Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Февраль 2019, 13:10

Ярҙам итер тәҡдим микән?

Республикала алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләргә тәҡдим итәләр.

Эскелек темаһына ҡағылышлы мәҡәләләр гәзитебеҙҙә йыш баҫыла. Ә бына эскелек менән мауыҡҡан, ошо ауыр сир менән ауырыған кешеләр был мәҡәләләрҙе уҡыймы икән? Йә булмаһа, эскелекте тыйған закондар, спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тәртибе тураһында ла ҡарарҙар бик күп. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эскелек һиҙҙермәй генә үҙ эшен эшләп, арта бара. Йәшенә лә, вазифаһына ла ҡарамай, кешеләрҙе үҙ һаҙлығына батыра, бәхетле ғаиләләрҙе бәхетһеҙ итә. Эскелектән үлгән кешеләр һаны, статистика буйынса, башҡа сәбәп менән үлгәндәр һанынан да артҡан.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары республикала алкоголь һатыуҙы киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем сикләү тураһында һүҙ сығарҙы һәм уны ентекләп өйрәнергә тигән тәҡдим әйтелде. Быға тиклем спиртлы эсемлектәрҙе һатыу магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем тыйыла ине. Ошо көндәрҙә Өфөлә алкоголь продукцияһының законһыҙ әйләнешенә ҡаршы тороуға арналған «түңәрәк өҫтәл» ултырышы үткәрелде. Унда республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға ҡәҙәр сикләү индерергә тигән тәҡдим бар, тип белдерҙе. Был эшҡыуарҙар берләшмәһе һәм башҡа ҡыҙыҡһынған яҡтар ҡатнашлығындағы фекер алышыуҙа төрлө фекерҙәр тыуҙырҙы. «Түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар әйтеүенсә, төнгө һәм иртәнге сәғәттәрҙә алкоголь һатыуҙы тыйыу башланғысын барыһы ла хупламай. Бигерәк тә эшҡыуарҙар берләшмәһе араһында. Һәр яҡ үҙ фекерендә ҡалырға тырышты. Ысынлап та, бындай ғына тыйыуҙар эскән кешене туҡтата алырмы икән һуң? Бәлки, мәсьәләне икенсе төрлө хәл итергә кәрәктер? Мәҫәлән, балаларға кескәй саҡтан уҡ спиртлы эсемлектәр менән мауығыуҙың яҡшыға килтермәүен мейеһенә, аҡылына һеңдереүҙән башларғалыр. Шуның өсөн мәктәптәрҙә тормошта бөтөнләй кәрәкмәгән предметтарҙы ҡыҫҡартып, ошо йүнәлештә дәрестәр индереү зарурҙыр. Шулай уҡ спиртлы эсемлектәрҙе ваҡлап һатыу өлкәһендә контролде көсәйтергә, алкоголь продукцияһын һатҡан дөйөм туҡланыу предприятиелары өсөн ҡәтғи талаптар ҡуйырға, өйҙән һатҡан, ауылдаштарын төрлө шикле эсемлектәр менән ағыулаған кешеләргә ҡарата закон тарафынан ҙур штрафтар, енәйәти яуаплылыҡты көсәйтеү кәрәктер. Ә спиртлы эсемлектәрҙе һатыу сәғәтен ҡыҫҡартыу йә оҙонайтыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыу бер ҙә етди мәсьәлә кеүек күренмәй.
Читайте нас: