Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
22 Март 2019, 18:20

Ҡоролтайға - оло дан, илһам алдыҡ йыйындан!

28-29 июндә Өфө ҡалаһында үтәсәк V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан, башҡарған эштәргә йомғаҡ яһау, киләсәккә яңы йөкләмәләр, бурыстар ҡуйыу, күпселекте борсоған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе уртаға һалып фекер алышыу, яңы составты раҫлау, делегаттар һайлау йәһәтенән Иҙел башы башҡорттары оло ҡорға йыйылды.

250-ләп кешене бергә туплаған мәртәбәле сарала баш ҡалабыҙҙан рәсми ҡунаҡтар - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылары берлеге рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкин, шулай уҡ муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Марина Саранцева һәм башҡалар ҡатнашты.
Муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Сафый улы Теләүбаев һәммәһен дә ихлас тәбрикләп, район-ҡаланың социаль-иҡтисади, мәҙәни үҫешен, яуланған уңыштарын, киләсәккә уй-ниәттәрҙе яҡтыртҡан сығышы арҡылы ҡорҙо асып ебәрҙе.
«Ҡоролтай - башҡорт халҡының ил, ер, халыҡ яҙмышын уйлап, тѳрлѳ яҡлап аҡһаҡалдар һәм зыялылар аҡылына таянып, фекерҙәр туплап ҡарарҙар ҡабул итә торған оло йыйын ул. Ошо ҡорҙа үҙебеҙҙе борсоған уртаҡ проблемаларҙы күтәрәбеҙ, бергәләп уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Әммә тормош бер урында ғына тормай, бер туҡтауһыҙ ҙур үҙгәрештәр кисергән, әленән-әле яңы закондар ҡабул ителгән шаулы заманда йәшәйбеҙ. Былар иһә, үҙебеҙ ҡабул иткән бурыстар, маҡсаттар өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыуҙы, етди ҡарарҙар ҡабул ҡылыуҙы талап итә. Шуға күрә, күтәрелгән ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтырға ла тура килә, сөнки ҡоролтай Башҡарма комитетының ниндәй генә эшлекле ҡарарҙары булмаһын, ойоштороу эшен тейешле кимәлдә алып бармайбыҙ икән, бер генә ниәтебеҙ ҙә тормошҡа ашмаясаҡ. Хәрәкәттә - бәрәкәт, тигәндәй, районыбыҙҙа башҡорт халҡының мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп башҡарылған бихисап эштәр, ойошторолған саралар быға асыҡ дәлил булып тора», - тине Илгиз Сафый улы ҡоролтайҙың әһәмиәтенә баҫым яһап. Уның билдәләүенсә, районыбыҙҙа төрлө дәүләт программалары уңышлы эшләй, был иһә ҡалала ла, ауылда ла лайыҡлы тормош ҡороу өсөн бына тигән мөмкинлектәр тыуҙыра. “Урындағы инициативаларға ярҙам итеү”, “Реаль эштәр”, “Ҡала мѳхите” программалары ярҙамында күп кенә ауыл хакимиәттәрендә һәм ҡала биләмәһендә ҙур эштәр башҡарылды - балалар майҙансыҡтары, спорт-һауыҡтырыу комплекстары тѳҙѳлдѳ, мәҙәниәт йорттары, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф учреждениелары, юлдар, күперҙәр сафҡа индерелде. Мәҫәлән, Отнурок ауылына беренсе тапҡыр электр уты үткәрелде. Үткәлдә ҙур реконструкция эштәренән һуң клуб асылды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә бик күп яңы, ҡыуаныслы үҙгәрештәр: Үҙәк район клиник дауаханаһының терапия бүлегенә капиталь ремонт яһалды, поликлиникаларҙа “ихтирамлы регистратура”лар булдырылды. Йөйәк ауылында яңы фельдшерлыҡ пункты асылды. Тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәтенә 6 тиҙ ярҙам автомобиле алынды. Тирлән, Үрге Әүжән, Инйәр участка дауаханалары ла ошондай уҡ автомобилдәр менән тулыландырылды.
“Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект” программаһына ярашлы, ҡалала “Металлург” стадионы реконструкциялана, Инйәр һәм Абҙаҡ ауылында 140 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, Үрге Әүжәндә янғын депоһы төҙөлә башланы. Егәҙе, Мәхмүт, Рысыҡай мәҙәниәт йорттарына ремонт яһалып, уларҙың матди-техник базаһы нығытылды», - тип эшләнгән эштәргә байҡау яһаны комитет рәйесе.
Шулай уҡ йәш быуында башҡорт мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, туған телгә ҡарата һөйөү уятыу, спорт, тѳрлѳ проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән дә бихисап эштәр башҡарылыуы, эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, ауыл хужалығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән сараларҙың әһәмиәтлелеге тураһында һөйләп үтте Илгиз Теләүбаев.
Абҙаҡ урта мәктәбе директоры Гөлшат Рауил ҡыҙы Йомағужина ла үҙ сығышында быуын нығытыусы йәш кешегә лайыҡлы тәрбиә, белем биреү, әсә теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыу, киләсәген хәстәрләү йәһәтенән һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү кеүек етди мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтте.
Материалды гәзиттең 24-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: