Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
18 Ғинуар 2019, 14:30

Предприятиеның үҫеше ышаныслы

Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов “Стройминерал заводы” предприятиеһына барҙы һәм ундағы хеҙмәт шарттары, производство менән яҡындан танышты. Заводтың тирә-яҡҡа, экологияға зыян килтермәүен белеү маҡсатында, таҙартыу системаһы эше менән дә ҡыҙыҡһынды.

Ҡалалағы был предприятие Рәсәйҙәге тѳҙѳлѳш материалдары сәнәғәтендә Топ-40 араһында VII урын яулаған. Унда 80-дән ашыу кеше эшләй. 2018 йылғы эш һѳҙѳмтәләре буйынса, уртаса эш хаҡы 50 мең һум тирәһе тәшкил итә. Предприятиелағы иҡтисади күрһәткестәр ыңғай баһалана. Хакимиәт башлығы эш сәфәре барышында предприятиеның генераль директоры Сергей Рожков менән киләсәккә үҫеш юлдарын, инвестицияларҙы йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшереп, ниндәй дәүләт ярҙамдары менән файҙаланыу мѳмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт үҫеше фонды аша ла ярҙам алыу юлдары ҡаралды. Сергей Рожков белдереүенсә, бѳгѳн Рәсәйҙәге 70 проценттан ашыу ҡыйыҡ Белорет Сланцыһы материалдарын файҙаланып эшләнгән. Шуныһы ҡыуаныслы, бѳгѳн предприятиеның оҙайлы ваҡытҡа ҡабул ителгән үҫеш планы бар. Муниципаль район хакимиәте ярҙамы менән был пландар мотлаҡ тормошҡа ашыр тигән ышаныс та ҙур.
Сосновка ауылы хакимиәте башлығы Ринат Моратшин да предприятие менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүҙәрен белдерҙе.
- “Стройминерал заводы” менән үҙ-ара килешеп эшләйбеҙ, уртаҡ проблемаларҙы ла бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Заводтың тирә-яҡҡа зыяны юҡ. Һуңғы ѳс йылда һауаны таҙартыу ҡоролмалары алыу ѳсѳн предприятие 70 млн. һум аҡса сарыф иткән. Яңы ҡорамалдар башлыса Германиянан ҡайтарылған. Дуҫтарыбыҙ беҙгә тѳрлѳ яҡлап бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә. Мәҫәлән, былтыр улар урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһына ярашлы, Рысыҡай ауылының клубын ремонтлауға 49 мең һум күсерҙе, Сосновка клубына 23 мең һумға милли костюмдар тектерҙе, мәктәпкә 71 мең һумлыҡ спорт инвентарҙары алып бирҙе һәм Сосновка хакимиәтенә буяуҙар алыу ѳсѳн 11 мең һум аҡса бүлде. Үткән йыл кѳҙ айҙарында Рысыҡай һәм Сосновка ауылдары янындағы санкцияланмаған сүплектәрҙе лә улар ярҙамында таҙарттыҡ. Артабан да был тирәлә таҙалыҡ тотоу хәҙер халыҡтың үҙенән торасаҡ. Предприятие беҙҙең хакимиәттән башҡа райондағы икенсе учреждениеларға ла бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ике аралағы бәйләнештең артабан да уңышлы дауам итеренә ышанабыҙ, - ти Ринат Ғафар улы Моратшин.
Читайте нас: