Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Февраль 2019, 17:21

Йәшлектә йәшнәп ҡалырға

Заман ауырлығына һылтанып, ҡул ҡаушырып ятыу - ялҡауҙар һәм дәртһеҙҙәр өлөшө. Эйе, хыялдарҙы - маҡсатҡа, маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыр өсөн арманһыҙ булырға, ихтыяр көсөн туплап, ҡаршы осрар кәртәләрҙе ҡыйыу емерергә, тәҡәт итеп, үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен көтөргә кәрәк. Шулай ҙа, ризалашырһығыҙ, моғайын, быуын нығытыусы йәштәрҙең дәрт-ҡеүәтен дөрөҫ юҫыҡҡа бороу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, ҡәҙерле ваҡыттарын әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуймау, уларҙың теге йәки был башланғысын хуплау, дәртләндереү йәһәтенән илебеҙҙә мөмкинлектәр ҙур.

Февраль башында муниципаль район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге, Йәштәрҙең ял үҙәге тарафынан Белорет металлургия колледжы диуарҙарында “Зачетка” аталмышлы йәштәр белем арттырыу форумы ойошторолдо. Унда ҡаланың урта махсус белем биреү учреждениеларынан бихисап студент ҡатнашты.
Өфө ҡалаһынан спикер сифатында килгән ҡунаҡтар: БР “Йәштәр сәйәсәте лигаһы”ның ижади-проектлау хеҙмәте етәксеһе Илнур Юлдыбаев, административ-хужалыҡ хеҙмәтенең етәксе урынбаҫары Айгөл Ямғурсина, лига хеҙмәткәре, ирекмән Эльнара Бадалова, Республика ирекмәндәр хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге белгесе Рөстәм Әлибаев зал тултырып килгән егет-ҡыҙҙарҙың иғтибарын йәлеп итерҙәй лекциялар менән сығыш яһаны.
Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты, 2018 йылда Көньяҡ федераль округ буйынса үткәрелгән “Ростов” йәштәр форумында үҙ проекты өсөн 100 мең һум күләмендә грант отҡан, бөгөнгө көндә йәштәрҙе ауыл хужалығы эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында ең һыҙғанып “АгроБУМ” проекты өҫтөндә тир түккән Илнур Юлдыбаев студенттарға проекттың нимәнән ғибәрәт булыуын, уны тормошҡа ашырыу нигеҙҙәрен төшөндөрһә, Айгөл Ямғурсина иһә проекттарҙы бюджетлау йәһәтенән ентекле аңлатма бирҙе. Рөстәм Әлибаевтың медиа-киңлектә проектты алға ебәреү нигеҙҙәрен өйрәтеүе, Эльнара Бадалованың нисек итеп ирекмәндәр рәттәрен тулыландырыу һәм киң ҡоласлы проекттарҙа ҡатнашыу тураһында мәғлүмәт биреүе тыңлаусылар өсөн файҙалы булғандыр.
Лекциялар араһында сараны алып барыусы Максим Субботин студенттарҙы бер аҙ “ҡыбырлатып”, уйнатып та алды. Етеҙлекте, логик фекерләүҙе, отҡорлоҡто һынаған “Еңеүгә бер минут” ярышы ҡатнашыусыларға ла, уйынға тамаша ҡылғандарға ла шәп кәйеф бүләк итте. Еңел атлетика буйынса биш тапҡыр Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ данлыҡлы яҡташыбыҙ Галина Богомолова менән зарядка эшләү иһә талсыҡҡан тәндәрҙе яҙып, студент халҡын дәртләндереп, йәнләндереп ебәрҙе.
Бер сәғәткә һуҙылған ҡәһүә-брейктан һуң, йәштәрҙе волонтерлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү маҡсатында Максим Субботин уйын-тренинг ойошторһа, Анна Копьева иһә йәш быуында һөнәри йүнәлеш һәм карьера йәһәтенән ынтылыш тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотҡан махсус күнекмәләр уҙғарҙы.
Форумдың һуңғы этабында студенттар эксперт комиссияһына үҙҙәренең социаль йүнәлешле проекттарын тәҡдим итте. Йәш кешеләрҙең үҙаллы актив эшләү һәләтен, булдыҡлылығын, уй-хыялдарын сағылдырған һәр хеҙмәткә алдынғы ҡарашлы, тәжрибәле жюри ағзалары тарафынан төплө комментарий бирелде. Береһенән-береһе ҡыҙыҡлы эштәр араһынан Белорет медицина колледжы студенты Дарья Лысенкованың илһөйәрлек рухы менән һуғарылған “Беҙ был хәтергә тоғро” тигән проекты иң юғары баһаға лайыҡ тип табылды. Көн оҙоно дауам иткән тәьҫораттарға бай сара ахырында һәр ҡатнашыусыға махсус сертификат тапшырылды.
Читайте нас: