15 кеше барырға һөйләшһәк тә, билдәләнгән ваҡытҡа 7 ветеран килде. Ветерандарҙың барыһы ла ауыл хужалығы техникаһы берекмәһендә эшләгән. Урал спорт инвентарҙары заводы ла әлеге ваҡытта элекке берекмәнең контораһын һәм линия-монтаж участкаһын биләй. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа йыйылып, заводтың һаҡ бүлмәһенә ингәс тә Николай Рыжов инструктаж үткәреп, махсус кейемдәр биреп, үткәреп ебәрҙе. Беҙҙе завод етәксеһе Азат Вилданов ҙур булмаған фотостенд янында ҡаршы алды. Унда 2014 йылда эшләй башлаған заводтың эске һәм тышҡы яҡтары күрһәтелгән фотолар эленгән. Ысынлап та, шулай ине. Хужалар йыш алышынып торҙо. Һәр береһе емерергә, онтарға тырышты, бинаға һаҡсыл ҡараманы. Эшләп торған ҡоролмаларҙы ла металл һыныҡтары итеп тапшырҙылар.
- Һеҙгә завод эшселәренең хеҙмәт урындарын күрһәтәм. Завод нимә етештергәнен дә һөйләп үтәм, - тине Азат Риф улы.
Материалдар ҡабул итеү цехы. Техника яңы, материалдарҙың да ниндәйе генә юҡ. Ҡайҙа ғына инһәк тә, таҙалыҡ күҙгә ташлана. Бөтә төр станоктарҙа ла ауылдаштарыбыҙ һәм Белореттан йөрөп эшләйҙәр. Компьютер менән эшләгән станоктарҙа сифатлы ҡоролмалар етештерелә.
Эшселәр белемдәрен ҡайҙа камиллаштырыуы менән дә ҡыҙыҡһындыҡ. “Үҙебеҙ өйрәтәбеҙ”, - тине завод директоры.
Спорт ҡоролмалары ныҡлы һәм сифатлы булһын өсөн бында тырышып эшләйҙәр. Мәҫәлән, буярҙан алда материал махсус эшкәртеү үтә. Экскурсияла Азат Риф улы гантелдең нисек эшләнеүен дә күрһәтте.
Эшселәр өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Төп цехтың иҙәненә бетон түшәлгән, газ менән йылытыла, һыу ҙа индерелгән. Һәр станок, кәрәкле материал үҙ урынында.
Ветерандар эшләгән мәлдәрен иҫкә алды. “Был урында һыйыр һауыу аппараттарын ремонтлай торғайныҡ”, - тип иҫләне Александр Бохаров. Ә Ғәни Задин - автопарк, Ислам Ғәлин - токарь станогында эшләүен, Рәшит Йәнгиров ҡышын машиналар йылытыу системаһын һөйләүе, мин Ҡыҙыл мөйөштә йыйылыштарҙың шаулы үтеүе, профсоюз, комсомол, партия ойошмаларының эше тураһында хәтергә төшөрҙөк. Хәҙер административ бина ла үҙгәртелгән. Элек унда бухгалтерия, касса, идара итеүсенең бүлмәһе урынлашҡайны. Ауыл старостаһы Хәкимйән Хәйретдинов ауыл хужалығы техникаһы берекмәһенең - колхоз, ә ветерандар советы рәйесе Мостафа Харисов мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен иҫкә алды.
Осрашыу йәнле барҙы. Завод етәксеһе Азат Вилдановтың тырыш, хәстәрлекле, уңған етәксе икәнлегенә инандыҡ. Заводтың спорт инвентарҙары район, республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә киң танылыу яулаған. Заказдар ҙа төрлө тарафтарҙан килә. Завод етештергән ҡоролмалар район һәм ҡаланың тиҫтәләгән балалар майҙансығында урынлаштырылған.
- Предприятиела 60 кеше эшләй. Заказдар күп. Беҙ киләсәктә эш урындарын арттырырға уйлайбыҙ. Оҙаҡламай төҙөлөш эштәре лә башланасаҡ, - тине Азат Вилданов ветерандар менән хушлашҡанда.