Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Февраль 2019, 15:44

Эштәре - халыҡ мәнфәғәтенә

“Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - Башҡортостан почта элемтәһе идаралығының Белорет почтамты 2018 йылға йомғаҡ яһаны һәм 2019 йылға ҡуйылған бурыстар буйынса йыйылыш үткәрҙе.

Почта элемтәһе идаралығының директор урынбаҫары Ленард Рәмил улы Шафиков элемтә эшенең уҙған йылдағы күрһәткестәрен башҡа район-ҡалаларҙыҡы менән сағыштырҙы. Берәмләп һатылған тауарҙан, гәзитжурналдарҙан, посылка һәм эксперт-килтереүҙән, страховкалауҙан килгән төрлө килемдәрҙең ун ике ай эсендә кеше башына нисә һумға тура килгәне экранда таблица рәүешендә күрһәтелеп анализ яһалды, әңгәмә барышында ҡайһы бүлексәләргә күрһәткестәр кимәлен үҫтерергә кәрәклеге билдәләнде.
Белорет почтамты начальнигы Андрей Юрьевич Гревцев коллегаларының эшенә баһа бирҙе, ағымдағы йылда ойошманың юғарыраҡ баҫҡысҡа күтәрелеүе өсөн барыһын да тырышып эшләргә, һәр кемгә алдына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәргә саҡырҙы. Унан һуң почтальондарҙың 2018 йылда “Провиант” йәмғиәте килтереп торған көнкүрештәге киң ҡулланыу тауарҙарын һатыу буйынса юғары күрһәткестәргә ирешкәне өсөн пенсия таратыу бүлексәһе етәксеһе Венера Әбдрәхим ҡыҙы Ғәлиева, килем алыу планын тултырғаны өсөн Наталья Ермакова (ҡаланың 12-се бүлексәһе етәксеһе), Венера Хәйруллина (2-се бүлексә), Ольга Архипова (3-сө бүлексә), Тамара Мөхәрләмова (Йөйәк), Елена Бочарова (Туҡан), Сәрүәр Вәлиева (Бөрйән районы Байназар), посылка бизнесы буйынса юғары күрһәткестәре өсөн Белорет почта бүлексәһе начальнигы Валентина Ишимова, Гөлмирә Рәхимова (Асы), Дилә Ғәниева (Әбйәлил районы Михайловка), 2018 йылда финанс бизнесы планын юғары күрһәткестәргә үтәгәне өсөн Анна Калугина (Ташбулат), Лилиә Фәйзуллина (Йәнгел), Зөлфиә Ғәскәрова (Байым), Валентина Иванова (Межгорье), көнкүрештәге киң ҡулланыу тауарҙарын һатыу буйынса юғары күрһәткестәргә ирешкән Любовь Маз (Әүжән), Ирина Александрова (Ишле) һәм Ирина Зернова (Үҙән) Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Читайте нас: