Башҡортостанда “Ауыл территорияларын тотороҡло үҫтереү”, “Йорт комплекты”, Социаль ипотека” һәм беҙҙең районда ҙур популярлыҡ алған “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программалары уңышлы эшләп килә. Ошо программаларға ярашлы, муниципаль районда 2010 йылдан 2018 йылға тиклем 85 йәш ғаилә дәүләт ярҙамы менән файҙаланған. Был иһә торлаҡҡа мохтаждар исемлеген байтаҡҡа кәметкән.
Яңы йыл байрамы алдынан муниципаль район хакимиәтендә тантаналы саралар уҙҙы. Унда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләп, сиратта торған ғаиләләр, муниципаль контроль һәм торлаҡ сәйәсәте бүлеге вәкилдәре, урындағы матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сара барышында тағы ла биш ғаилә торлаҡ алыу йәки тѳҙѳлѳш башлау ѳсѳн социаль түләү сертификаттары алып һѳйѳндѳ. Ярҙам йѳҙѳнән тапшырылған дѳйѳм сумма бѳтәһе 5,4 млн. һум тәшкил итә һәм ул республика, урындағы бюджеттан бүленә. Оло бәхеткә лайыҡ булыусылар араһында Е.А. Кимирилова, Полина һәм Шамил Баҡыевтар, Арина һәм Максим Тамбовцевтар, Айгѳл һәм Тимур Ниғмәтуллиндар, Гүзәл һәм Рәшит Иҫәнбаевтар (һүрәттә) бар.
Тантаналы сара барышында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов ҙур бүләккә эйә булған ғаиләләрҙе ҡотлап, уларға иҫәнлек-һаулыҡ, илебеҙ ѳсѳн лайыҡлы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүҙәрен, ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ теләп, барыһын да Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.
Ҙур байрам алдынан ҡайһы бер табиптар ҙа шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе. Үҙәк район клиник дауаханаһының акушер-гинекологы Эльдар Ҡолгилдинға Ф. Алексеев урамындағы 5 ҡатлы йорттан 3 бүлмәле фатир асҡысы тапшырылды. Бәхетле асҡыс эйәһен муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов менән баш врач Евгений Кустов ҡотланы.
Әлеге ваҡытта Белорет һаулыҡ
һаҡлау бүлеге кадрҙарға ҙур ҡытлыҡ
кисерә. Был проблеманы хәл итеү
ѳсѳн тѳрлѳ саралар күрелә. Торлаҡ
менән тәьмин итеү ҙә кадрҙарҙы
һаҡлау, яңыларын йәлеп итеү маҡсатында
алып 36 медицина хеҙмәткәренә фатир