Тормоштоң кеме генә булмаған кеүек, ауыл халҡының да алаһы ла, ҡолаһы ла бар. Берәүҙәр тәбиғәттән кѳс алып, икенселәре дин юлында күңел тыныслығы табып, өсөнсөләре бәләкәй генә баҡсаһында соҡсоноп, барына риза булып кѳн күрһә, ә бына бәғзеләре, заманса тормоштоң бар тәмен, еңеллеген татығандары, бөтөнләй башҡа шөғѳлдәрҙе үҙ итә. Үкенескә ҡаршы, улар араһында шешәнән йыуаныс табып, “йәшел йылан”ды үҙ итеүселәр ҙә юҡ түгел. Тик бѳгѳнгѳ һүҙебеҙ улар тураһында түгел, тѳпкөлдә йәшәп тә, тормоштан төңөлмәйенсә, оптимист булыу өсөн стимул табыусылар тураһында. Иң ҡыйын, ауыр мәлдәрҙә, бер тѳрлѳлѳк тормошоңа һеңеп киткәндә үҙеңде нисек ыңғай тулҡындарға кѳйләргә була? Районыбыҙҙа Асы ауыл хакимиәтенә ҡараған Мулдаҡай халҡы был йәһәттән ниндәй ѳлгѳ күрһәтә?
Ошо турала белеү өсөн ауылдың иң әүҙем кешеләре - ауыл старостаһы Даларис Зәйнулла улы АБДРАХМАНОВ, мәҙәниәт йорто мөдире Оксана Владимировна ПОРОСЯТЬЕВА, китапхана мөдире Раушания Миңнулла ҡыҙы ВӘЛИЕВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәзинә Риф ҡыҙы РӘХИМОВА менән әңгәмәләштек.
► Сабыр, ябай ауыл кешеһенә тулы бәхет өсөн әллә ни күп тә кәрәкмәй. Һыуы, юлы булһа - еткән, Интернет, телефон булмауын глобаль проблема итеп тә күрмәйҙәр.
- Ейәнсуранан килен булып төшөүемә лә күп кенә ваҡыт уҙған. Ошо мәктәптә эшләүемә лә 15 йыл. Өйрәнеүе ҡыйыныраҡ булды. Кешеләре ҡырыҫ, көнсөл кеүек, ағастары өҫкә ауып бара, төпкөл, бер ниндәй шарттар юҡ. Тик кеше барыһына ла яраҡлаша бит ул, мин дә яйлап ѳйрәндем. Белоретҡа барыу өсөн дә 3 сәғәттән ашыу 160 саҡрым үтер кәрәк. Автобус йөрөмәй, барыһында ла машина булмағас, транспорт табыуы ла ҙур бәлә. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Балалар менән төрлө конкурс, олимпиадаларға, баш ҡалаға экскурсияларға ла йөрөйбөҙ. Ваҡытында барып етеү өсөн таңғы 5-6-нан уҡ юлға сығабыҙ, призлы урындар ҙа яулайбыҙ. Балалар менән йөрөгәндә лә төрлө хәлдәргә осрайһың. Буранға эләгеп, төнгө 2-лә ҡайтып ингән осраҡтар ҙа күп булды. Бына яңы ғына 79 йәшлек инәйебеҙ 3 мең һумға такси яллап, дауаханаға китте. Тағы ла 3 мең һумға ҡайтыуын, дарыуҙарын иҫәпләһәң, пенсияһынан күпме тороп ҡалыуы яҡшы аңлашылалыр. Шулай ҙа, үҙ эшең менән иртәнге һигеҙгә ҡалаға барып етеп, киске алтыға тиклем сиратта ултырып та, эш кѳнѳ бөттө тип, танауың алдында ишекте ябып ҡуйһалар, иң ҡыйыны. Тағы транспорт табырға, эштән һорарға, көнө буйы сиратта ултырырға тура килә. Туғандарым әле лә аптырай, ҡасан ғына шул төпкѳлдән, айыуҙарыңдан ҡотолаһың инде, ти. Тик хәҙер ҡайҙалыр күсеү тураһында уй ҙа юҡ, төпкөлдә лә замандан ҡалышмай йәшәргә өйрәндек.
► Шуныһы ҡыҙыҡ, тѳпкѳлдә тормош бар ҙа һымаҡ, юҡ та кеүек. Бер ҡараһаң. кешеләр йәшәй, ана-бына ябылам тип ҡурҡытһа ла мәктәбе, үҙенә күрә клубы бар. Тик ҡайҙа ғына йәшәһәң дә, нимә менән генә булышһаң да, йәшәү ѳсѳн, тәү сиратта, аҡса кәрәк.
- Рәсми рәүештә 223 кеше теркәлһә лә, ысынында ауылда 190 тирәһе генә кеше йәшәй. Әлеге ваҡытта 20-нән ашыу ир-егет Себергә йөрөп аҡса табырға, ғаиләһен ҡарарға тырыша. Кеҫә телефоны бәйләнеше, Интернет селтәре булмауы әллә ни проблема түгел, исмаһам, ауылға яҡын-тирәлә булһа ла эш юҡлығы иң кѳнүҙәк мәсьәлә һанала. Кем нисек булдыра - шулай аҡса таба. Бер йылы гәзиттә, мулдаҡайҙар ялҡау, эргәләрендә генә әллә нисә карьер була тороп, эшләргә теләмәй, күпте өмөт итә, тип яҙып та сыҡҡайнылар. Түләһәләр, бар мәшәҡәттәрен ҡалдырып, иң беренсе беҙҙекеләр йүгерер ине әле. Хәҙер бит эш урындары тип шау ҡуптаралар ҙа, күптәре эшләгән өсөн түләмәй, йә тинләп кенә өләшә. Сит райондан килеүселәрҙең дә күбеһе алданып, буш ҡул менән ҡайтты. Мәҫәлән, былтыр дарыу үләндәре йыябыҙ тип вәғәҙәләгәстәр, эш ташлап, күмәкләшеп әллә күпме тамыр, үлән йыйҙыҡ. Тик йыйғанды килеп алыусы ғына булманы. Бик ныҡыштар ғына йыйғанын әрәм итмәй Белоретҡа алып барып, мең мәшәҡәт менән тапшырып, бер аҙ аҡсаһын ала алды.
- Ауылда йәшәгәндәрҙең яртыһынан күбеһе пенсионер, ҡалғандары урта йәштәгеләр. Перспективаһы булмаған ауылда ниндәй эш урыны булһын инде. Күптәр миҙгелле эштәр менән генә әҙерәк аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Миндек, һепертке бәйләйҙәр, Яңы йыл байрамы алдынан шыршы ҡырҡалар. Бер түгел әллә нисә карьер булды, барыһының да хужалары ситтән килгәндәр ине. Улар ауыл халҡын тарта торғаны бармы ла, хәленә инә беләме. Шуға ла был карьерҙарҙың беҙгә бер файҙаһы ла булманы. Башта вәғәҙәләренә ышанып, ярты ауыл, хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һеперелеп эшкә сыҡҡайны. Ошонда йәшәгәс, хеҙмәт хаҡын да яҡшы самалайбыҙ, бушҡа эшләге килмәй. Бер нисә тин өсөн кемдең күрәләтә һаулыҡ бөтөрөп, ауыр эштә эшләп йөрөгөһө килһен. Радий Хәбиров Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булып килгәс, был карьерҙар менән дә нимә булыр, билдәһеҙ әлегә. Был эш буйынса ҙур предприятие асылып, кешеләрҙе законға ярашлы эшкә алһалар, беҙҙең ауылдыҡыларға ғына түгел, яҡын-тирәләге халыҡҡа ла файҙа булыр ине.
► Эш урындары, перспектива булмаған тѳпкѳлдә ниндәй генә бизнес булһын инде. Бик тырышҡан хәлдә лә бәләкәй генә бер магазин тоторға була. Шуға ла һатыусы ауылда иң текә һѳнәр һанала. Был йәһәттән ыңғай хәбәрҙәр бармы?
- Ауылда берҙән-бер магазин эшләй. Тауарҙы Ҡатау-Ивановскийҙан килтерәләр. Айына бер килтереп ҡалдырғанлыҡтан, ундағы аҙыҡ-түлектең файҙаланыу ваҡыты ла сығып бөтә. Ҡалайтаһың, булмағандың көнөнән иҫкеһенә лә шөкөр итәһең. Кемдер Инйәргә йә Белоретҡа бара икән, ярты ауыл заказ бирә. Береһенә май, он, шәкәр, икенсеһенә дарыу йә башҡа берәй нәмә кәрәк. Районға автолавкалар ҡайтарылған тип яҙып сыҡҡайнылар ҙа, ни эшләптер һаман да эш башламайҙар. Улар йөрөй башлаһа, кѳндәлек кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек ѳсѳн башҡаларҙы бимазаламаҫ инек. Урман араһында йәшәһәк тә, ағас эше менән шѳғѳлләнеүселәр юҡ. Ауылда бер-ике кешенең генә пилорамаһы бар. Улар уны үҙе ѳсѳн генә файҙалана. Был эшкә ныҡлап тотоноуҙың файҙаһы юҡ, сѳнки эшкәртелгән ағасты тѳпкѳлдән сығарып реализациялау үҙе ҙур мәшәҡәт.
Тулы материалды гәзиттең 10-сы һанында (01.02.19) уҡығыҙ.