Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
1 Март 2019, 12:29

Бурыстар билдәле - эшләргә кәрәк

Муниципаль район хакимиәтенең ҙур залында күп ҡатлы йорттар советының “Управдом” муниципаль форумы үтте.

Беренсе тапҡыр уҙғарылған эшлекле сарала муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубровский, БР Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Дияров, “РБ-ның төбәк операторы” коммерция булмаған ойошма фондының генераль директор урынбаҫары Сергей Баглай, “ЭкоСити” төбәк операторының абонент бүлеге начальнигы Елена Лактионова, ҡала хакимиәте башлығы Сергей Поляков, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, райондың йәмәғәт контроле етәкселәре, идара итеү компаниялары етәкселәре, прокуратура вәкилдәре, күп фатирлы йорт советы рәйестәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Владислав Геннадьевич белдереүенсә, 2019 йылда Башҡортостанда торлаҡ-хужалыҡ өлкәһендә, граждандарҙың уңайлы тормош шарттарында йәшәүе өсөн бюджеттан ярайһы ғына күләмдә аҡса бүленгән. Был йәһәттән Белорет районында байтаҡ эштәр планлаштырылған. Күп фатирлы йорттарға ҡағылышлы “Башҡорт дворнигы”, подъездарҙы капиталь ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу республика программалары, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә эштәр алып барыла. Был проекттарҙа һәр кемдең ҡатнашыуы, бигерәк тә күп фатирлы йорт хужаларының, совет рәйесенең, подъездар һәм йорт буйынса яуаплы кешеләрҙең ҡатнашыуы мөһим роль уйнай.
Форум алдынан муниципаль район хакимиәте сайтында, торлаҡ-хужалыҡ өлкәһендәге борсоған актуаль проблемарҙы асыҡлау өсөн, онлайн тауыш биреү ойошторолдо. Һөҙөмтәлә халыҡты, тәү сиратта, күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт яһау, икенсенән, подъездарҙы ремонтлау, өсөнсөнән, күп фатирлы йорттар биләмәһен төҙөкләндереү, дүртенсенән, заманса балалар майҙансыҡтары булдырыу мәсьәләләре һәм, бишенсенән, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән идара итеү реформаһы борсоуы асыҡланды. Ошо проблемаларҙы бергәләп хәл итеү юлдарын эҙләү һәм уларҙы үтәү ваҡыттарын билдәләү, планлаштырылған эштәр менән таныштырыу, программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа теләктәр һәм фекерҙәр алышыу был көндөң эш маҡсаты булып торҙо.
2019 йылда ҡалала, күп фатирлы йорттарҙың подъезына капиталь ремонт яһау программаһы сиктәрендә, 98 подъезға капиталь ремонт яһау планға алынған. Бының өсөн республика һәм муниципаль район хакимиәте бюджетынан күп кенә аҡса бүленгән. 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән программаға ярашлы, тап ниндәй йортта ремонт талап ителгәнен махсус комиссия билдәләйәсәк. Владислав Миронов был нәүбәттәге эштәрҙе шәхси контролдә тотасағын әйтеп китте.
Фекер алышыуҙарҙың күп өлөшө ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән бәйле булды. Йорт буйынса яуаплылар “ЭкоСити” төбәк операторы вәкиленә шәхси секторҙарҙа ҡалдыҡтарҙы һалырға контейнерҙар ҡуйылмауы, мәрхүмдәр, йәки фатирҙа теркәлмәгән кеше өсөн түләүҙәр килеүе, махсус машиналарҙың уларҙы ваҡытында алып китмәүе һәм башҡа бик күп һорауҙарын бирҙе. Көн үҙәгендә торған проблемалар менән бәйле мәсьәләләрҙең күбеһе асыҡ килеш ҡалды, граждандар “ЭкоСити” вәкиленән ҡәнәғәтләнерлек яуап ала алманы. Муниципаль район хакимиәте был өлкәлә тәртип урынлаштырыуҙа ярҙам итергә әҙер. Әлеге көндә реформаның төп маҡсаты - ваҡытында көнкүреш ҡалдыҡтарын полигонға оҙатыу, районда һәм ҡалала бығаса булмаған урындарға махсус контейнерҙар урынлаштырыу һәм дөрөҫ түләүҙәр барышын яйға һалыу. Елена Александровна әйтеүенсә, бөгөнгө көндә ҡалала 9 берәмек махсус техника көнөнә икешәр рейс яһай. Киләсәктә уларҙың һанын арттырыу кәрәклеге һәр кемгә мәғлүм. Башҡа район-ҡалалар менән сағыштырғанда, районда көнкүреш ҡалдыҡтарын айырыу, преслау һәм юҡ итеү эштәрен башҡарған яҡшы полигон булыуы ҡыуандыра.
Форум һуңында муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич, киләсәктә граждандарҙың йәшәү кимәлен яҡшыртыу йәһәтенән алда ҙур эштәр тороуын, уларҙы атҡарыуҙа йорт буйынса яуаплы кешеләрҙең, йәмәғәт ойошмаларының, идара итеү компанияларының ярҙам итәсәгенә ышанам, тине.
Был көндө шулай уҡ иң яҡшы йорт буйынса яуаплылар, совет рәйестәре муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Читайте нас: