Хакимиәт башлығы мөһим социаль объекттарҙы ҡараны, дауаханала пациенттар менән аралашты. Пациенттар, үҙ сиратында, ТелеЭКГ системаһын, ауырыуҙарға ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ электрон ҡағыҙын булдырыу, заманса йыһазландырылған «тиҙ ярҙам» машинаһын алыуға рәхмәттәрен белдерҙе. Ғөмүмән, Владислав Миронов дауахананың эшен, хәл-торошон ыңғай баһаланы, әммә дөйөм практика табибы һәм стоматолог булмауына борсолдо.
Хакимиәт башлығы шулай уҡ мәктәпкә лә инде. Бында 157 бала, шуларҙың 14-е - I класс уҡыусыһы. Мәктәп «Үргә ос» республика белем биреү проектына индерелгән (был программа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса булдырылған). 2018 йылдың декабрендә мәктәп 12 яңы компьютер алды һәм тулыһынса электрон журналға күсте.
Үрге Әүжәндең йәнә бер мөһим үҙгәреше - янғын һүндереү депоһын төҙөү. Был проект «Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект» программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Төҙөлөш эштәре тамамланыуға бара, унда бөтә техниканы, шулай уҡ яңы алған өс күсәрле «Урал» вездеходын да күсергәндәр. Быйыл әүжәндәр тағы бер шундай машина алыуҙы көтә.
Сәфәре аҙағында хакимиәт башлығы халыҡ менән осрашты, уларҙың теләктәрен яҙып алды.