Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Апрель 2019, 13:40

Ағинәйҙәрҙең аҡ ниәте

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубында районҡала башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро йыйылышы үтте. Унда әлегә райондың Шығайға яҡын урынлашҡан ауылдарынан - Үткәл, Рысыҡай, Үҙәнбаш, Сосновканан ағинәйҙәр килде.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙы район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова яңы һайланған район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова менән таныштырҙы. Ошоға тиклем райондың Ағинәйҙәр ҡорона етәкселек иткән Зилә Минһаж ҡыҙы Абзаловаға район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы исеменән рәхмәт белдереп, уның эштәре тураһында һөйләп үтте. Сатура Жәүәт ҡыҙы сығышында ағинәйҙәргә ауылдарҙа башҡорт матбуғатына яҙылыуҙы ойоштороу кәрәклеге тураһында әйтте. “Икенсе ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылып та квитанцияларын редакцияға ебәрә алмағандарға ағинәйҙәр ярҙам итеп ебәрһә, яҡшы булыр ине. Күптәр абонементтарын нисек ебәрергә белмәй, йә иһә подписка тамамланып, бүләктәр отторолоп бөткәс, ебәрә. Бүләк оттороуҙа барыһы ла ҡатнашһа, тағы ла күңеллерәк булыр ине”, - тине ул. Яҙғы экологик өмәләр башланды. Ауылдарҙа ошо эштә ҡатнашып, фотоға төшөп, яҙып ебәрһәләр, Белорет районы башҡорттары ҡоролтайы “Берҙәм булайыҡ!” төркөмөнә, гәзиткә бирер инек. Эшләгән эштәрҙе күрһәтә лә белергә кәрәк. "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнашыу, ә иң мөһиме, эскелеккә ҡаршы көрәшеү, милләттәштәребеҙҙе эскелектән йолоп алыу тураһында ла әйтеп үтте.
Ағинәйҙәр ойошмалары етәкселәре районда, республикала үткән сараларҙа актив ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне. Үткәлдән ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Айһылыу Йомағужина үрнәк алырлыҡ матур эштәре хаҡында һөйләһә, Сосновканан Земфира Кәримова май айында район ағинәйҙәре ойошмалары ҡатнашлығында “Йөн байрамы” йолаһы үткәрергә әҙерлек эштәре алып барыуҙары тураһында белдерҙе. Байрам Сосновка ауылында үтәсәк һәм, әлбиттә, уны ойоштороусылар - “Инйәр хазиналары” район конкурсында гранпри алған Сосновка ауылының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ойошмаһы һәм уңған кешеләре.
Йыйылышта шулай уҡ ағинәйҙәр ойошмалары ағзалары район-ҡалабыҙҙа, республикабыҙҙа билдәле булған үҙешмәкәр композитор Мөхәррәм Сәлимовҡа ярҙам йөҙөнән “Мәрхәмәтлек акцияһы” ойошторорға тигән инициатива менән сыҡты. Кинәт кенә ауырып китеп, социаль хеҙмәткәрҙәр ҡарауына мохтаж булған Мөхәррәм Әхмәтша улы бөгөнгө көндә барыбыҙҙың да иғтибарына, ярҙамына мохтаж. Банкта махсус иҫәп асыу ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырыу сәбәпле, аҡса йыйыу урыны итеп “Урал” гәзите редакцияһы билдәләнде. Редакцияла 5 кешенән торған комиссия төҙөлдө. Комиссияға Сатура Минһажитдинова, Зөбәржәт Суфьянова, Резида Ғәҙелшина, Зөлфирә Сөләймәнова, Рәсимә Сәлихова индерелде. Теләгән һәр кем, үҙ хәленән сығып, был ярҙамды күрһәтә ала. Ҡоролтай ултырыштарында йыйылған һәм тапшырылған аҡса буйынса отчет биреләсәк. Ошо көндәрҙә Мөхәррәм Сәлимовҡа тәүге ярҙам тапшырылды. Аҡсалата ярҙамды “Урал” гәзите коллективы, Илнур Әхмәтшин, Зөбәржәт Суфьянова, Таңсулпан Бүләкбаева, Риф Шакиров, Лениза Селиверстова, Нажия Вәлиева күрһәтте.
Читайте нас: