Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
21 Декабрь 2018, 12:04

Төпкөл тиһәләр ҙә, төшөп ҡалғандарҙан түгел

“Гәзит биттәрендә ауылдар тормошо, йәшәйеше, халҡы тураһында йыш уҡыйбыҙ. Беҙҙең ауылда ла күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ ғаиләләр күп. Улар тыуған еренең файҙаһын күреп, унан кинәнес-йыуаныс табып, тырышып донъя көтә. Ғәбдөк уңғандары малын, ҡош-ҡортон да аҫрай, умартаһын да тота, үҫтергән еләк-емешенән, йәшелсәһенән мул уңыш ала. Кәләш алып, тыуған ауылында төпләнеп, иркен йорттар һалып ингән йәштәребеҙ ҙә байтаҡ. Яңы йорттарында матур, аҡыллы балалар үҫә, заманса мәктәбебеҙҙә белем ала. Бер-береһенән күреп, сәмләнеп донъя көткән ауылдаштарға ҡарап, нисек ҡыуанмайһың инде. Үкенескә ҡаршы, һәр ауылдағы кеүек проблемаларыбыҙ ҙа юҡ түгел. Ниңә улар тураһында һөйләмәҫкә”, - тигән шылтыратыу беҙҙе, мөхәрриребеҙ Сатура Жәүәт ҡыҙы етәкселегендә хеҙмәткәрҙәрҙе, оло юлға алып сыҡты.

Ысынлап та, ауылдаштары, заманса иркен мәктәбе, лайыҡлы белем биргән уҡытыусылар коллективы, тырышып уҡыған балалары менән ғорурлана ала ғәбдөктәр. Яңы төҙөлгән йорттар әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә. Ауылда мәҙәни саралар йыш үтә. Уҡытыусылар, китапхана, клуб хеҙмәткәрҙәре лә бер ҡаҙанда ҡайнап йәшәй. Улар һәр ваҡыт бергә, һәр ваҡыт берҙәм. Клуб мөдире Әйсәрә Мөхәмәтйәнова мәктәп, китапхана коллективын да төрлө байрамдарға, конкурс-фестивалдәргә йәлеп итә. Район кимәлендә, ауылда үткән сараларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай Ғәбдөк һәүәҫкәрҙәре.
Хужаның уңғанлығы тупһанан күренә тигәндәй, ауылдаштар нисек кенә егәрле, тырыш булмаһын, урында, район кимәлендә хәл ителәһе мәсьәләләре күп әле. Ғөмүмән, районыбыҙ ауылдары буйлап йөрөгәндә халыҡ ҡыуаныстары, ҡаҙаныштары менән генә уртаҡлашып ҡалмай, аһ-зарын һөйләп, үҙҙәрен борсоған һорауҙарын биреп ҡалырға тырыша. Сираттағы сәфәребеҙ ҙә уларһыҙ булманы. Көн тәртибендә торған юл мәсьәләһенең ҡыуанырлыҡ булмауын үҙебеҙ ҙә күреп инандыҡ. Ауыл мәктәбе төҙөлгән йылдарҙа һалынған юл хәҙер сафтан сыҡҡан. Инйәр йылғаһы ситенән генә үткән юл ауыл халҡына оло хәүеф тыуҙыра. Яҙын йылға ярҙарынан сығып, юл участкаларын йыуа. Ауыл халҡына район үҙәгенә, күрше ауылдарға барыуы бермә-бер ауырлаша. Ул ваҡытта берҙән-бер сара - тимер юлы. Сараһыҙҙан тимер юлы менән файҙаланырға мәжбүр булған ғәбдөктәр, бигерәк тә ололар, тағы ла ҡаршылыҡҡа осрай. Ул да булһа, тимер юлындағы 73-сө саҡрым туҡталышындағы пассажирҙар платформаһы. Платформа авария хәлендә. Пассажирҙар, атап әйткәндә ололар, уға баҫҡыс, башҡа ҡулайлама ҡуйып менеп йөрөргә мәжбүр. “Ололар ғына түгел, беҙ саҡ менәбеҙ әле”, - ти тимер юлы хеҙмәте менән йыш файҙаланған уҡытыусылар ҙа. Платформаны тәртипкә килтереүҙә, әлбиттә, тимер юлы етәкселеге яуаплы. Яуаплы ла, тик әлегә улар бурыстарын үтәргә ашыҡмайҙар.
Ауылға килеп инеү менән ауырға торған, бер нисә урындан терәүҙәр терәтелеп ҡуйылған электр бағаналарына шунда уҡ иғтибар итәһең. Ғәбдөктә электр линиялары авария хәлендә. 2006-2015 йылдарҙа Ғәбдөктәге электр линиялары бер кемдең дә балансында тормай. 2016 йылдарҙа иһә суд ҡарары менән Йөйәк ауыл хакимиәте балансына күсерелә. Ауыл халҡы көнүҙәк мәсьәләне республика программалары буйынса хәл итергә тырышһа ла, килеп сыҡмай. “Реаль эштәр” проектында ҡатнашырға өлгөрмәйҙәр. Ә “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү” проектында уңышлы ҡатнашыу өсөн халыҡтан, бағыусыларҙан күпмелер өлөш аҡса йыйыу талап ителә. Беренсенән, ауыл депутаттары кәңәшләшкәндән һуң, былай ҙа эшһеҙ, күпселеген ололар тәшкил иткән ауыл халҡы быны атҡарып сыға алмаясаҡ, тигән фекергә килде һәм программанан баш тартты. Икенсенән, проект сиктәрендә бағаналар алыштырылған хәлдә лә, махсуслаштырылған ойошма был эште үҙ өҫтөнә алыу менән барыһын да яңынан эшләйәсәк. Киреһенсә, икеләтә эш килеп сығасаҡ.
Яңы ғына вәкәләтен үтәй башлаған Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Ғариф улы Салауатов та был хаҡта:
- Был һорау элекке хакимиәт башлығы Шәүҡәт Ғариф улы эшләгән ваҡытта уҡ килеп тыуҙы. Бер нисә йыл элек “БашЭнерго” Йөйәк ауылында электр линияларын тулыһынса алыштырҙы. Шул ваҡытта ярайһы уҡ яңы бағаналар, трансформатор алып ҡалынды. Барыһы ла аҡсаға барып тоташа бит. Бер бағананы алыштырыу 2-2,5 мең һумға төшәсәк. Шуға ла бағаналарҙы ултыртырға әлегә мөмкинлек юҡ. Ғәбдөк ауылына йәмғеһе 7,5 саҡрым электр линияһы үткәреү ҡаралған, 125 бағана талап ителә. Шуларҙың 30-ын ауыл халҡы, бағыусылар ярҙамында элекке ауыл хакимиәте башлығы яңыртҡан. Ә ауылға тиклем тимер юлына ҡараған 110 кВт-лыҡ бағаналар яңы әле. Йәмғеһе ауыл урамдарының 90 бағанаһын алыштырырға ҡалған. Ғәбдөктә 3 трансформатор. Береһе - мәктәпте, икәүһе ауылды хеҙмәтләндерә. Ә бына ауылды ут менән тәьмин иткәндәре сафтан сыҡҡан тиерлек һәм был трансформаторҙар ғына етмәй әле, тағы ла берәү кәрәк. Инйәр ауыл биләмәһенә ҡараған 5 ауыл “Белорет электр селтәрҙәре” йәмғиәтенә күскән. Бәлки, беҙҙе лә ошо йәмғиәткә күсерерҙәр. Күсерһәләр, эштәр яйға һалыныр ине, әлбиттә. Юғиһә, электриктар бригадаһын, махсус техниканы ла үҙебеҙҙең көс менән яллай алмаясаҡбыҙ.
Ғәбдөк ауылы халҡы йыш ҡына тәбиғәт ғәрәсәтенән дә зыян күрә. Тимер юлына ҡарағас, улар профилактик эштәр мәлендә, иҫкәртмәйенсә бер нисә сәғәткә утты һүндерәләр. Ауыл халҡы йыш ҡына утһыҙ ултырырға мәжбүр, көнкүреш техникалары ла сафтан сыға, - тине.
Районыбыҙҙың төпкөл ауылдарына хас, Ғәбдөктә лә мобиль элемтә насар тота, Интернет селтәре юҡ тиерлек. Район, республиканан депутатлыҡҡа дәғүә иткән кандидаттар, тәү сиратта, ауылға мобиль элемтә үткәрергә вәғәҙә итә. Яңыраҡ үткән һайлауҙа ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Вәғәҙәләрен бирҙе лә, әммә ләкин ауылға килгәне юҡ әле. Ғөмүмән, район етәкселеге менән осрашыуҙар үтмәй тиерлек. Һайлау алдынан булһа ла, кандидаттарға килеп күренергә кәрәктер ҙә, юғиһә, ваҡыты етһә, кемде һайларға белмәй аптырайбыҙ, тип зарлана ғәбдөктәр.
- Әлдә тәүге Президентыбыҙ Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы күп эштәр атҡарҙы. Уның ярҙамы менән мәктәпле, телефонлы, һыулы булдыҡ. Ауылды йәмһеҙләп ултырған ташландыҡ йорттар, күпер, эттәр, ер мәсьәләһе кеүек проблемаларҙы берҙәм хәл итергә, булғанын һаҡлап тоторға ауылдаштар үҙҙәре бурыслы. Юғиһә, еңел машиналар үтеп йөрөү өсөн төҙөлгән күперҙән хәҙер йөк машиналары, тракторҙары ла үтеп йөрөй, йәйен ат өйөрө шунда тора. Күпер емерелеп төшһә, үҙебеҙ генә ғәйепле, сөнки булғанын ҡәҙерләй белмәйбеҙ, ти ауыл активы. Ташландыҡ, хужаһыҙ өйҙәр ауыл йәмен ебәрә. Йорт алдын рәткә килтереп, төҙөкләндереп ҡуйыр инек, балалары, туғандары килеп, дәғүә белдерәсәк, тиҙәр ауыл проблемалары менән яҡындан таныш депутаттар. Шулайҙыр ҙа, беҙ бит үҙебеҙ ҙә эшләргә теләмәйбеҙ, тырыштарҙың да хеҙмәтен тейешле баһаламайбыҙ. Эттәр... Бер ергә лә һыймаған йән эйәләре. Ғәбдөктә лә улар күп. Юҡ, берәҙәк түгел улар. Хужалары бар. Малға ла тейә, кешеләрҙе тешләү, ҡурҡытыу осраҡтары ла күп. Кешеләргә эйәреп килеп, белем усағын йәмләп ултырған сәскәләрҙе, түтәлдәрҙе тапайҙар. Дүрт аяҡлы дуҫтарын хужалары бәйләмәүҙе хуп күрә. Бына шул ваҡытта дуҫтарыбыҙ дошманға әйләнә лә инде. Хужаларына дәғүә белдергәндә, тешләшмәй бит ул, тигән яуаптарҙы йыш ишетергә тура килә. Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Ғариф улы әйтеүенсә, 2019 йылда берәҙәк эттәрҙе аулау планы ҡаралған. Тимәк, махсус ойошма килеп, берәҙәк эттәрҙе аулаясаҡ. Был мәсьәләләр эскелеккә ҡарағанда, “сәскә” генә әле…
Тулы материалды гәзиттең 102-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: