Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Апрель 2019, 13:42

Лайыҡлы эш баһаланырға тейеш

Ҡаланың музыка мәктәбендә һөнәри байрамдары уңайынан урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре, район һәм ауыл биләмәләре Советтары депутаттары, старосталар һәм ошо тармаҡ ветерандары ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш үтте.

Сараға йыйылыусыларҙы муниципаль район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзина сәләмләп, урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре иңендә райондың ижтимағи-сәйәси үҫеше, граждандарҙың йәшәү кимәле торошо өсөн оло яуаплылыҡ йөкмәтелеүен, кешеләрҙең йәшәйештәге төп проблемалары менән тәү сиратта урындағы үҙидаралыҡҡа, депутаттар Советына мөрәжәғәт итеүен һәм уларҙың был хәлде ниндәй кимәлдә атҡарып сығыуҙарына ҡарап уларҙың эшенә баһа биреүен әйтеп үтте.
Унан һуң “Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы” Ассоциацияһының Грамотаһы менән Фәниә Зиннур ҡыҙы Аҡҡужина, Ирина Васильевна Ким, Татьяна Александровна Новикова һәм Әлфиә Фәтих ҡыҙы Сәмиғуллинаны, муниципаль район Советы Грамоталары менән Сергей Аркадиевич Поляков, Наталья Леонидовна Аракчеева, Людмила Витальевна Ащеулова, Юлия Евгеньевна Васючкова, Людмила Владимировна Елисеева, Ольга Анатольевна Лысенкова, Ольга Панаетовна Озорнина, Илмира Рауил ҡыҙы Сбруякина, Валентина Александровна Сенсина, Альберт Данияр улы Сибәғәтов, Евгения Борисовна Сулимова, Эдуард Шәфиғулла улы Хужиәхмәтов, Маргарита Венер ҡыҙы Сәлимгәрәеваны бүләкләне.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Миронов БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров указы буйынса булдырылған “Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл” юбилей миҙалдары менән республиканың үҫеше өсөн ҙур өлөш индергән урындағы үҙидаралыҡ ветерандары Евгений Яковлевич Карепанов, Николай Петрович Максимов, Камил Йосоп улы Хөбөтдинов, Лидия Алексеевна Васина, Надежда Ивановна Горбатова, Әминә Тимербай ҡыҙы Зиятдинова, Нина Николаевна Сафонова, Иҡсан Сәғит улы Түлебаев, Валентина Николаевна Ульянова, Лидия Ивановна Целышеваны наградланы (һүрәттә).
Был көндө 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Райондың иң яҡшы муниципаль учреждениеһы” конкурсына йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде. I урынға Инйәр ауыл хакимиәте (хакимиәт башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдинов), II урынға Егәҙе ауыл хакимиәте (Ринат Радик улы Яныбаев) лайыҡ булһа, III урынды Сермән һәм Тирлән ауыл хакимиәттәре (Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова, Ирина Валерьевна Нагорнова) бүлеште.
Район-ҡала Пенсия фонды идаралығы начальнигы Константин Васильевич Полетавкин актив хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн Инйәр һәм Йөйәк ауыл хакимиәттәрен Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Ҡотлау һүҙҙәре менән Николай Максимов, Ирина Нагорнова, Камил Хөбөтдинов сығыш яһаны. Сараны ҡаланың үҙешмәкәр коллективтары һәм йырсыларының йырмоңо, бейеүҙәре йәнләндерҙе. Урындағы үҙидаралыҡтарҙың халыҡ менән дәүләт араһындағы күпер һәм берләштереүсе көс булып тороуы, граждандар үҙҙәренең проблемалары, көнүҙәк мәсьәләләре менән иң элек урындағы власҡа мөрәжәғәт итеп яҡлау табыуы, ярҙам һорауы тәбиғи күренеш. Рәсәй Президентының Указына ярашлы барлыҡҡа килгән был байрам граждандар йәмғиәтен үҫтереү, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, эшләү һәм ял итеү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән эшләгәндәрҙең хеҙмәтенә мөһим баһа.
Читайте нас: