Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
8 Февраль 2019, 13:54

Дарыуҙар һатып алынырға тейеш түгел

Хәҙер Республика йортонда аҙна һайын билдәле бер ваҡытта «Сəлəмəтлек сəғəте» тип аталған кәңәшмә уҙғарыла. Унда тармаҡ проблемаларын тикшереүҙән тыш, аныҡ һәм йылдам ҡарарҙар ҡабул ителә. Бында шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына иғтибар талап иткән һорауҙар буйынса тәҡдимдәр индерергә лә мѳмкин.

Сираттағы «Сəлəмəтлек сəғəте»ндә Радий Хəбиров Башҡортостан халҡы дауаханала үҙ аҡсаһына дарыу алырға тейеш түгел, тигән талап ҡуйҙы. Кәңәшмә барышында һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин республикала ҡиммəтле дарыуҙар менəн тəьмин итеүгə бəйле хəл менəн таныштырҙы.
- Бѳгѳн дауаханаларҙа, клиникаларҙа, диспансерҙарҙа һәм башҡа дауалау учреждениеларында дауаланған панценттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһенең кѳнүҙәк мәсьәләләренең береһе булып тора. Пациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү Мотлаҡ медицина страховкаһы, федераль, республика һәм шулай уҡ бюджет булмаған башҡа сығанаҡтар иҫәбенә бушлай эшләнергә тейеш. 2018 йылда был маҡсаттан 7,3 млрд. һум аҡса йүнәлтелгән. Амбулатория, поликлиникала льготаға бирелгән дарыуҙар менән дауалау ҙа етди. Ҡиммәтле дауалау талап ителгән пациенттарға дарыуҙар Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан үҙәкләштереп федераль бюджет иҫәбенә алына.
Бынан тыш, 2019 йылға федераль льгота алыусыларға 840 млрд. һум бүленгән, ә тѳбәктекеләргә 1,8 млрд һум, - тип белдерҙе Максим Забелин.
Әлегә был мәсьәләләрҙе хәл итеүгә аҡса етмәүе бер аҙ аяҡ сала. Конкурс процедураларын үткәреүҙең оҙонлоғо, тауар килтереүселәрҙең дарыу менән тәьмин итеү шарттарын боҙоуы ла эште ҡатмарлаштыра. Әлеге ваҡытта берҙәм фармооператор булдырып, һатып алыуҙы үҙәкләштереү һәм финансты арттырыу ғына мәсьәләне ыңғай хәл итеү юлы булып һанала. Радий Хәбиров ябай ғына дарыуҙарҙың да етмәүенә зарланған халыҡтың мѳрәжәғәтен иҫәпкә алып, тармаҡтағы хәлде етди контролгә алырға һәм, әгәр ҙә табиптар бушлай бирелергә тейеш дарыуҙарҙы үҙаллы һатып алырға ҡуша икән, ҡаты саралар күрергә ҡушты. Ул пациентҡа ғəҙəти дарыу һəм медицина кəрəк-яраҡтары килтерергə ҡушыу осраҡтарын баһаларға һəм ғəйеплелəрҙе язаға тарттырырға тигән талап та ҡуйҙы.
Максим Забелиндың билдәләүенсә, киҫкен коронар синдромында үлем осраҡтарын кәметеү резервтары етерлек. Бының ѳсѳн матди-техник базаны артабан нығытыу, медицина персоналын уҡытыу, халыҡҡа йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен диагностикалау буйынса мәғлүмәт бирергә кәрәк. Ошо ауыр сирҙе үткәргән һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы менән дауаланған пациенттарҙы 12 ай дауамында дарыуҙар менән бушлай тәьмин итеү ҙә бик мөһим. Дауаханаларҙа, клиникаларҙа, диспансерҙарҙа һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы пациенттарҙы дарыуҙар менән дауалау - был йәһәттән тәүге аҙым.
Читайте нас: