Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Ғинуар 2019, 14:41

Алтын урталыҡты табыу мөһим

Һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәр, йәштәр араһында енәйәт ҡылыуҙар, ғүмерҙәрен ҡыйыуҙар, уларға ҡарата ҡылынған осраҡтар артҡанда, уларҙың яҙмышы, ғүмере өсөн яуап биргән органдар албырғап ҡалғандай булды. Үҫмер-йәштәр депрессияға бирелеп, белем усаҡтарында ҡанлы атыш ойоштороуҙары, ата-әсәләре, уҡытыусылары, дуҫтары араһында килеп сыҡҡан аңлашылмаусанлыҡтарҙан һуң, үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар кеүек заман афәте йәмғиәтте борсоуға һала. Балаларҙың ошо хәлгә барып етеүенә, йәмғиәтебеҙҙең тулыһынса эшләп, закондарҙың ныҡлап уйланылып еткерелмәүе ғәйепле түгелме икән тигән һығымтаға киләһең.

Балалар, үҫмерҙәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән белгестәрҙең етешмәүе лә ошоға дәлил. 2009 йылдарҙағы оптималләштереү һөҙөмтәһендә белем усаҡтарында күп кенә социаль педагогтар, психологтар ставкалары бөтөрөлдө, ҡыҫҡартылды. Район-ҡаланың 44 мәктәбе махсус белгестәр менән 30 процентҡа ғына тулыландырылған. Социаль педагогтар тулыһынса бөтөрөлһә, психолог ставкаһы тулы комплектлы мәктәптәрҙә генә ҡалдырылды. Мәғариф идаралығы начальнигы Марина Саранцева билдәләүенсә, 2010 йылда район-ҡалала 21 психолог эшләһә, 2018 йылда белгестәр һаны 27-гә еткән. “Белгестәргә ҡытлыҡ һәр ваҡыт булды, 1-2 мәктәпкә бер психолог тура килә. Социаль педагогтарҙың ставкаларын киренән тергеҙеү мөмкинлеге булһа ла, психологтарға ҡытлыҡ кисерәсәкбеҙ әле”, - тине Марина Владимировна.
Ошо көндәрҙә муниципаль район хакимиәтендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Андрей Иванюта, Иван Лавренов, Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһының бәлиғ булмағандар һәм йәштәр тураһындағы закондар үтәлешен күҙәтеү бүлегенең өлкән прокуроры Динар Шакиров, республиканың бәлиғ булмағандар эше һәм участковыйҙар эшмәкәрлеген ойоштороу идаралығы инспекторы Владислав Әминев составындағы эшсе төркөм бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү системаһы хеҙмәте вәкилдәре менән осрашты. “Түңәрәк өҫтәл”дә муниципаль район хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау комиссияһы, опека һәм попечителлек бүлеге, эске эштәр органының бәлиғ булмағандар эше буйынса инспекцияһы, һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр үҙәге, “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенә ҡараған хеҙмәттәр, хакимиәттең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге вәкилдәре, махсус һөнәри белем биреү учреждениелары, мәктәп директорҙары ҡатнашты.
2018 йылдағы суицид осраҡтарының күпселеге аҙ комплектлы, махсус белгестәр булмаған мәктәптәргә тура килә. Был ауыл мәктәптәрендә үҫмерҙәрҙе яман уйҙарынан арындырып, дөрөҫ йүнәлеш биргән үҙәктәрҙең, спорт секцияларының, майҙансыҡтарының булмауы, ғаиләләге көсөргәнешлек һуңғы аҙымға этәрә лә инде. Бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия ла, система органдары менән берлектә, асоциаль үҫмерҙәрҙе асыҡлау, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмау, иҫкәртеү буйынса эш алып бара. Бәлиғ булмағандарға һәм уларҙың ата-әсәләренә, законлы вәкилдәренә, ҡануниәткә ярашлы, иҫкәртеү, штраф һалыуҙан тыш, үҫмерҙәр реабилитация үҙәктәренә, ябыҡ типтағы белем биреү учреждениеларына йүнәлтелә, комиссия ҡарары менән хәүеф төркөмөндәгеләрҙе иҫәпкә ҡуйыу кеүек яза саралары ҡулланыла. 2018 йылда 4 үҫмер реабилитация үҙәктәренә ебәрелгән. Ваҡытлыса тотоу үҙәгендә 2017 йылда - 11, ә 2018 йылда 8 үҫмер булған. Ябыҡ типтағы белем биреү мәктәптәренә лә 7 үҫмер оҙатылған.
Ниндәй генә эштәр башҡарылмаһын, үҫмерҙең шәхес булып формалашыуында ғаиләнең иғтибары етешмәүе, эскелеге арҡаһында хәл киҫкен булып ҡала килә әле. Үҫмерҙәргә, атаәсәләренә ҡарата ҡанундарҙың да тейешле кимәлдә эшләмәүе, төптән уйлап еткерелмәүе бала хоҡуғын яҡлау, хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эшләгән органдарҙың хеҙмәтенә аяҡ сала әле. Эскән ата-әсәләрҙе психо-неврологик диспансерға мәжбүри ебәреп, дауалау кеүек талаптарҙың етешмәүе, рейдтар ойошторған комиссия ағзаларының яҡланмағанлығы, техникаһының булмауы, “Үҫмер” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын да ҡытыршылыҡтар һәм башҡа мәсьәләләр эшкә кире йоғонто яһамай ҡалмайҙыр.
Үткән кәңәшмәлә депутаттар, прокуратура, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре иғтибарына ошо мәсьәләләр ҡуйылды. Урындағы органдар ҙа, үҙ нәүбәтендә, теләктәрҙе юғары кимәлдә хәл итеүҙе күҙ уңында тотоп, уларға мөрәжәғәт итәсәк. “Түңәрәк өҫтәл”дән һуң, эшсе төркөм “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында, үҙәктең үҙендә, ҡаланың 3-сө мәктәбендә булып, хәл торошо менән яҡындан танышты.
Беҙ ҙә эшсе төркөм ағзаларынан ҡала-районда системаның нисек эшләүе, хәл торошоноң нисек булыуы тураһында тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһындыҡ.
Андрей ИВАНЮТА:
- Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай инициативаһы буйынса ойошторолған был эш бәлиғ булмағандар менән эшләгән структураны тикшереү түгел, ә уларға ярҙам итеү ниәтенән үткәрелгән мониторинг. Бөгөнгө “түңәрәк өҫтәл”дә күп һорауҙар күтәрелде. Был һуңғыһы түгел, артабан был һорауҙар ҡағыҙға күсерелеп, киләһе аҙнала юғарыла ҡараласаҡ. Бындай осрашыуҙар ҡайһы бер райондарҙа үтте лә инде, ҡайһыларындалыр үткәреү ҡаралған. Ҡануниәт ҡайҙалыр эшләй, ҡайһы осраҡта яңы закон акттарын, ҡайҙалыр инструкцияларҙы, үҙгәрештәрҙе алыштырыу, ҡайһы бер һорауҙарҙы бергә йыйылып хәл итеү кәрәк. Яҡшыраҡ йәшәр өсөн бурыстар бер кеүек тойолһа ла, ҡайһылыр орган ыңғай хәл итһә, икенсе орган уға ҡапма-ҡаршы ҡарар сығара. Был осраҡта нимәлер ҡамасаулай. Беҙҙең бурыс - алтын урталыҡты табыу. Социаль приютта тәүге тапҡыр булыуым. Барыһы ла оҡшаны. Тик балаларҙың үҙ йорто, ғаиләһе булырға тейеш. Ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балаларға ҡарап күңел ҡырыла. Ғүмерҙәрен ошондай кескәйҙәргә бағышлаған кешеләргә ҡарап һоҡланаһың. Бында талантлы, уңышлы балалар үҫә бит. Беҙ уларҙы контролгә алып, артабанғы социаль үҫешендә ярҙам итергә бурыслыбыҙ.
Иван ЛАВРЕНОВ:
- Ҡоролтай, тәү сиратта, закондар сығарыусы орган. Кәңәшмәгә контроль-күҙәтеү функциялары үтәлешен билдәләү маҡсатында түгел, ә нескә урындарын асыҡлау, уларҙы төҙәтеү буйынса йыйылдыҡ. Беҙҙең ҡануниәт әлегә камил түгел. Шулай ҙа, тәүҙә республика кимәлендә булһа ла, уларҙы үҙгәртергә кәрәк. Әгәр ҙә тәжрибә уңышлы тип табылһа, тағы ла юғарыраҡ кимәлдә, парламентта хәл итеүҙе һораясаҡбыҙ.
Динар ШАКИРОВ:
- “Түңәрәк өҫтәл”гә килгәндә, унда көнүҙәк һорауҙар күтәрелде. Бындай проблемалар Белорет районында ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә бар. Норматив-хоҡуҡи хәлдәрҙе яйға һалыу планында штат, аҡса етешмәүе күренде. Барлыҡ хеҙмәттәрҙең, иҫкәртеү системаһының, контроль-күҙәтеү органдарының бергә кәңәшләшеп эшләүе күренеп тора. Тиҙ арала хәл итерлек мәсьәләләр юҡ кимәлдә. Контроль-күҙәтеү органдары, тәү сиратта, яза биреү өсөн генә эшләмәй, беҙ социаль хәүефле хәлдә ҡалған балаларҙы асыҡлау, уларға ваҡытында тейешле психологик, педагогик ярҙам күрһәтеү, енәйәт ҡылыуҙы булдырмау буйынса алда барырға тейешбеҙ. Әйткәндәй, һуңғы һигеҙ йылда үҫмерҙәр енәйәте кәмеүе күҙәтелде, 1800-ҙән 900-гә төштө. Был - дөйөм көс менән алып барылған эш һөҙөмтәһе, тип уйлайым. Енәйәттәр ҙә бит имен булмаған, асоциаль ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар араһында ғына ҡылынмай, бындай аҙымға тулы, имен ғаиләлә үҫкән балалар ҙа бара. Балаларға иғтибарҙы бүләйек, юғиһә уларҙы юғалтасаҡбыҙ.
Читайте нас: