Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Декабрь 2018, 20:03

Бѳгѳн армияла хеҙмәт итеүҙең абруйы бармы?

Башҡорт егеттәре ил именлеге, донъя тыныслығы ѳсѳн яуаплылыҡты боронборондан үҙ ѳҫтѳнә алған. Ватанын, үҙ тѳйәген һѳйѳү, һаҡлау тойғоһо улар күңеленә бала саҡтан һалынған. Шуға ла 25-әр йыл батша армияһында хеҙмәт иткәндә лә береһе лә ҡасып та ҡалмаған, бармау ѳсѳн сәбәп тә эҙләмәгән. Иңенә биштәрен аҫып, берҙәнбер атына атланып, тыуған тѳйәгенән айырылып сығып киткән. Бәхетлеләре әйләнеп ҡайтҡан, бындай бәхет эләкмәгәне сит ерҙә бѳтѳнләйгә ятып ҡалған. Батша заманы тарих тѳпкѳлѳндә ҡалһа ла, ирегеттәр күңелендә илһѳйәрлек тойғоһо кәмемәй, һәр кем Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәргә тырыша. Бѳйѳк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бәләкәй генә малайҙарҙың ҡаһарманлығы ла быға асыҡ дәлил булыр. Ә инде ҡайһы берәүҙәргә “кәзә билеты” сығыуы иң ғәрлекле, кәмһетелеүле хәл һанала. Бѳгѳн илһѳйәрлек тѳшѳнсәһенең кимәле ниндәй, баһаһы, бәҫе бармы уның? Тормошобоҙҙа ысын патриоттар, Тыуған еренә, Ватанына, үҙ халҡына һәм уның ғѳрѳф-ғәҙәттәренә тоғро кешеләр ҡалғанмы?

ДӘҮЕРҘӘР ҺУЛЫШЫ НИНДӘЙ?
Һүҙ ҙә юҡ, Ватанын, илен һәр кем үҙ күҙлегенән сығып, үҙенсә ярата. Был, ғәҙәттә, кешенең ниндәй мѳхиттә йәшәүенә, кемдәр менән аралашыуына, уның белеменә, холоҡ-ғәҙәтенә лә туранан-тура бәйле була. Тыуған илгә һѳйѳү мәктәп эскәмйәһендә тәрбиәләнергә тейеш тип тә әйтәләр. Тик был системаның бер туҡтауһыҙ үҙгәреш кисереүе, тотороҡлоҡ булмауы кәрәкле шәхестәр тәрбиәләүгә лә аяҡ салмай ҡалмай. Илһѳйәр булып үҫеү теләген үҫтергән, билдәле шәхестәребеҙ ѳлгѳһѳндә тәрбиәләгән түңәрәктәрҙең дә йә бѳтѳнләй эшләмәүе, йә түләүлегә әйләнеүе ҙур ҡаршылыҡ тыуҙыра. Совет осоронда йәшәгәндәрҙең күңелендә илһѳйәрлек, ватансылыҡ тойғоларының күберәк булыуы менән бѳгѳн берәү ҙә бәхәсләшмәҫ, моғайын. Ул ваҡытта илебеҙ гимнының һүҙҙәрен белмәгән бер генә кеше лә булмағандыр. Унда тормош та башҡаса, рухи ҡиммәттәр ҙә бѳтѳнләй икенсе булған, иң мөһиме - бар нәмәгә лә башланғыс, тәрбиә биргән мәғариф ѳлкәһе бѳгѳнгѳ кеүек үҙгәрештәр кисермәгән, тиер ҡайһы берәүҙәр. Шулай ҙа бында ла бәхәсләшер урын бар, сѳнки мәктәп эскәмйәһендә генә тейешле тәрбиә алыу аҙҙыр. Бының ѳсѳн тотороҡло, берҙәм йәмғиәт һәм тормошта нығынған рухи ҡанундар ҙа булырға тейеш. Бары тик ныҡлы, ғәҙел һәм үҙ традицияларын һаҡлап, киләһе быуынға еткерә алған йәмғиәт кенә илһѳйәрлек тойғолары тәрбиәләй ала тип ышаныслы әйтергә була. Ә инде бындай сифатҡа, тойғоларға эйә булған кеше бѳтә ѳлкәләрҙә лә кәрәкле, абруйлы кеше. Нәҡ шундайҙар үҙ ѳлкәһендә ҙур эш алып бара, халыҡта рухи тѳшѳнсәләр тәрбиәләй. Бѳгѳн Советтар Союзының тарҡалыуына 30 йылға яҡын ваҡыт үтте. Яңы дәүерҙә тәрбиәләнгән балалар, мәктәп тамамлап, юғары белем алып, йәмғиәткә аяҡ баҫты. Ошо йәштәр илһѳйәрлек тѳшѳнсәһенең асылын аңлаймы, бәҫен күтәрә беләме?
ҠУРҠАҠТАРҘЫҢ ДА ИСЕМЕ БУЛҺЫН ИНЕ
18 йәштән 27 йәшкә тиклемге ирегеттәр, Федераль законға ярашлы, хәрби хеҙмәт үтергә тейеш. 2008 йылға тиклем Рәсәй Ҡораллы Кѳстәрендә хеҙмәт итеү ике йыл булһа, 2008 йылдан бирле егеттәр был бурысты ни бары бер йыл эсендә атҡара. Һалдат хеҙмәтенең абруйын күтәреү йәһәтенән 1992 йылдан 15 ноябрь илдә Бѳтә Рәсәй призывниктар кѳнѳ тип тә иғлан ителде. Әрмегә әҙер булған егеттәрҙе яҙ, кѳҙ айҙарында йыйып, хѳрмәтләп һалдатҡа оҙаталар. Тик аяҡҡа сылғау урап, һалдат һурпаһы эсергә теләүселәрҙең йылдан-йыл кәмей барыуы ғына күңелде ҡыра. Үҙ бурысын үтәүҙән баш тартыусылар, армияға барырға теләмәй тѳрлѳ сәбәп табыусылар күбәйә. Улар менән ҙур эш, хатта кѳрәш алып барырға тура килә, сѳнки был проблема кѳнүҙәккә әйләнә. Шуға ла хеҙмәткә саҡырыу осоро хәрби комиссариаттар ѳсѳн хәҙер иң тығыҙ һәм етди осор һанала. Белорет комиссариатына ла егеттәрҙе ваҡытында армияға оҙатыу ѳсѳн күп кенә йүгерергә тура килә. Был йәһәттән аҙна һайын саҡырыу комиссияһы ағзалары менән кәңәшмә уҙғарыла. Бѳгѳн бер егеткә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу ѳсѳн уның шәхси эше тикшереү бүлегенә ебәрелгән. Һуңғы биш йылда ғына Белорет һәм Бөрйән районынан РФ Енәйәт кодексының 328-се статьяһы буйынса, хеҙмәт итеүҙән ҡасып йѳрѳгән 12 кеше хѳкѳм ителгән. Әлеге ваҡытта тағы ла ете эш тикшереү кѳтә. Шуныһы үкенес, ҡайһы бер егеттәргә ир-егетлек бурысы хаҡында кѳсләп иҫенә тѳшѳрѳргә тура килә. Белорет хәрби комиссариатында иҫәптә торған 85 кешегә белдереү әҙерләнеп, шуның 43-ѳн тѳрлѳ сәбәптәр арҡаһында егеттәр ҡулына тапшырып булмай. Кемдер икенсе ҡалаға уҡырға йә эшләргә киткән, икенселәре саҡырыуҙан ҡасып, йәшерен тормош алып бара. 19 кешегә белдереү ҡағыҙҙары туғандары аша, 13 кешегә - ҡулына тапшырылған. Ата-әсәһенең, туғандарының армияға китергә тейеш һалдаттың ҡайҙалығын йәшереп маташыуы эҙләү эшен тағы ла ҡатмарлаштыра. Шуға ла егеттәрҙе эҙләү эшенә ауыл хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, ауыл старосталары ла йәлеп ителә. Инйәр ауыл хакимиәтенән генә 8 кешенең хәрби комиссариаттан ҡасып йѳрѳүе мәсьәләнең ни тиклем етди булыуын аңлата. Заман башҡа - заң башҡа, тип кенә ултырып булмай бында. Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп - милләт, малайҙарҙы тәрбиәләп, ил ҡеүәтен арттырыуыбыҙҙы онотмаһаҡ ине лә бит. Хәрби хеҙмәттең ир-егеттәр ѳсѳн ни тиклем мѳһим булыуын аңлатырға тейеш атайҙарҙың да улын әрмегә ебәрмәҫ ѳсѳн тырышыуы, үҙенән аша ҡарап торған әзмәүерҙәй улдарын яҡлап, эйәртеп йѳрѳгән әсәйҙәрҙең күбәйеүе күңелдә күңелһеҙ генә түгел, борсолоулы уйҙар уята. Геройҙарыбыҙҙың, батырҙарыбыҙҙың исемен данлайбыҙ, улар тураһында һѳйләйбеҙ, яҙабыҙ, ирлек бурысын үтәүҙән баш тартҡан ҡурҡаҡтарҙың исеме лә ҙур ҡара хәрефтәр менән яҙылһа ине лә бит...
Читайте нас: