проблемалар етерлек...
Оло өйгә ни кәрәк, бәләкәйенә лә шул кәрәк, ти халыҡ мәҡәле. Төпкөл ауылдар халҡы ла “Оло йорт” халҡы һымаҡ йәшәргә лайыҡ. Әйтергә кәрәк, элекке хакимиәт тырышлығы арҡаһында ауылдар проблемалары байтаҡ кәмене, тик улар етерлек. Заман талаптары буйынса, ауыл халҡының йәшәү рәүеше ҡала халҡыныҡынан ҡайтыш булырға тейеш түгел, барлыҡ инфраструктуралар ҙа, коммуникациялар ҙа халыҡты, ауылдыҡы, ҡаланыҡы тип айырмай, берҙәй уңайлыҡ менән тәьмин итергә тейеш.
Әйҙәгеҙ, Белорет-Өфө автоюлынан боролоп, 13 саҡрымлыҡ юлдан Йөйәккә йүнәләйек. Был юлды йәй көнө бер тапҡыр үткән сит кеше бында ҡабаттан йѳрѳмәҫлек була. Мәктәп ашханаһын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә ризалыҡ белдергән бер-ике сауҙа ойошмаһы етәксеһе юлдан үтеп ҡарағас: ”Это не реально!” - тип әйләнеп ҡайтып китте. Ярай, ауыл эшҡыуары, үҙенә лә ташырға кәрәк булғас, зарланмай, килтерә. Хәҙер башҡа райондарҙа ауылға ингән юл ғына түгел, ауыл урамдары ла асфальт менән ҡапланып бөткән, ә беҙ ҡайҙалыр үткән быуатта тороп ҡалдыҡ... Икенсе ҙур проблема - яғыулыҡ мәсьәләһе. Заманында етәкселек урман өҫтөгөҙгә ауып тора, тип газ үткәреү мәсьәләһенә иғтибар итмәне, ә Береш ауылынан ауылға туранан 9-10 саҡрым ғына үткәрәһе. Берештәрҙең яратҡан матур тәпәш кенә Йөйәк тауын аша төшһәң, тураға юл күпкә ҡыҫҡарасаҡ. Ә әлеге ваҡытта утын мәсьәләһе проблемаға әүерелә бара. Урмандың һөҙлөгө әллә ҡасан һөҙөлөп бөткән, төҙөлөшкә ылыҫлы ағас күптән табып булмай, урманға иғтибар юҡлыҡтан, япраҡлы ағастар ҙа күбеһе серек, утынға ла яраҡһыҙ, етмәһә ул йыраҡ та. Бер нисә йылдан халыҡ, ысынлап та, утын әҙерләү мәсьәләһендә ҙур ҡыйынлыҡ кисерәсәк. Газ яғыулығы - көнүҙәк мәсьәлә. Уны яҡын киләсәктә республика кимәлендә хәл итергә кәрәк. Юғиһә, элекке Башлыҡ Ҡырымдағы Белогорск районында булып ҡайтып, унда хатта ауылдарға газ үтмәгән, тип, бөтә республикаға яр һалғайны, ә үҙебеҙҙә Белогорсктың аҙашы тиерлек Белорет районында ауылдарға газ үтмәгәнен ул норма тип иҫәпләгәндер инде.
Шул ыңғайҙан мәктәп проблемаһына килеп төртөләбеҙ, ул үҙәк ҡаҙанлыҡтан (уныһы тимер юлы көслө саҡта һәйбәт эшләп, бар коммуникацияларҙы урындағы ойошмаларға күсергәс, Инйәр ПУЖКХ-һы эште ойоштора алмауы арҡаһында ташландыҡ хәлгә килде) баш тартып, 2000 йылдар башында электр йылытыуына күскәйне, әммә был үҙен аҡлап етмәне, 70-се йылдар уртаһында төҙөлгән башланғыс кластар яғына йылылыҡ барып етә алмай, ундағы бүлмәләр һыуыҡ, балалар өшөй, ауырый, күптәр оҙайлы дәрес ҡалдыра. Мәсьәләне ул башланғыс яҡҡа айырым электр ҡаҙандары ҡуйып хәл итергә булдыҡ, әммә газ үтһә, был проблема шунда уҡ юҡҡа сығыр ине. Әлегә мәктәбебеҙ коммуналь хеҙмәттәр буйынса районда иң ҡыйбатҡа төшкән мәктәптәр араһында беренсе урында.
Ауыл араһына килеп инһәң, тағы ла урам юлдары күҙгә ташлана. Урамдарҙы төҙөк тотор өсөн ауыл хакимиәтенең генә көсө етмәй, өҫтәлмә финанслауһыҙ яҡшы яҡҡа үҙгәреүгә өмөт юҡ. Быйыл Йөйәк ауылы “Матур ауыл” конкурсына район ауылдары араһынан үткәйне, тик финалға сыға алманы. Шундай матур ауылдың урамдары насар булыуы ла сәбәпсе булғандыр, бәлки. Бына аръяҡтағы Инйәр урамын алайыҡ. Тимер юлы менән йәнәшә ул. Ул урамдан мәктәп автобусын йөрөтөп булмай, ә ҡыш көнө станция юлдарының ҡары балалар мәктәпкә йөрөгән юлға һиптерелә, балалар боҙҙан Инйәрҙең һул ярына сығып, Инйәр күперенән һәм тимер юл аша күперҙән мәктәпкә барып ҡайтырға мәжбүр. Аңлатыу эштәре алып барылһа ла, улар араһында тимер юл аша үҙҙәрен хәүефкә ҡуйып йөрөүселәр табылып тора. Ә хәҙер шул уҡ Инйәр урамы станциянан үргә яр буйлап һуҙылды, был урамға инде бер ниндәй ҙә техника үтә алмай, Аллам һаҡлаһын, янғын сығып китһә, барырлыҡ та түгел. Был яҡ урамдың балалары ла көрт кисә-кисә мәктәпкә йөрөргә мәжбүр. Социаль-мәҙәни комплекс төҙөү проблемаһын яңы быуат башынан бирле күтәрә халыҡ. Ауылдан дүрт атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, өс танылған йырсы сыҡҡан. Ә мәҙәниәт усағы авария хәлендә. Быйыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өйҙәш булып мәктәпкә сыҡтылар, был ҙур проблема тыуҙыра. Заманында ауыл хакимиәте башлығы Шәүҡәт Ғариф улы республиканың элекке Башлығы Рѳстәм Хәмитовтың ҡабул итеүенә иреште, ул 2011 йылда һеҙгә комплекс буласаҡ, тип вәғәҙә бирһә лә, мәсьәлә һаман да урынынан ҡуҙғалмаған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә ауылдарҙа хәл ителәһе мәсьәләләр бар. Йөйәктә иң ҡырҡыу проблема - ФАП-тың Инйәрҙең уң яҡ ярында ике ҡатлы йорттоң икенсе ҡатын арендалауы.
Социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлгән булһа, мәсьәлә хәл ителер ине лә бит, тик “йөк һаман да урынында”. Шул арҡала быйыл яҙ ауыл ветерандары прокурор ҡабул итеүенә ирешеп, ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һораны. Шунан һуң ғына районға бүленгән модуль ФАП-ты Йөйәк ауылында төҙөргә ҡарар иттеләр. Райондың баш табибы Евгений Владимирович Кустов ауылға килеп хәлде күргәс тә, проблеманың ҡырҡыу икәнен аңланы, мөмкинлек тыуыу менән хәл итергә тырышырбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе. Рәхмәт, һүҙендә торҙо. Шулай ҙа хәл ителәһе мәсьәләләр бар, ташламалы дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен яйға һалыу талап ителә, тағы ла балалар ауырып киткәндә йонсой ауылда ата-әсәләр. Сөнки ауылдар Асы амбулаторияһына ҡарағас, Инйәр педиатры ҡабул итмәй, үҙ педиатрығыҙ бар, ти. Был дөрөҫтөр ҙә, икенсе кешенең “икмәген” ашау оҡшап етмәйҙер, ҡабул итеү планы булғас врачтың. Әммә мәсьәлә унда түгел. Асыла педиатр ҡабул итә, проблема юҡ, тик ул ҡабул итә лә анализ бирергә ҡуша. Ә анализ тик Инйәрҙә ҡабул ителә. Ата-әсә Инйәргә был көндө анализ бирергә бер нисек тә өлгөрмәй. Ул йүнәлтмәһен тотоп, балаһын алып икенсе көн Инйәргә китә, машинаһы булһа, ул Асыға шул көндө, бәлки, кире бара алыр ине, тик бөтәһенең дә машинаһы юҡ бит. Ярай, төштән һуң әҙер анализдарын тотоп Асыға барҙы ла икән, ти, тик бит ваҡыт үтә, бала ауырыуын дауам итә. Райондың баш врачы алдында ошо мәсьәлә лә ҡуҙғатылды, сессияла ла ошо проблема яңынан һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ғәбдѳк депутаттары ауылдағы ФАП эшенә, мөдиренә лә дәғүә белдерҙе.
Йѳйәк һәм Ғәбдѳк ауылдары халҡын да хәүефкә һалған тағы бер мәсьәлә бар. 2019 йылдан ҡалдыҡтар йыйыуға халыҡтан аҡса йыйыуҙы башларға тейештәр - халыҡ аптырауҙа. Билдәләнгән норма ла ҙур һорау тыуҙыра. Ҡайҙан алынған был сумма? Ҡалдыҡтарҙы ваҡытында алып китеү ҙә дөрөҫ ойошторолорға тейеш. Әле Йөйәк ауылындағы дүрт йорттоң ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын Инйәр ПУЖКХ-һы сығара. Улар килгәнсе, ҡалдыҡ йыйыу урыны мәхшәргә әйләнә. Әгәр ҙә ул ҡалдыҡтарҙы алып китеү ошо рәүешле ойошторолһа, ауыл сүплеккә әүереләсәк. Ярай ҡалала был эш күптәнән яйға һалынған.
Эшһеҙлек мәсьәләһе лә борсой ауылдар халҡын. Ул эскелеккә килтерә, ә эскелек - тәртип боҙоуға. Ошо уҡ мәсьәләгә һатыу нөктәләрендә рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлектәрҙең йәшерен һатылыуы килеп төртөлә. Халыҡ быға ҙур ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Әммә ул проблеманың законлы хәл ителеүе тик хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм район хакимиәтенең сауҙа бүлеге бергәләп эшкә тотоноуынан тора. Әлбиттә, был турала ул органдарға хәбәр ителергә тейеш, ә урындағы хакимиәттең мәсьәләнең киҫкенлеге тураһында яҙма мөрәжәғәт итеүе лә кәрәктер.
Читайте нас: