Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Декабрь 2018, 14:42

Һеҙҙе бында көтәләр

Белорет һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендә кадрҙарға ҡытлыҡ булыуы тураһында быйыл ғына һүҙ ҡуҙғалтмайбыҙ. Был бер нисә йыл рәттән килгән ҙур проблема. Ѳлкәне үҫтереү, дауаханаларҙы заман техникалары менән йыһазландырыу ѳсѳн ҙур кѳс һалынһа ла, аҡ халатлы белгестәр проблемаһын әлегә хәл итә алмайбыҙ. Был йәһәттән тѳрлѳ дәүләт программалары эшләүе, буласаҡ студенттарға маҡсатлы йүнәлтмәләр биреү ҙә әллә ни ярҙам итмәй.

Йәш белгестәрҙе тыуған еренә эшкә саҡырыу, уларҙы үҙ районында эшләүгә йәлеп итеү маҡсатынан муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов менән үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы Евгений Кустов баш ҡалала Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыған яҡташ-студенттар менән осрашты.
Асыҡ диалог рәүешендә барған ике яҡлы осрашыуға 100-ҙән ашыу студент килде. Улар араһында коммерция нигеҙендә һәм маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыусылар ҙа бар. Владислав Миронов районда эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә күрһәтелгән социаль ярҙам, дауаханаларҙағы, ФАП-тарҙағы эш шарттары тураһында һѳйләне һәм медицина белгестәренә балаларын балалар баҡсаларына урынлаштырыу буйынса ярҙам күрһәтеләсәген, торлаҡҡа мохтаж булғандарға фатир биреләсәген белдерҙе. Осрашыу барышында студенттар һәм ординаторҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе һәм уларға тулы яуаптар алды. Евгений Кустов тыуған районына ҡайтҡан студенттарға артабан үҙ һѳнәре буйынса үҫеү, һѳнәрен камиллаштырыу һәм эшләү ѳсѳн бѳтә шарттарҙы ла булдырырға вәғәҙә итте. Ул айырыуса ныҡ кәрәкле йүнәлеш буйынса ординатурала уҡыған өсөн түләү мѳмкинлеге булыуын да белдерҙе. Беҙҙең дауаханаларҙа остаздар мәктәбе лә яҡшы һәм уңышлы эшләй, тине Евгений Владимирович.
Бѳгѳн үҙәк район клиник дауаханаһы базаһында 18 бүлек, 3 поликлиника, бер стоматология, 7 амбулатория, 4 участка дауаханаһы бар. Әлеге ваҡытта неонатолог, кардиолог, психиатр, педиатр, терапевт, гинеколог, дѳйѳм практика врачы, неврологтар, йәғни 28 йүнәлештәге белгес етешмәй. Әлбиттә, осрашыуҙар артабан да дауам итер. Бәлки, студенттарға тыуған яҡтарына, дауалау учреждениеларына экскурсия ойошторолор. Был теманы беҙ гәзиттә дауам итәсәкбеҙ.
Читайте нас: