Бынан һуң “Инвестиция сәғәттәре” аҙнаның һәр кесаҙнаһында уҙа башлай. Унда эшҡыуарҙар һәм муниципаль район хакимиәте белгестәре менән бер өҫтәл артында эшҡыуарҙар тәҡдим иткән бизнес-проекттар ҡараласаҡ һәм уларҙы район биләмәһендә тормошҡа ашырырға ярҙам күрһәтеү буйынса һөйләшеүҙәр уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ Белореттың моноҡалалар исемлегенә индерелеүе сиктәрендә эшҡыуарҙарға проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ниндәй ташламалар ҡаралғанлығы тураһында мәғлүмәт бирелде, статус алыу райондың социаль-ижтимағи үҫешенә булышлыҡ итеүенә лә ышаныс бар. Районда бизнес үҫтереү өсөн бѳтә мөмкинлектәр булыуы тураһында әйтеп үтелде, эшҡыуарҙарға төрлө предприятие, эш урындары булдырырға тәҡдим ителде.
Муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Ручкина эшҡыуарҙарға Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн Интернетта махсус портал аша заявка биреү тәртибен аңлатты. Тиҙҙән районда ла “Инвестиция сәғәттәре”н онлайн режимда үткәреү планлаштырылыуын белдерҙе. Моноҡалалар исемлегенә индерелеү күп эшҡыуарҙарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуын, ТОСЭР йәки алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы резиденты булыр ѳсѳн нимә эшләргә кәрәклеге, республиканың муниципаль райондарында урындағы үҙидаралыҡ органдарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса стандарттарын индереү тураһында һөйләне. Бының өсөн тура бәйләнеш каналы булыуы, хакимиәт башлығы менән осрашыуҙар үткәрелеүе, район хакимиәтендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү бүлегенең әүҙем эшләүе, эшҡыуарҙарға ярҙам итеү системаһы барлығы, буш ер участкалары һәм биналар тураһында мәғлүмәт еткерелеүе һәм башҡа ярҙам күрһәтелеүе тураһында әйтеп үтте.
Иҡтисадты үҫтереү бүлеге начальнигы Анна Иванова эшҡыуарҙарҙы федераль кимәлдә дәүләт ярҙамы менән тәьмин итеү, 2019 йылда ниндәй финанс ярҙамы күрһәтелеүе, уны алыу хоҡуғына кемдәр эйә булыуы тураһында сығыш яһаны.
“Россельхозбанк”тың Учалы ҡалаһындағы бүлексәһенең идара итеүсеһе Денис Ураҙғолов банктың бизнесты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә булышлыҡ иткән программалары, кредит алымдары менән таныштырҙы.
Ултырыштың икенсе өлөшөндә эшҡыуарҙар район хакимиәте башлығына һәм белгестәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе.