Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
14 Декабрь 2018, 14:40

«Хайуандарҙы үлтереүҙе туҡтатығыҙ!»

Республика етәксеһе Радий Хәбиров исеменә социаль селтәр аша килгән мөрәжәғәттәр араһында Белорет ҡалаһынан Софья АНДРЕЕВАның хаты бар: «Хатымды уҡыуҙарына әллә ни ышанмайым, шулай ҙа… Хайуандарҙы үлтереүҙе туҡтатығыҙ! Беҙҙең Белоретта был хәл ғәҙәтигә әйләнгән. Яңы закон буйынса хайуандарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән аҡса хакимиәт кеҫәһенә, бер өлөшө уларҙы юҡ итеүгә китә. Эттәрҙе көпә-көндөҙ, кешеләрҙең һәм балаларҙың күҙ алдында үлтерәләр. Үлеп тә бөтмәгән хайуандарҙы мал күмә торған ергә ырғыталар һәм улар унда икешәр, өсәр көн йән бирә алмай аҙаплана. Берәҙәк эттәрҙе лә, йортта йәшәгәндәрен дә тикшереп тә тормай аталар. Прокуратура ла, полиция ла ғариза-мөрәжәғәттәргә иғтибар итә һалып бармай. Өфөгә дөрөҫлөккә тап килмәгән, үҙгәртелгән отчеттар ебәрелә. Зинһар!!! Хайуандарҙы күпләп үлтереүҙе туҡтатығыҙ! Был бит хайуандарҙы һаҡлау тураһындағы законды боҙоу!»

Әлеге мөрәжәғәткә муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав МИРОНОВ яуап бирә:
«Һаумыһығыҙ, Софья! Һеҙҙең менән тулыһынса килешәм: ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар һанын контролдә тотоуҙы кешелекле рәүештә атҡарырға кәрәк. Был мәсьәләнең сиселеше менән республика кимәлендә шөғөлләнәләр. Шулай, 5 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының сираттағы төбәк семинар-кәңәшмәһендә идаралыҡ начальнигы Азат Йыһаншин Башҡортостан Республикаһы территорияһында 2019 йылдан алып эт һәм бесәйҙәрҙе идентификациялау башланасаҡ, тип белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, киләһе йылдан эт һәм бесәйҙәрҙе төҫ буйынса тамғалау планлаштырыла, тап шул рәүешле теге йәки был хайуан вакцинацияланғанмы-юҡмы, ниндәй диагностик процедуралар үткәрелеүен билдәләргә була.
Шулай уҡ төбәк семинар-кәңәшмә яҡын-тирә райондар ҡатнашлығында 20 ноябрҙә Белоретта уҙҙы. Унда берәҙәк хайуандарҙы аулау һәм тотоу ҡағиҙәләре тураһында аңлатылды. Бындай талаптар йоғошло ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефен әҙәйтеү маҡсатында ҡаралған. Берәҙәк хайуандарҙы аулау буйынса бөтә саралар ҙа махсуслаштырылған ойошмалар тарафынан атҡарыласаҡ.»
Айҙар МАХИЯНОВ, хайуандарҙы аулау, стерилләү һәм утилләштереү буйынса эштәрҙе башҡарыусы предприятие етәксеһе:
- Был эштәрҙе беҙ тулыһынса Төҙөкләндереү ҡағиҙәләре һәм Граждандар кодексы статьяларына ярашлы атҡарабыҙ. Мин әленән-әле хайуандар өсөн приютта эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар менән аралашып торам, әммә үҙен хайуандарҙың яҡлаусыһы итеп танытҡан был автор миңә билдәһеҙ. Берәҙәк эттәр һәм уларҙың агрессив ҡылыҡтары тураһындағы хәбәрҙәр буйынса урынға сыҡмаған бер генә көнөбөҙ ҙә юҡ. Ә был хәлдәрҙең сәбәбе ябай: йыш ҡына күп фатирлы йорттарҙа һәм үҙ йорттарында йәшәүселәр төнгөлөккә эттәрен урамға сығарып ебәрә.Уларҙың бер өлөшө үҙ хужаларына бер-ике тәүлектән, ә ҡайһы саҡта аҙна үткәс кенә ҡайтып инә. Күп эттәр өйөргә туплана. Тиҙҙән Яңы йыл, байрам итеүсе хужалар йәнә лә күпләп эттәрен иреккә ебәрәсәк. Бындай осраҡтар аша беҙ күптән үткәнбеҙ инде. Мәҫәлән, 2018 йылдың 1 ғинуарында мине иртәнге 6-ла уяттылар: сым һуҙыу предприятиеһы эргәһендәге туҡталышты һаҡлап ултырған ҙур овчарка өс кешене тешләп өлгөргән. Мәсьәләне урынға сығып хәл итергә тура килде. Әйткәндәй, был эт хужаһы, был хәлде белеп, йәшенеп ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Миңә тешләнгән балаларҙың атаәсәләре менән дә аралашырға тура килә, бына шундай хәлдәр ҙә була. Ошондай хайуандарҙы яҡлаусылар ошо мәлдә минең урында булып ҡараһындар ине, үҙҙәрен ошо ситуацияла нисек тоторҙар ине икән. Ундайҙарға беҙҙең хеҙмәт менән көрәшергә түгел, ә эт хужалары менән аңлатыу һәм тәрбиәүи эш алып барырға кәрәк. Муниципаль контрактҡа ярашлы, Белорет ҡала хакимиәте башлығы һәм ауыл хакимиәттәре башлыҡтары һорауы, шулай уҡ халыҡтың мөрәжәғәте буйынса берәҙәк эттәрҙе аулау өсөн районға ла сығабыҙ. Был аҙнала Туҡан һәм Егәҙе ауыл Советтарына ҡараған ауылдарҙа эшләйәсәкбеҙ.
Прокурор ярҙамсыһы Андрей ЕЛКИНдың яуабы:
- 2018 йылдың тәүге ярты йылында район-ара прокуратураға берәҙәк эттәрҙе аулауҙа закон боҙоуҙар тураһында ялыуҙар килгәйне. Улар буйынса мөрәжәғәттәр ҙә, шул иҫәптән эштәрҙе башҡарыусы ла, тикшереүҙәргә дусар булды. Әммә етешһеҙлектәр асыҡланманы. Хайуандарға вәхшиҙәрсә ҡараш, мәҫәлән, юл буйындағы соҡорҙа бер нисә эт үләкһәһе ятыуы тураһындағы мәғлүмәттәр ентекләп тикшереү үткәреү өсөн полицияға ебәрелгән. Берәҙәк эттәрҙе күҙ алдында вәхшиҙәрсә үлтереүгә бәйле хәл-ваҡиғалар осрағында полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртырға кәрәк. Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың урыны, ваҡыты билдәле булмаған конкрет миҫалдарһыҙ мөрәжәғәттәр прокуратура тарафынан мөрәжәғәт итеүсе үҙ һығымталарына асыҡлыҡ индергәндән һуң ғына ҡаралыуы мөмкин.
РЕДАКЦИЯНАН:
Берәҙәк эттәр халыҡта төрлө дәғүәләр тыуҙыра. Кемдәрҙер атыу яҡлы, кемдәрҙер һаҡлап ҡалыу тураһында бәхәсләшә. Ә бит берәҙәк эттәр балалар, кешеләр, мал-тыуар өсөн хәүефле. Район ауылдарында, ҡалала күпме хужаһыҙ эт-бесәйҙәр өйөрө менән йөрөй. Ошо көндәрҙә редакция журналистары Йөйәк, Ғәбдөк ауылдарында булды. Унда ла шул уҡ хәл. Эттән тешләнеп зыян күргән кешеләр ҙә бар Ғәбдөктә. Бер бала, бер уҡытыусы эттән тешләнеп зыян күргән, тән яраһы ла, психологик яра ла алғандар. Хайуандарҙың үрсеүенә, берәҙәккә әйләнеүенә кешеләр бит үҙҙәре ғәйепле. Был теманы журналистар гәзит битендә дауам итәсәк.
P.S.Редакция хәбәрсеһе был мөрәжәғәт авторы менән бәйләнешкә инде, әммә ул үҙ мөрәжәғәтенә комментарий яһауҙан баш тартты.
.
Читайте нас: