Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Февраль 2019, 15:42

Сермәндә Аҡһаҡалдар ҡоро ойошторолдо

Ошо көндәрҙә Сермәндә Аҡһаҡалдар ҡорон ойоштороу буйынса тәүге йыйын үтте. Сараға район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев саҡырылды һәм Сермәндең зыялылары, билдәле кешеләре һәм әүҙем йәмәғәтселәре йыйылды. Мәҙәниәт йортона ауылдың 24 иң хөрмәтле һәм абруйлы оло йәштәге ирҙәренең бергә тупланыуы күңелде күтәреп ебәрҙе, сөнки һуңғы ваҡытта төрлө йыйылыштарға, сходтарға йөрөү, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу күп урында ҡатын-ҡыҙҙар иңенә ҡалып бара ине. Йыйылышты ауылдың аҡһаҡалы Солтан Сиражетдинов асты һәм һүҙҙе ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Сибәғәтоваға бирҙе. Лилиә Вил ҡыҙы йыйылыусыларҙы тәбрикләгәндән һуң, 2018 йылда башҡарылған эштәр тураһында ентекләп һөйләп үтте. 2019 йылға хакимиәт алдына ҡуйылған бурыстар менән таныштырҙы.

- Тормошҡа ашырылған эштәрҙә һеҙҙең ярҙамығыҙ күп. Һуңғы йылдарҙа хакимиәт һеҙҙең кәңәштәрегеҙгә, көсөгөҙгә таянып эшләй һәм был уңышҡа килтерә. Халыҡ менән эш итеүҙә лә ололарҙың ярҙамы ҙур. Беҙ бер һүҙҙән һәм ойошоп эшләгәндә генә эш алға бара. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, - тине ул ололарға.
Был юлы ла ҡор ойоштороуға йыйылған ололар республикала, районда барған сәйәси һәм иҡтисади ваҡиғаларға туҡталды. Башҡорт халҡына, уның көнитмешенә ҡағылған мәсьәләләр буйынса һөйләшеп, ҡоролтай рәйесенә, хакимиәт башлығына һорауҙар бирҙеләр.
Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шулай. Ауыл халҡын борсоған мәсьәләләр күп, уртаға һалып, барлыҡ ғәм менән кәңәшләшеп эшләй торғандары ла байтаҡ йыйылған. Сермәндә лә эшләнәһе эштәр етәрлек һәм улар йылдан-йыл арта ғына бара. Ҡаҙыш йылғаһының ярын нығытыу, ҡайһы бер урындарҙа кистәрен лампаларҙың янмауы, мәсет төҙөлөшөн тамамлау, Ҡушыҡтың, Аҙнағол ауылының зыяратын кәртәләү, күперҙәрҙең иҫкереүе, һанлы телевидениеға күсеү менән 20 канал иҫәбенә БСТ, Ҡурай тапшырыуҙарының индерелмәүе тураһында һорауҙар бирҙеләр. Урамдарға беркетелгән алтаҡталарҙы яңыртыу, юл билдәләре урынлаштырыу буйынса кәңәшләштеләр. Урамда, мәктәптә балаларҙың бер-береһе менән тик урыҫ телендә аралашыуы өсөн дә борсолдо ололар. Балалар баҡсаһында кескәйҙәргә башҡортса өйрәтеүсе белгестәр булмауы өсөн көйөндөләр. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек эштәрен хәҙерҙән үк башларға кәрәклеге тураһында һөйләштеләр. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғыштан көмөш миҙалдар тағып ҡайтҡан 5 яугирға, Сермән ауылынан сыҡҡан өс наркомға, Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтып, тыныс тормош осоронда үлгән ветерандарға, Дан пантионы төҙөү өсөн “Ҡала мөхите” проектында ҡатнашырға килештеләр. Заманса итеп эшләнәсәк был Дан пантионында үткән йылда ғына золом ҡорбандарына асылған таҡтаташ та урын аласаҡ.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 16-сы һанында (22.02.2019) уҡығыҙ.
Читайте нас: