Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
12 Апрель 2019, 16:33

Ветерандарҙы хәстәрләп

Муниципаль район хакимиәте йортонда торлаҡ алыу йәки төҙөлөш башлау өсөн бер тапҡыр бирелә торған сертификаттар тапшырылды.

Бындай бәхеткә, “Ветерандар тураһында”ғы федераль законға ярашлы, торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәптә торған һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ветерандар эйә булды. Уларҙың дүртәүһе Афғанстанда, берәүһе Төньяҡ Кавказдағы ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан. Сертификаттарҙың һәр береһе 742 590 һум, уны бары тик торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында ғына файҙаланырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 19 кеше сертификат алыу өсөн сиратта тора.
Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡатыны Александра Яковлевна Точилкина менән һуғыш инвалиды Иван Ефимович Садовщиков та дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы тип табылды. Уларға сертификаттар өйөнә алып барып тапшырылды. Бындай категория граждандар өсөн сертификаттар хаҡы 1 485 180 һум тәшкил итә.
Муниципаль район Советы ҡарары менән һуғышта ҡатнашыусыларға һәм унда һәләк булғандарҙың ғаиләләренә торлаҡ ремонтлауға киткән сығымдарҙы ҡайтарыу тәртибе лә раҫланды. Быға торлаҡҡа эйә булған һәм бер тапҡыр ҙа дәүләт ярҙамы менән файҙаланмаған граждандар эйә була ала. Кире ҡайтарылған сығымдар хаҡы 20 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
2015 йылда бындай дәүләт ярҙамы менән 13 кеше, 2016 йылда - 5, 2017-2018 йылдарҙа 2-шәр кеше файҙаланған.
Читайте нас: