Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
29 Март 2019, 16:39

Ҡоролмалар урынлаштырыла башланы

Матди яҡтан етеш йәшәгәндәр күптән һанлы сигналы булған телевизорҙар ҡараһа, һанлы телевидение ипләп тотмаған тораҡ пункттарҙа йәшәгән айырым категория граждандар өсөн яуаплылыҡты дәүләт үҙ хәстәренә алды. Ярҙамға федераль өҫтәмә түләүҙәргә хоҡуҡлы пенсионерҙар һәм балаларына айлыҡ пособие алған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр эйә.

“Башҡортостандың спутник телекоммуникациялары” йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Кечкин белдереүенсә, айырым категория граждандары ҡоролманы бушлай урынлаштырыу хоҡуғына эйә. “Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, ҡоролма хаҡы урынлаштырыу менән бергә 6 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Республикала ташламаға хоҡуғы булған 7 меңгә яҡын кеше йәшәй. 3 июндә аналог телевидение һүндереләсәк, шул ваҡытҡа тиклем беҙ ҡоролмаларҙы ҡуйып бөтөргә тейешбеҙ”, - тине ул.
Март урталарында йәмғиәт белгестәре махсус ҡоролманы районда урынлаштыра башланы. Тәүге ҡоролмалар урынлаштырылған тораҡ пункттарҙың береһе - Егәҙе ауылы.
- Егәҙе ауылы һанлы телевидениены ҡабул итмәгән төбәктә урынлашҡан. Спутник телевидениеһы ҡоролмаһы ҡуйыу ғына мәсьәләне ыңғай хәл итә. Махсус ҡоролма “Телекарта” спутник операторы аша эшләй. Килешеү шарттарына ярашлы, айырым категория граждандары 3 йыл дауамында 80-гә яҡын каналды бушлай ҡарау хоҡуғына эйә, һуңынан каналдар 20-гә тиклем кәметелә. Халыҡ та программа тураһында ныҡлап белешеп, документтар йыя, бушлай “тәрилкә” алып ҡалырға ашыға. Районда барлығы 900 ҡоролма урынлаштырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта урынлаштырыу өсөн 500 комплект алынған. Әүжән зонаһында - 9, Ҡағы һәм Ҡаһарманда - 40 “тәрилкә” ҡуйылды. Туҡан зонаһында Беҙәк-Әхмәрҙә, Баҡый, Ботай, Хәйбулла ауылдарында эшләйәсәкбеҙ. Инйәр зонаһына ҡараған Арышпар, Асы, Береш, Берештамаҡ, Мулдаҡай, Йөйәк, Ғәбдөк, Уҫманғәле, Исҡушты һәм башҡа ауылдар һанлы телевидение тотмаған урында, - тине “СпутникТелеком” йәмғиәтенең участка начальнигы Андрей Филатов.
Егәҙе ауылында махсус ҡоролма урынлаштырыуға халыҡтан 25 ғариза алынған.
Йөйәк ауыл хакимиәте башлығы Радим Салауатов хәбәр итеүенсә, хакимиәткә ҡараған Йөйәк һәм Ғәбдөк ауылдарында эш яйға һалынған. Ике ауылда федераль өҫтәмә түләүҙәр алған хаҡлы ялдағыларҙан 80-гә яҡын һәм балаларына айлыҡ пособие алған аҙ тәьмин ителгән 30 ғаиләнән ғариза алынған. Бөгөнгө көндә уларҙың барыһына ла тиерлек бушлай спутник системаһы ҡуйылып, тоташтырылған.
Шығай ауыл хакимиәтенә ҡараған Үткәл, Шығай, Хөсәйен, Новобельский ауылдары һанлы телевидение тотҡан төбәктә урынлашҡан, шуға ла уларға махсус ҡоролма ҡуйыу талап ителмәй, тик телевизорың ғына 2013 йылдан һуң сыҡҡан булһын. Етмәһә, бәғзеләр күптән инде кабель телевидениеһын файҙалана. Ә бына Үҙәнбашта хәл икенсерәк. Әлеге көндә 13 күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләнән ғариза алынған.
Телевизорҙарҙы көйләгән 20 канал менән бер рәттән Башҡортостан юлдаш телевидениеһын да ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Читайте нас: