Ултырышты асып, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, аҙ тәьмин ителгән, социаль хәүефле булған һәм балалары яңы тыуған ғаиләләрҙә янғынға ҡаршы махсус ҡулайламалар ҡуйылыуы дауам итеүе тураһында әйтеп китте. “Бындай ҡулайламалар һәр йортта булырға тейеш”, - тип билдәләне Фәрит Риф улы теманы дауам итеп. Комитет рәйесе янғынды иҫкәртеүсе ҡулайлама ҡуйыуға айырыуса иғтибар бирҙе. 2016 йылдан алып, бер нисә бала ғүмерен өҙгән янғындарҙан һуң, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, социаль хәүефле хәлдә булған ғаиләләрҙең йорттарында махсус ҡорамалдар ҡуйыу башланды. Етәксе белдереүенсә, район-ҡалала бындай ҡулайламалар 1238 йортта һәм фатирҙа урынлаштырылған, яҡын арала тағы ла 700-ләп йортта ҡуйыу күҙаллана. Янғынды иҫкәртеү ҡорамалдарын 2018 йыл башынан алып балалары тыуған ғаиләләргә лә таратыу ҡарары республика кимәлендә хәл ителде. Бынан һуң, ғаиләләргә сабыйын бала табыу йортонан алып сыҡҡанда уҡ, бүләк йыйылмаһы менән бергә, ҡулайламалар тапшырыу ҡаралған. Фәрит Риф улы, республиканың төрлө райондарында булған янғындарҙың кәмендә 4-әүһендә ҡулайламалар ҡуйылғанлыҡтан балаларҙы үлемдән ҡурсалап алып ҡалынды, тине. Бындай осраҡ, беҙҙең районда ла булды. Төнөн сыҡҡан янғында иҫкәртеү ҡулайламаһы 13 йәшлек ҡыҙҙы үлемдән ҡурсалап алып ҡала. Шулай уҡ был ҡорамалдарҙы ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп тороу ҙа талап ителә. Юғиһә, ҡайһы бер йорттарҙа электр үткәргестәре лә, башҡа ҡорамалдар ҙа төҙөк, тик бер ҡулайламаның батареяһы бөтөү генә ҙур фажиғәгә килтерәсәк. Быға, республикабыҙҙа булған һуңғы фажиғәләрҙең береһе дәлил. Йортта ҡулайлама булған, уның батареяһы бөтөү сәбәпле, янғын башланғанын белдереп тауыш бирмәгән. Һөҙөмтәлә, кескәй бала үлеме. Шуға ла, тәү сиратта, бындай ҡорамалдарҙы балалары булған ғаиләләргә ҡуйырға тәҡдим итте.
- Йыл башынан республика янғындарында 84 кеше һәләк булды, шуларҙың 5-әүһе кескәй балалар. Балалар үлеме менән тамамланған янғындарҙа ололарҙың береһе лә йортта булмаған. Белорет район һәм ҡалаһында ла йыл башынан 43 янғын теркәлгән, был һан уҙған йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Янғында 3 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 11 осраҡҡа кәмерәк. Беҙ һеҙҙән янғын статистикаһының кәмеүен көтәбеҙ. Эскән ғаиләләрҙең йорттарында электр үткәргестәрен, ҡорамалдарын тикшереү мотлаҡ. Ауыл хакимиәттәрендә Бөтә Рәсәй ирекле янғын йәмғиәте составында янғын инспекцияһын булдырыу бер ҙә яҙыҡ булмаҫ. Әммә янғындан һаҡланыу - власть һәм ҡотҡарыусылар хәстәрлеге генә түгел, халыҡ хәүефһеҙлек сараларын үҙе күрергә һәм үтәргә тейеш. Практиканан күренеүенсә, ут хаталарҙы ғәфү итмәй. Ҡулайлама 300 һум тирәһе тора. Тимәк, күп осраҡта кеше ғүмере - 300 һумға торошло, - тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе кәңәшмәлә.
Фәрит Риф улы ауыл биләмәләре башлыҡтарын янғынға ҡаршы махсус ҡулайламалар ҡуйыуға ризалашһындар һәм киләсәктә бәхетһеҙлек осраҡтарына юл ҡуймай, етешһеҙлектәрҙе бөтөрһөндәр өсөн һәр ғаилә менән аңлатыу эштәре алып барырға саҡырҙы. Шулай уҡ власть органдары, киң мәғлүмәт саралары, ойошмалар көсөн берләштереп, янғындар һанын кәметергә мөмкин, тине.
Район-ҡалала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм оператив саралар менән 99 хеҙмәткәр шөғөлләнә. Оҙаҡламай янғын һәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең штаты 10 кешегә артасаҡ. Тирлән, Инйәр, Абҙаҡ, Үрге Әүжән янғын хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәр менән тулыландырыла. Кәңәшмәлә шулай уҡ, Уҫманғәле ауылы янында Инйәр йылғаһын тәрәнәйтеүгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Йылғаны тәрәнәйтеү боҙ тығындарынан, уға яҡын урынлашҡан йорттарҙы һыу баҫыуҙан һаҡлаясаҡ. Һыу кимәлен күҙәтеү буйынса өҫтәмә гидропостар урынлаштырыуҙы ойоштороу, янғындарҙы күҙәтеү буйынса 8 видеокамера урынлаштырыу, “Хәүефһеҙ ҡала” аппарат комплексын проектлау, ҡайһы бер янғын частарына ярҙам күрһәтеү буйынса ла һүҙ алып барылды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ташҡын ваҡытында тораҡ пункттарына транспорттың барып етә алыу мөмкинлеген анализланы, Отнурок һәм Исмаҡай ауылдарына илткән юлдарҙа емерек күперҙәрҙе сафҡа индереү тураһында һөйләшеү алып барҙы. Шулай уҡ Ғәбдөк юлындағы һыу баҫыу ихтималлығы булған участкалар мәсьәләһе лә ҡаралды.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса яуаплы етәкселәр әйтеүенсә лә, ҡотҡарыусыларға махсус техника - ҡарҙа ла, һаҙҙа ла батмаған пассажирҙар ташый торған автомашина һәм башҡа ҡотҡарыу ҡорамалдары алынған. Тау йылғалары ташҡан мәлдә, оло юлдан өҙөлгән ауыл-ҡасабаларҙа ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән яңы транспорт районға ғинуарҙа ҡайтарылған. Һыу баҫыу ихтималлығы булған төбәктәрҙә йәшәгән йөклө ҡатындар бала табыу йортона урынлаштырылған, ауыл фельдшеракушер пункттарына тейешле дарыу кәрәк-яраҡтары запасы ҡайтарылған. Райондағы 5 гидротехник ҡоролма, сиреналар тикшерелгән. Ҡотҡарыу хеҙмәте һыу баҫыу осрағында үҙеңде нисек тотоу хаҡында халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара. Белоретта ваҡытлыса йәшәп тороуға 9 пункт эшләйәсәк.