Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Март 2019, 16:59

Ҡатын-ҡыҙҙар бар ерҙә эш тә ырай!

Һүҙ - Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә СИБӘҒӘТОВАға. Ауыл ерендә бер эште тамамлап өлгөрмәйһең, икенсеһе ҡалҡып сыға. Үткән йыл Хөкүмәтебеҙ ҡарары менән Башҡортостанда “Ғаилә йылы” тип иғлан ителде һәм ауыл биләмәһендә бик күп саралар үткәрелде.

1 март Башҡорт ғаиләһенә арналған “Ғаиләм - минең ҡәлғәм” конкурсы ойошторолдо. Ветерандар, ҡатынҡыҙҙар советтары, мәҙәниәт, мәктәп хеҙмәткәрҙәре һәм биләмәлә урынлашҡан предприятиелар, ойошмалар менән күп эштәр башҡарылды. “Реаль эштәр” программаһында ҡатнашып, Сермәндә Арыҫлан Мөбәрәков, Айытбай Хәлилов, Зөлфәр Хисмәтуллин һәм Дачная (Ҡаҙыш) ауылы урамдарына 295 мең 493 һумлыҡ энергия һаҡлаусы лампалар ҡуйылды. Үҙәк урам булып һаналған Калинин урамына асфальт түшәүгә 5 млн. 669 мең һум аҡса бүленеп, ремонт эштәре башҡарылды. Ауыл биләмәһен сүпсарҙан таҙартыу буйынса былтыр өмәләр йыш үткәрелде. Бергәләп хоккей майҙансығын ипләп, буяп ҡуйҙыҡ. Ауылдаштарыбыҙҙың битараф булмауы, һәр башланғысты күтәреп алыуҙары ҡыуандыра. Иң ҙур эштәрҙең береһе һәм ҙур сығымдар талап иткәне үҙәк зыяраттың кәртәһен яңыртыу булғандыр. Унда тимер бағаналар ҡуйылды, алғы яғы профнастил менән кәртәләнде, буяу эштәре башҡарылды. Әруахтарыбыҙҙың рухын уйлап эшләнгән был изге эштәр халыҡ өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды. Барыһы 14 өмә үткәрелде, ауыл халҡы һәм ситтә йәшәгән ауылдаштар 280 мең һумлыҡ матди ярҙам күрһәтте. Был эштә актив ҡатнашып, өмәләргә әйҙәп алып сыҡҡан С.М. Сиражетдинов, Х.Ғ. Хәйретдинов, Ә.Ү. Мағазовҡа ҙур рәхмәт. “Урал” производствокрәҫтиән союзына, шәхси эшҡыуар Ю.Й. Татлыбаевҡа, Л.А. Мағазованың крәҫтиәнфермер хужалығына, Урал спорт инвентарҙары заводы етәкселегенә лә ярҙамдары өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Бөгөнгө көндә иң ҙур мәсьәләләрҙең береһе булып, Аҙнағол ауылында күпер төҙөү тора. Был эште атҡарып сығыу өсөн 2018 йылда проект эштәренә 5 млн. 500 мең һум аҡса бүленде һәм әле проект эшләнә. Шулай уҡ хужалары булмаған объекттарҙы документлаштырып, иҫәпкә ҡуйыу эштәрен алып барабыҙ.
Урындағы инициативаларға ярҙам итеү программаһында ҡатнашып, мәктәп кәртәһен ремонтлау теләге бар ине, әммә йыйылышта халыҡтың әҙ булыуы сәбәпле, конкурстан үтә алманыҡ һәм быйыл ошо проектта яңынан ҡатнашып был эште ауылдаштарыбыҙ менән бергәләп атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам. Әлеге көндә документтарҙы конкурсҡа әҙерләү менән мәшғүлбеҙ.
Бына тағы ер ҡарҙан әрселергә тора. Яҙ килеү менән төҙөкләндереү, өмәләр үткәреү эштәре башланасаҡ. 2019 йылда Сермәндә Урман урамы, Иҙел һәм Сатра ауылдары урамдарына махсус яҡтыртҡыстар ҡуйыу, Вәис һәм Ялан урамдарына ремонт эштәре үткәреү өсөн сметалар әҙерләнде. Был эштәр ер-һыу кипкәс башҡарыласаҡ. Аҙнағол һәм Дачная ауылдары зыяраттары кәртәләрен ремонтлау, Сермән амбулаторияһына капиталь ремонт үткәреү өсөн смета документтары әлеге көндә дәүләт экспертизаһы үтә. Шулай уҡ мөһим проблемаларҙың береһе булып ауылдарҙа көтөүҙәр ойоштороу ҙа тора. Был эштәрҙе лә ауыл халҡы менән бергәләп, кәңәшләшеп башҡарырбыҙ, тип ышанам.
Читайте нас: