Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Февраль 2019, 13:19

Илдә фәҡирҙәр булмаһын

20 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Мөрәжәғәтнамә документының төп өлөшө илдең эске социаль һәм иҡтисади үҫеше, уның сиктәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, суверенитет мәсьәләләренә ҡағылды. Владимир Путин бөтә кимәлдәге етәкселәрҙе коммунизм килгәнен көтмәҫкә, ә һәр кешенең йәшәү кимәлен күтәреү өсөн һөҙөмтәле аҙым яһарға саҡырҙы. Рәсәй Федерацияһы Президенты ишле ғаиләләрҙең, пенсионерҙарҙың хәлен яҡшыртыу, демографияны үҫтереү буйынса яңы алымдар уйланылыуы тураһында әйтте. Социаль түләүҙәрҙе арттырыу, фәҡирлекте бөтөрөү, медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыртыу, мәктәптәрҙе яңыртыу һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, төрлө тармаҡтарҙа эш хаҡын арттырыу, фәнде һәм юғары технологиялы етештереүҙе үҫтереү бурысын ҡуйҙы.
Беренсе һәм икенсе балаға түләү арта
Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләү күләмен ике йәшәү минимумына тиклем арттырырға тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, беренсе һәм икенсе балаға пособиены йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр аласаҡ. Владимир Путин шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид бала ҡарау буйынса пособиены 10 мең һумға тиклем арттырыу тураһында белдерҙе. Президент балалы ғаиләләр өсөн һалым һалынған фатир майҙанын кәметергә тәҡдим итте. Ул Үҙәк банк алдына ипотека ставкаһын 9, һуңыраҡ 8 процентҡа тиклем түбәнәйтеү бурысын ҡуйҙы.
Күп балалыларға ипотекала ярҙам
- Ишле ғаиләләр өсөн ипотека буйынса ташлама бар. Улар 6 процент түләй, ҡалғаны дәүләт тарафынан субсидиялана. Әммә был сараны ла һирәк файҙаланалар, сөнки ташлама өс йәки биш йыл ғына ғәмәлдә була. Был льготаны ипотека кредиты осоронда ғәмәлдә ҡалдырырға тәҡдим итәм, - тине Президент.
- Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон иҫәпкә алғанда, өсөнсө һәм артабанғы сабыйы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә индерергә, атап әйткәндә, бындай ғаиләләр өсөн ипотека бурысының 450 мең һумын түләргә мөмкин, тигән фекерҙәмен.
Кескәйҙәргә ясле кәрәк
Владимир Путин быйылғы бюджетта ошондай сараларҙы күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. 2021 йыл аҙағына тиклем ясле мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. Бының өсөн 200 меңдән ашыу урын булдырыу шарт. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тип билдәләне Владимир Путин.
"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы
Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусылар өсөн 1 миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт Башлығы әйтеүенсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫеше өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Федераль дәреслектәр исемлегенә иң яҡшыларын ғына индерергә кәрәк.
Иң яҡшыларға - 600 мең һум!
Башҡортостанда иһә быйылдан республика ҡаҙнаһынан ауыл уҡытыусыларына 60 миллион һум аҡса бүленә. Йыл һайын иң яҡшы 100 уҡытыусы грант рәүешендә 600 мең һум аҡса аласаҡ.
Балаларға Интернет - 100 мегабит
- 2006 йылда мәктәптәрҙе Интернетҡа тоташтыра башлағас, был ҙур алға китеш кеүек тойолғайны, - тине Владимир Путин. - Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлектә - секундына 100 мегабит булырға тейеш. Был балаларға мәғлүмәттәр менән йылдамыраҡ танышырға, мөмкинлектәрҙе арттырырға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: