Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Май 2019, 18:42

Ағинәйҙәргә лә ярҙам кәрәк

Инйәр район мәҙәниәт йортонда ошо хакимиәткә ҡараған ауылдарҙың ағинәйҙәр ойошмалары ағзаларының йыйылышы булып үтте.

Йыйылышты район-ҡала Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Зөбәржәт Әхмәҙулла ҡыҙы Суфьянова алып барҙы. Ағинәйҙәргә, тәү сиратта, үҙ мөйөшөн булдырыу, уны биҙәү, кәрәкле материалдар туплау, һәр бер ойошманың милли костюмдары булыуы мотлаҡ икәнлеге әйтелде. Шулай уҡ милли кейемдәрҙең халҡыбыҙға ғына хас биҙәүестәр менән байытылыуы тураһында ла килеште ағинәйҙәр. Ошо төбәктә төрлө тәрбиәүи саралар үткәреү, ауылдар тормошонда актив ҡатнашыу, ойошмаға яңы актив ағзалар йәлеп итеү тураһында ла һүҙ алып барылды.
Йыйылышта “Урал” гәзитенә яҙылыу тураһында ла һөйләшеү булды, сөнки ағинәйҙәрҙең эштәре, уңыштары тап район баҫмаһында баҫыла. Шулай уҡ башҡорт ҡоролтайы эштәре, башҡорт донъяһында барған ваҡиғалар менән район гәзите аша ғына танышырға мөмкин.
Инйәр, Уҫманғәле, Йөйәк, Межгорье ағинәйҙәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе әйтеп үтте. Ағинәйҙәр, ҡайһы бер милләттәштәр уйлауынса, йырлап-бейеп кенә йөрөмәй, ә тәрбиәүи эш менән шөғөлләнә. Халҡыбыҙҙың ауыҙтел ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға тапшыра. Миҫалға, район һабантуйҙарын ғына алайыҡ. Ауыл хакимиәттәренең барлыҡ тирмәләрен дә ошо ағинәйҙәр биҙәй, милли аш-һыуын да әҙерләй, сценарийҙа ла ҡатнаша.
Әлбиттә, ағинәйҙәрҙең үҙҙәренә лә хакимиәт башлыҡтары, мәктәп директорҙары, клуб етәкселәре яғынан, башҡа ойошмаларҙан ярҙам кәрәк. Сөнки изге эштә йөрөгән ағинәйҙәргә район сараларында ҡатнашһын өсөн түрәләр ҡайһы ваҡыт техника менән ярҙам итеп ебәрһә, ҡайһылай ҙа шәп буласаҡ. Йөктө бергәләп тартыу еңелерәк тә, һөҙөмтәлерәк тә. Ошо йәһәттән Инйәр хакимиәте башлығы Ғайса Ғәбделхаҡ улы Мөфтәхетдиновты, Сосновка хакимиәте башлығы Ринат Ғәффәр улы Моратшинды үрнәк итеп алырлыҡ. Инйәр район мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәрҙең, бәләкәй булһа ла, үҙ бүлмәһе бар. Сосновкала ла клубта ағинәйҙәр үҙҙәренә шундай матур бүлмә эшләп алды. Хакимиәт, ағинәйҙәр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ бергә. Ағинәйҙәр үткәргән сараларҙа хакимиәт башлығы уларҙы ҡеүәтләп, уртала йөрөй һәм шуның менән ситтән килгән ҡунаҡтар алдында ла ихтирамлы. Районыбыҙҙың ҡап уртаһында ятҡан Межгорье ағинәйҙәренә бигерәк тә ауырға тура килә. Шуның өсөн ағинәйҙәр, әйҙәгеҙ, уларҙы сараларға йышыраҡ саҡырайыҡ: дәртләнеп, ҡыуанып, үҫеш өсөн үҙҙәренә яңы алымдар алып ҡайтһындар! Межгорье ағинәйҙәре әле лә бик әүҙем, маҡтауға лайыҡ инәйҙәр, ябыҡ ҡалала бик ҙур изге эштәр алып баралар. Уҫманғәле ағинәйҙәре лә ярҙамға мохтаж. Әлеге ваҡытта уларҙың үҙ бүлмәләре юҡ. Бына ошо мәсьәләне ыңғай хәл итеп ебәрергә кәрәк. Йөйәк ауылы ағинәйҙәре лә урындағы хакимиәт тарафынан ҡурсауға лайыҡ. Ағинәйҙәр етәксеһе Гөлсирә Ислам ҡыҙы Салауатова районда ғына түгел, күптән инде республикала ла күптәргә таныш. Башҡорт халҡының онотола барған ҡул эштәрен пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара. Бар район-ҡала етәкселәре алдында хакимиәт башлығы Владислав Мироновтың маҡтау һүҙҙәренә һәм район Советының Рәхмәт хатына лайыҡ булған кеше.
Әйткәндәй, Инйәр биләмәһенә ингән ауылдар һәм Межгорье ағинәйҙәре етәксеһе итеп Уҫманғәле ағинәйҙәре етәксеһе Әфинә Саҙретдин ҡыҙы Ғөбәйҙуллина һайланды.
Читайте нас: