Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Март 2019, 16:56

Мәктәп ҡунаҡтар йыйҙы

Инйәрҙең 1-се мәктәбендә Белорет муниципаль район рус телле мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары Халыҡ-ара туған тел көнөнә бағышланған “Ерҙә һәр тел - бөйөк хазинаһы халыҡтың” исемле семинарға йыйылды. Унда ҡаланың 14-се, 17-се гимназияһынан, 1-се, 8-се, 16-сы, 18-се, 20-се мәктәбенән, лицей-интернаттан,Тимер юл, Абҙаҡ, Мәхмүт, Берештамаҡ, Тирлән, Ломовка ауылынан, Инйәрҙең 3-сө мәктәбенән йәмғеһе 20 уҡытыусы ҡатнашты.

Программала асыҡ дәрестәр үткәреү, “Түңәрәк өҫтәл”, “Өләсәйем һандығы” тип исемләнгән кластан тыш сара ҡаралғайны.
Инйәрҙең 1-се мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусылары IX класта Т.М. Моратшина “Башҡортостан буйлап сәйәхәт”, VII "а" класында З.С. Мөхәмәҙиева “Ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов”, V "а" клаМәктәп ҡунаҡтар йыйҙы сында Л.М. Минһажева Факиһа Туғыҙбаеваның “Тыуған көн”, X-XI кластарҙа Ә.Б. Аҫылғужина “Рәүеш” һәм “Ноғман Мусиндың “Шайтан ҡуласаһы” повесы” тип аталған темаларға асыҡ дәрестәр үткәрҙе.
Семинарҙың икенсе өлөшөндә мәктәптең тамаша залында Уҫманғәле ағинәйҙәре ҡатнашлығында “Өләсәйем һандығы” тигән сара үтте. Башҡорт теле уҡытыусыһы Л.М. Минһажева етәкселек иткән V "б" класы уҡыусылары, Уҫманғәле ағинәйҙәренең етәксеһе Ә.С. Ғәлина менән берлектә матур һәм сағыу тамаша сәхнәләштерҙеләр. Сәхнә түрендәге күркәм һандыҡ эсендә ниндәй генә ҡомартҡы юҡ ине. Һүҙгә лә, йыр-бейеүгә лә маһир ағинәй Әфинә Саҙретдин ҡыҙы өләсәй ролен бик оҫта, килештереп башҡарҙы. Һандыҡ эсендә ятҡан милли кейемдәрҙең, балитәкле ҡатын-ҡыҙ күлдәктәренең, камзул, һаҡал-ҡашмауҙарҙы күрһәтеп, тарихын һөйләй-һөйләй, һәр береһе менән таныштырып сыҡты. Талантлы уҡыусылар үҙҙәренең һөнәрҙәрен күрһәтте. VI "а" класы уҡыусыһы Рияз Бәхтийәров оҫта итеп ҡурайҙа уйнаһа, I кластан Арыҫлан Шафиҡов ҡумыҙҙа матур көйҙәр сиртте. Гүзәл Башҡортостаныбыҙ, моңло, бай, нескә туған телебеҙҙе маҡтап яҙылған шиғырҙар яңғыраны. Бигерәк тә I класс уҡыусыһы Айназ Ғәлиәкбәровтың тасуири итеп шиғыр һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Уҡыусылар милли уйынды - “Үгеҙ-йөҙөк”тө уйнап күрһәтте. V "б" класының уҡыу алдынғыһы, актив уҡыусы Сабира Сәмсетдинова “Шәл бәйләнем” бейеүен башҡарҙы.
Өләсәй һандығы бик бай булып сыҡты. Иң төбөндә ятҡан тула көйөҙгә лә сират етте. Әфинә Саҙретдин ҡыҙы уҡыусыларға тула тарихын ентекләп һөйләп ишеттергәндән һуң, сәхнәгә сағыу милли кейемдәге Уҫманғәле ағинәйҙәре күтәрелде. Инәйҙәр кейеҙ баҫыу серҙәрен (йөндө тетеү, эҫе һыу менән бешекләү, баҫыу, киптереү) күрһәтте. Һуңынан “Тула бейеүен” башҡарҙылар. Сараға килгән ҡунаҡтар Фәниә апай Исламованың тәмле ҡымыҙынан ауыҙ итте.
Кисә һуңында IX класс уҡыусылары Анжела Йәнбирҙина менән Гөлкәй Данъянова Башҡортостаныбыҙға, һөйөклө әсәйҙәребеҙгә, бай ҙа, яғымлы ла булған туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән әсә теле уҡытыусыларына бағышлап, шағирә Әнисә Аҫылғужина шиғырҙарынан төҙөлгән “Йөрәк һүҙе” проекты менән сығыш яһаны.
Матур сараны йомғаҡлап, Инйәрҙең 1-се мәктәбе директоры Мәүлиҙә Хәйбуллина килгән уҡытыусыларға, Уҫманғәле ағинәйҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. “Йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, уны шәхес итеп формалаштырыу - беҙҙең, өлкән быуындың изге бурысы. Милли йолаларҙы тергеҙеүҙә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын үҫтереүҙә, туған телебеҙгә һөйөү уятыуҙа әсәй-өләсәйҙәребеҙҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Мәктәбебеҙ Уҫманғәле ағинәйҙәре менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙы. Артабан да йәш быуынды тәрбиәләүҙә улар беҙгә терәк тә, таяныс та булырҙар тип ышанабыҙ”, - тине Мәүлиҙә Сафа ҡыҙы.
Дәртле, дарманлы Уҫманғәле ауылы ағинәйҙәре: Ишбикә, Фәниә, Флүрә, Кәримә Исламоваларға, Рәсимә Сәитғәлинаға, Зифа Нәғимоваға, Зөһрә Көҫәпколоваға иҫәнлек-һаулыҡ, артабан да йәшлек дәртен һүндермәй, һәр саҡ әлегеләй дарманлы булып йәшәүҙәрен теләйһе генә ҡала.
Читайте нас: