Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
5 Март 2019, 11:20

Суд приставтары эштәренә йомғаҡ яһаны

Яңыраҡ Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығы Белорет район-ара бүлегенең 2018 йыл йомғаҡтары буйынса кәңәшмәһе үтте. Кәңәшмәлә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Иван Пинящук, суд приставтары ҡатнашты.

Суд приставтары федераль хеҙмәте идаралығының эшмәкәрлеге, ғәҙәттәгесә, суд һәм вәкәләтле органдарҙың ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, суд барышында тәртип булдырыуға ҡайтып ҡала. Йыл башынан Суд приставтары идаралығының Белорет район-ара бүлегенә 50 507 башҡарыу ҡағыҙы килгән. Шуларҙың яртыһы тиерлек, 24 979-ы - суд, икенсе яртыһы - башҡа вәкәләтле органдар акттары. Был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 6,5 процентҡа күберәк. Һалым, эш хаҡы, торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса башҡарыу ҡағыҙҙарының артыуы, алимент түләүҙәре, киреһенсә, кәмеүе, ә ЮХХДИ штрафтары буйынса башҡарыу ҡағыҙҙары бер кимәлдә ҡалыуы күҙәтелә. 2018 йылда 2 млрд. һумлыҡ бурыстарҙы ҡайтарыуға башҡарыу ҡағыҙҙары ҡаралған.
- Был һанға өлгәшеү беҙҙең хеҙмәт емеше генә түгел. Көс структуралары һәм башҡа ведомстволар менән бергә, тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Һалым хеҙмәте һәм суд приставтарының бергә үткәргән рейдтары даими сараға әүерелде. Һалым хеҙмәте сығарған ҡарарҙар һәм суд акттары нигеҙендә 34 млн. һумлыҡ мөлкәт ҡулға алынған. Артабан да был эште әүҙемләштерәсәкбеҙ. Беҙҙең район-ара хеҙмәт көсө менән 2,5 мең эшсе файҙаһына 47,5 млн. һумлыҡ эш хаҡы ҡайтарылды. Бының өсөн 42 млн. һумлыҡ мөлкәткә арест һалынды. Хәл итәһе мәсьәләләр ҡала әле. «Белсталь» йәмғиәте эшселәре файҙаһына 15,5 млн. һум эш хаҡын ҡайтарыу талап ителә. Әле эш хаҡын өлөшләтә генә ҡайтарыуға ирештек. Бурыстарҙы ҡыҫҡартабыҙ, мөлкәт аресҡа алынған, уларҙы һатыу ҙа ойошторолған. Беҙҙең өсөн тағы бер мөһим категорияларҙың береһе - штрафтар буйынса бурыстар. ЮХХДИ менән берлектә үткәрелгән рейдтар ҙа һөҙөмтәһен бирә, - тип билдәләне ҡаларайондың өлкән суд приставы Әсләм Камил улы Ҡасҡынбаев.
Эйе, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән хеҙмәттәшлек итеү һөҙөмтәһе һандарҙа ла сағыла. Ике хеҙмәт тә иҫерек килеш руль артына ултырған водителдәргә ҡаршы көрәшә. Штраф күләме күп булған водителдәр ҙә «Юл приставы» ҡулына эләгә. Үткән йылда бурыслы 74 водителдең мөлкәтенә арест һалынған, 30-ына административ протокол төҙөлгән. Был, 2017 йыл менән сағыштырғанда, 98 осраҡҡа әҙерәк. Бурыслы водителдәрҙән 5 750 млн. һум ҡайтарылған, ҡалғандарының эш хаҡынан тотоп алып ҡалыу ҡаралған. Водителдәрҙең барыһы ла тиерлек Рәсәй сиген сығыуҙан мәхрүм ителгән. Был һөҙөмтәле сара икәнен суд приставтары күптән дәлилләне, сөнки сит илгә юл ябылыу менән бурыслылар штрафын тиҙ арала түләп ҡалырға тырыша.
Бәлиғ булмағандар мәсьәләһенә суд приставтары үҙ эшендә айырыуса иғтибар бүлә. Был көнүҙәк мәсьәлә балаларҙың киләсәгенә, уларҙың хоҡуҡтарына туранан-тура бәйле. Балаһы алдында ваҡытында бурысын үтәмәгән 56 бурыслы административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Бурыслыларҙың мөлкәтенә 700 мең һумлыҡ арест һалынған. 22 алимент түләмәүсе транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм, 501 кеше Рәсәй сиген сыға алмай. Күптәре шул сәбәпле бурысын түләп ҡалырға тырыша. Бындай ҡәтғи талаптар, әлбиттә, зыян күреүселәр файҙаһына. 300 бурыслы Мәшғүллек үҙәгенә ебәрелгән, 55-е эш урындары тапҡан да инде. Сарала телгә алынған тағы ла бер мәсьәлә - коммуналь-торлаҡ хужалыҡтары алдындағы бурысҡа ҡайтып ҡалды. Был йәһәттән 817 башҡарыу производствоһы менән эш иткәндәр, бурыстың күләме 29,5 млн. һумға еткән.
Замана еле - кредиттар. Хәҙер һәр икенсе кеше тиерлек кредитта йәшәй. Алыуын алалар ҙа, күптәре йә түләй алмай, йә үҙҙәре түләргә ашыҡмай. Әлеге мәлдә кредит ойошмалар файҙаһына 1,9 процент бурысты ҡайтарыуға өлгәшелгән.
Эш һөҙөмтәләре буйынса район-ара бүлеккә 526 мөрәжәғәтнамә килгән. Контролдә булған башҡарыу производствоһы буйынса тикшереүҙәр үткән. Мөрәжәғәт итеүселәргә яҙма рәүештә яуап бирелгән. Граждандарҙы шәхсән ҡабул итеү ҙә бүлек эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлеше. Шулай уҡ судтар эшмәкәрлегендә урынлаштырылған тәртипте тәьмин итеүгә лә суд приставтары яуаплы. Улар ҡарамағында Белорет район-ара суды һәм мировой судьялар участкаһы. Пропуск режимы буйынса суд приставтары тарафынан тирә-яҡҡа хәүеф тыуҙырған 69 тыйылған әйбер табылған. 293 кеше судҡа килтерелгән, шуларҙың 4-әүһе икенсе өлкәгә ебәрелгән. Көс структураларынан ҡасып йөрөгән 7 кеше тотолған.
2019 йылға судтарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуймау, суд һәм башҡа органдарҙың акттарын, закон талаптарына ярашлы, ваҡытында башҡарыу, енәйәтте асыҡлау, халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен ваҡытында һәм сифатлы күрһәтеү, тәртип булдырыу кеүек талаптар һәм бурыстар ҙа ҡуйылды кәңәшмәлә.
Читайте нас: