Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
19 Апрель 2019, 13:46

Милләт киләсәген хәстәрләп

Баш ҡалабыҙ Өфөлә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы артта ҡалды. Уҡытыусыларҙы берләштереү, уларҙы һөнәри үҫешкә дәртләндереү, шулай уҡ Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү, үҫтереү маҡсатында ойошторолған съезд республикабыҙҙың район-ҡалаларынан, Башҡортостандан ситтә йәшәп тә, туған теленә тоғро ҡалған Рәсәй төбәктәренән 600-гә яҡын педагогты, етәксене берләштерҙе. Делегаттар балаларҙы нисек башҡорт теленә өйрәтеү, уны уҡытыу буйынса ниндәй алымдар индереү һәм нисек заманса, мауыҡтырғыс итеү кәрәклеген хәл итте. Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолған ҙур форум милләттәштәребеҙ өсөн гимнға әйләнгән “Урал”ға сорналып башланды. Тантананы асып, делегаттарҙы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин сәләмләне һәм бер төркөм уҡытыусыларға “Мәғариф алдынғыһы” билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ тантанала министрлыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙары ла бирелде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр үткәрелгән форум менән ҡотланы, ойошманың юғары наградаһын - “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын тапшырҙы. “Беренсе съезд республикабыҙ үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылған иҫтәлекле йылда үтә. Был эштән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ситтә ҡалмаҫ, тос фекерҙәрен еткерерҙәр тип уйлайбыҙ”, - тине ҡоролтай рәйесе.
Тантаналы өлөштән һуң, делегаттар төркөмдәргә бүленеп, Өфөнөң белем биреү усаҡтарында булды. Улар өсөн экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Съездың икенсе көнөндә иһә “Торатау” конгресс-холында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына дәүләт наградалары тапшырылды. Әйткәндәй, наградаларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙе бирҙе. Грант еңеүселәре лә тәбрикләнде. Шулай уҡ күргәҙмә-экспозициялар, дискуссия майҙансыҡтары эшләне. Унда туған телдәрҙең бөгөнгөһө, киләсәге, уларҙы өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алыштылар.
Форумда район-ҡалабыҙҙан 9 делегат ҡатнашты. Әйҙәгеҙ, уларға һүҙ бирәйек.
Таңсулпан БҮЛӘКБАЕВА, ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы мөдире:
- Туған тел мәсьәләһе, бөгөнгөһө һәм киләсәге, телен белгән шәхес үҫтереү, уны өйрәнеүгә һанлы бе- лем биреү мөхитен булдырыу, телде үҫтереү һәм һаҡлауҙа ғаиләнең роле - ошо һәм башҡа күп һорауҙарға яуап табырға тырыштыҡ беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыты- усыларының I Бөтә Рәсәй съезы делегаттары. Беҙҙең алда баш ҡаланың белем биреү учреждениелары ишектәрен асты, уларҙың эш тәжрибәһе, фиҙаҡәр хеҙмәттәре иң юғары хуплауҙарға лайыҡ. Миңә Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһы, Өфөнөң 51-се башҡорт балалар баҡ- саһын күреү бәхете тейҙе.
Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәре булараҡ, мине башҡорт балалар баҡсалары мәсьәләләре борсоно. Атап әйткәндә, башҡорт телендә программа-методик тәьминәтенең юҡлығы. Съезда был турала коллегалар менән дә һөйләшеү булды. Уҡытыу рус телендә алып барылған балалар баҡсаларында эшләүсе коллегаларыбыҙға ҡарап көнләшәбеҙ. Уларҙа бай методик, күрһәтмә материалдар, уҡыу программалары, пландары тупланған. Ә беҙ эҙләнергә һәм булғандарын тәржемә итергә тейешбеҙ. Был проблеманы беҙ, республиканың 26 башҡорт балалар баҡсала- ры мөдирҙәре, съезда күтәреп сыҡтыҡ һәм ыңғай хәл ителеренә ышанабыҙ.
Тағы ла бер һорауға яуап табыу талап ителә. Ул - кадрҙар әҙерләү. Был мәсьәләне республика етәксеһе Радий Хәбировтың да иғтибарға алыуы ҡыуаныслы, әлбиттә. Бөгөнгө көндә балалар баҡсалары педагогтарының уртаса йәше - 35-40 йәш. Талантлы, ике телде белгән мобиль йәштәр кәрәк. Кадрҙар әҙерләү - заман талабы. Педагогия колледжында башҡорт балалар баҡсалары тәрбиәселәре әҙерләүсе төркөмдәр асыу зарур. Ул элек бар ине, бер нисә йыл инде әҙерлек алып барылмай.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының съезы беҙҙе ҡанатландырҙы, туған тел статусын яңы кимәлгә күтәрҙе, бурыстар ҡуйҙы. Шуларҙың иң мөһиме - башҡорт телен һаҡлап алып ҡалыу. Бында бөтә институттарҙың: ғаиләнең, балалар баҡсаһы- ның, мәктәптең роле ҙур.
Радий Фәрит улының телмәре лә күңелгә ятышлы булды. “Элегерәк балаларыбыҙҙы туған телен аңлар, иркен һөйләшер өсөн ауылға ҡайтара инек, ә хәҙер, киреһенсә, улар олатай-өләсәй ҙәрен русса һөйләшергә өйрәтеп килә”, - тине ул. Ҡәҙерле олатай-өләсәйҙәр, мин дә 3 ейән өләсәһе, әйҙәгеҙ, бергәләп балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә башҡорт телен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итәйек. Съезд проекттарының береһе “Йоҡлап ҡалма, башҡорт!” тип аталды. Йоҡлап ҡалмайыҡ, туғандар.
Баныу АСТАНОВА, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
- Съезға тулҡынланып, ҙур өмөттәр бағлап барҙыҡ. Өмөттәребеҙ аҡланыр, тип ышанабыҙ, сөнки быға тиклем башҡорт теле менән бәйле байтаҡ ҡына проблемалар менән икәүҙәникәү генә ҡалған башҡорт теле уҡытыусылары был съезда республикабыҙ Хөкүмәте тарафынан яҡлау тапты.
11апрель көнө съезд делегаттары Өфө ҡалаһының төрлө белем усаҡтарына таралды. Миңә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында булыу бәхете тейҙе. Беҙҙе гимназия уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов, күренекле тарих эшмәкәре Әнүәр Әсфәндиәров исемендәге уҡыу кабинеттары, шулай уҡ Зөмәрә Хисмәтуллина исемендәге крайҙы өйрәнеү музейы менән таныштырҙы, башҡорт халҡының йолаһын сәхнәләштереп, йыр-моңға маһирлыҡтарын күрһәтте. Съездың программаһына ярашлы, “Рәсәй Федерацияһында туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы”, “Башҡортостан Республикаһы милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы”на индереү өсөн инновацион проекттар әҙерләү буйынса форсайт-сессия үтте. Бындай яңы форматтағы эш төрө, ысынлап та, бик урынлы булды, уның ярҙамында беҙ башҡорт теленең киләсәген күҙалланыҡ, уның киләсәк картаһын булдырҙыҡ. Башҡа ҡала-райондарҙан килгән коллегаларыбыҙ менән әңгәмәләштек, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ.
Тулы материалды гәзиттең 32-се һанында (19.04.2019) уҡығыҙ.
Читайте нас: