Үткән аҙнала Белорет перинаталь үҙәгенең гинекология бүлегендә эшләгән табиптарыбыҙ күптәрҙе һоҡландырырлыҡ һәм ғорурландырырлыҡ операция яһап, оло хѳрмәт яуланы. Дауаханаға күрше райондан ауыр хәлдәге ҡатынды килтерәләр. Ҡатындағы патология медицинала бик һирәк күренеш тип һанала. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, практикала бындай осраҡ 75 мең йѳклѳ ҡатын араһында берәүгә генә осрай. Шуныһы насар, был патологияны УЗИ аппараты аша тикшереп күреүе үтә ҡатмарлы процедура. Әгәр ҙә врачтар уны ваҡытында күрә алмай икән, иң яҡшы осраҡта ҡатындың бала табыу функциялары эшлектән сыға, ә иң ҡурҡынысында Муниципаль райондың һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендә барған матур үҙгәрештәр, хәл ителгән кѳнүҙәк проблемалар, кадрҙар ҡытлығы тураһында йыш яҙабыҙ. Ә бѳгѳнгѳ һүҙебеҙ беҙҙә эшләгән һәм ысынында үҙ эшенең оҫтаһы булған табиптар хаҡында. - әсә булырға йыйынған ҡатындың донъя менән хушлашыуы ихтимал. Йөклөлөк осоро ҙур булған ваҡытта пациентҡа хирургик операция яһау үтә хәүефле алым. Ә беҙҙең табиптар ҡулына килеп эләккән ҡатындың хәле тап шулай була. Уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу ѳсѳн, шәмбенән йәкшәмбегә ҡарай тѳндә Перинаталь үҙәктең баш табибы Фәнил Латипов, акушер-гинекологик ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары Илнур Мырҙабаев, анестезиолог Мѳдәрис Йыһаншин ҡатнашлығындағы табиптар бригадаһы ҡатмарлы операция яһауға йѳрьәт итә. Тәүәккәлләгән таш ярған тигәндәй, уларҙың был эше уңыш менән тамамлана. Әлеге ваҡытта ҡатын үҙен яҡшы тоя, сәләмәтлегенә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.
Табиптарҙың уникаль операция яһауҙағы ҡыйыулығы шунда уҡ республикаға билдәле булды. Беҙҙең медицина ѳлкәһендә һирәк осраған был хәлде Башҡорт дәүләт медицина университетының акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мѳдире, профессор, фән докторы Әлфиә Ғәлим ҡыҙы Ящук үҙенең презентацияһына индерә.
Районыбыҙҙың һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһендә эшләгән һәм кеше һаулығы һағында торған барлыҡ аҡ халатлыларға киләсәктә лә үҙ эшенең оҫтаһы булып, кѳтѳлмәгән хәлдәрҙә лә һәр саҡта ла уңышҡа ирешеүҙәрен теләргә генә ҡала.